ШАРШАУ
Тимрәүҙе бөтөрөү өсөн ҡулланылған ри-туаль йомортҡа. □ Ритуализированное яйцо, применяемое для избавления от лишая. М Тимрәү булһа, шаршамбы йомортҡаһын туҡып, шуның менән тимрәүгә баҫһаң, бөтә, тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ШАРШАУ (Р.: занавеска; И.: curtain; Т.: perde) и.
1. Нимәнелер ышыҡлап, һуҙып элә торған ҡорма. □ Занавеска, занавес, штора; ширма. / Занавесочный; шторный. Өрлөк шаршауы. Килен шаршауы. ■ Өй эсен оло һәм бәләкәй яҡтарға булеп, ҡыҙыл шаршау ҡоролған. Ә. Байрамов. Сымылдыҡ, шаршау ҡороп, мамыҡ түшәктәр түшәп, кейәү менән ҡыҙға урын әҙерләй башланылар [еңгәләр]. 3. Биишева. Хәлифә апай, Искәндәр бабай ишектән куренгәс тә, турҙе ҡаҙан алдынан булеп торған шаҡмаҡлы шаршауҙы тартты. Р. Ғабдрахманов.
2. Зал менән сәхнә араһына эленгән ҡорма. □ Занавес. ■ Шаршау асылыу менән, Ниса, дирижёр һымаҡ, ҡулдарын күкрәк тәңгәленә күтәрҙе. Яр. Вәлиев. Шаршау һуңғы тапҡыр ябылғас та, залда ҡул сабыу оҙаҡ яңғырап торҙо. Б. Рафиҡов.
3. кусм. Күҙ алдын томалаған нәмә (ҡараңғылыҡ, туҙан, төтөн һ. б. ҡарата). □ Пелена. Томан шаршауы. Я Ауылды төн шаршауы ябып, кеше аяғы һил булғас, Мостафаларҙың баҡса артына эйәрле ат килтерелгән. Ф. Иҫәнғолов. Зәңгәр төн шаршауына бөркәнгән тауҙар һәм үҙәндәр киңлегендә бер аҙҙан Катюшаның хәҙергә әле бик нығып етмәгән, ләкин иҫ киткес моңло тауышы яңғыраны. Д. Исламов. Ҡапыл алда ҡараңғылыҡ шаршауын тишеп ут мызлауы күҙенә салынды [Алдарбайҙың]. Н. Мусин.
4. театр. Сәхнә әҫәренең айырым бер бүлеге. □ Действие, акт. Я Һуңғы шаршау башланыр алдынан Сергей сәхнә артында Саҙрый менән Васяның һөйләшеп ултыры-уына ҡолаҡ һалды. А. Абдуллин.
5. кусм. Тормошто ҡараңғы, ауыр иткән нәмә. □ Горе, беда. Ҡайғы шаршауы.
6. миф. Бик күп ырым-ышаныуҙар менән бәйле булған мифлаштырылған әйбер. □
Занавес (мифологизированный предмет). V Төшөңдә шаршау күрһәң, сәфәр сығыуға. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ШАР-ШОР (Р: подражание визгу; И.: sound imitation word; T: car car) оҡш.
Сарылдап ҡысҡырған әсе тауышты белдергән һүҙ; сар-сор. □ Подражание визгу. Балалар шар-шор килә. Шар-шор итеп ҡалыу.
ШАРШЫ (Р.: перекат; И.: rapids; Т: sığlık) и.
Йылғаның шәп аҡҡан ере; шаран. □ Перекат (на реке). ■ Оло Эйектең шаршы тулҡындары был урында, әйтерһең, арып туҡтап ҡала. 3. Биишева. Рәмзил курткаһының башлығын кейергә маташҡан арала, кәмә ағымға яңынан «ултырып» алды ла, йылға хөкөмөнә бирелеп, шаршының иң ҡайнап, урғып ятҡан еренә барып сыҡты. Д. Бүләков. Бәрҙе балыҡ ҡарпый шаршыла. И. Ғиззәтуллин.
ШАРШЫЛАНЫУ (шаршылан-) ҡ. ҡайт. ҡар. шаршылау, возвр. от шаршылау. Ике ҙур таш араһынан шаршыланып шишмә атылып сығыу. Я Көҙгө ямғырҙарҙан һуң ташып киткән Ҡушйылға ғына таштарға бәрелеп, шаршыланып аға. Н. Мусин.
ШАРШЫЛАУ (шаршыла-) (Р: образовывать перекат; И.: form rapids; T: sığlık oluşturmak) ҡ.
Шаршы рәүешендә булыу; шаршыланыу. □ Образовывать перекат. Шаршылап аҡҡан йылға. ■ Быуаға етеп, сайпылып ятҡан яҙғы һыу, ҡапыл уҙенә юл асып, нисек шаршылап аға башлаһа, Искәндәрҙең дә бығаса илке-һалҡыраҡ барған эше ыраны ла китте. Ә. Хәкимов.
ШАРШЫУ (шаршы-) (Р: загонять (рыбу)’, И.: drive in (fish); T: balığı kovmak) ҡ.
Балыҡты ҡурҡытып ауға, йылымға табан ҡыуыу. □ Загонять (рыбу). Малайҙар балыҡ шаршый.
ШАРЫЛДАҠ (Р: крикливый; И.: garrulous; T: carcar) с. һөйл.
Шар-шор килеп һөйләшкән; сарылдаҡ. □ Крикливый, визгливый. Шарылдаҡ ҡыҙ.
ШАРЫЛДАУ (шарылда-) (Р: визжать; И.: squeal; T: keskin çığlık koparmak) ҡ.
784