Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 783


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАРШАМБЫ ЙОМОРТҠАҺЫ
ШАРТ ҺӨЙЛӘМ (Р.: условное предложение; И.: conditional sentence; T: şart cümlesi) и. лингв.
Баш һөйләмдән аңлашылған эш-хәрәкәттең башҡарылыуы өсөн шарт булған икенсе эш-хәрәкәтте белдергән эйәрсән һөйләм. □ Условное предложение. ■ Башҡорт телендәге шарт һөйләмдәрҙең синтетик һәм аналитик-синтетик төрҙәре бар. Ғ. Сәйетбатталов.
ШАРТ-ШОРТ, шарт та шорт (Р.: бабах;
И.: bang!; T.: pat!) оҡш.
Ҡабат-ҡабат шарт иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Бабах, бах, треск (подражание повторяющемуся звуку, треску, вызванному ударом, выстрелом или издаваемому ломающимся предметом). ■ һалдаттар шарт-шорт атырға тотондо. Ғ. Ибраһимов. Эштәрҙең өргәне уя буйында ишетелә башланы, шарт-шорт ағастар һынды. Й. Мостафин. Берәуҙәр шарт та шорт сыбыртҡы шартлата. Р. Ғабдрахманов.
ШАРТЫЙ и. диал. ҡар. ер еләге. Шаршый йыйыу. Шаршый тәме.
ШАРТЫЛДАТЫУ (шартылдат-) (Р: издавать сильный отрывистый звук; И.: make intermittant noise; T.: patırdatmak) ҡ.
Шарт-шорт иттереү; шарт-шорт килтереү. □ Издавать сильный отрывистый звук, производить шум, хруст, треск; щёлкать, прищёлкивать чем. // Щёлканье, прищёлкивание. ■ Ҡараҡтарҙың айбарланып яман ҡысҡы-рыша-ҡысҡырыша ҡамсы шартылдатырына ҡарамаҫтан, өйөр һис алға барырға теләмәй, куберәген бер тирәлә өйөрөлөп сөйөрөлә. И. Ноғманов. [Абдрахман] ике яҡҡа асмалы ишекте шартылдатып тибеп асты. Р. Өмөтбаев. Таңдыса балтырғандың япрағын, сығып ҡына килгән көпшәһен шартылдата сәйнәп, тамаҡ ялғап ала. «Ҡуңыр буға».
ШАРТЫЛДАУ (шартылда-) (Р: трещать; И.: rattle; T.: patırdamak) ҡ.
Шарт-шорт тигән тауыш сығарыу; шарт-шорт килеү. □ Трещать, хрустеть. // Треск, хруст. ■ Тәртипһеҙ рәуештә дөбөр-шатыр килеп атылған йөҙәрләгән мылтыҡ шартылдау ы таңғы һил һауаны тетрәтте. И. Ноғманов.
ШАРФ [фр. есһагре ‘бәйләүес’] (Р.: шарф; И.: scarf; T: eşarp) и.
Муйынға урай, башҡа ябына йәки ҡулбашҡа һала торған кейем-һалым әйбере. □ Шарф. Йоҡа шарф. Йөндән шарф бәйләу. ■ Даша Сергейҙың муйынына дебет шарф ураны. А. Абдуллин. Роза яурынындағы кукһел шарфының осон йомарлай-йомарлай йәнә һабаҡташына текләне. Р. Байбулатов. Арҡаһына шаҡмаҡлы ҡалын шарф япҡан Хәбирә шул өҫтәл артындағы артһыҙ ултырғыста тын ғына бәйләм бәйләп ултыра. Р. Ғабдрахманов.
ШАР ҺУҒЫУ (Р: название игры; И.: sort of national game of the young; T: çocuk oyunu) и.
Егеттәр, ир балалар уйыны (уйнаусылар һуғыусыларға һәм көтөуселәргә буленә; көтөуселәрҙең береһе шарҙы юғары ырғыта, һуғыусыларҙан берәу таяҡ менән уны һуғырға тейеш. Уйындың отошо ошо уйын ҡоралдарының билдәләнгән урынға килтереп еткерелеуенә бәйле). □ Название игры. ■ Балалар араһында киң таралған милли уйындар: «Шар һуғыу», «Бишташ», «Бура һуғыу», «Туп һуғыу», «Өйрәк һәм төлкө», «Ашай торған, ашамай торған», «Йәшенмәк», «Куҙ бәйләш», «Йөҙөк кемдә?», «Йәшерәм яулыҡ», «Ҡатырғыс», «Әбәк», «Ҡөн менән төн», «Бесәй менән сысҡан» һ. б. «Йәшлек», 7 июнь 2011.
ШАРШАМБЫ [фарс. (Р:
среда; И.: Wednesday; T: Çwarşamba) и.
1. Аҙнаның өсөнсө көнө. □ Среда. ■ Ә шаршамбыла Сергей Силәбе әлкәһенә биш айға практикаға китте. А. Абдуллин. Көндәр буйы эйәрҙә һуғылыуҙан арманһыҙ булып арыған ислам яугирҙары аттарынан төшкәндә, шаршамбы көнөнөң ҡояшы кутәрел-мәгәйне әле. Ә. Хәкимов. Хәҙер инде бөтәһе лә элеккесә: һәр шаршамбы Иҫәнғолов кабинетына оперативкаға йыйылалар [Әхмә-ҙуллалар]. Р. Солтангәрәев.
2. миф. Ырымланған, сихырланған әй-берҙәрҙе ташлау көнө. □ Среда. ■ Осоҡто шаршамбыла ташлайҙар. «Башҡорт мифо-логияһы»нан.
ШАРШАМБЫ ЙОМОРТҠАҺЫ (Р.: ритуализированное яйцо; И.: ritualized egg; T: bir tür büyü) и. йола.
783