Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 785


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАТЛАНДЫРЫУ
Шар-шор килеп ҡысҡырыу, ҡысҡырып һөйләшеү, көлөү, илау һ. б.; сарылдау □ Визжать, издавать резкий крик, визг. Бер туҡтауһыҙ шарылдау. Шарылдап һөйләшеу. Шарылдап көлөу. ■ Шәнгәрәй, бала кеуек шарылдап илап, Раузаның аяҡ аҫтына йығылды. Т. Ғарипова. Зөбәржәт еңгәй шарылдап ҡаршы алды. Б. Ноғоманов. Тимеркәй ни тиклем генә йыуатып ҡараһа ла, ҡулындағы бала шарылдап илауҙан туҡтаманы. Ботонан семтеп тора, тиерһең: илай ҙа илай. С. Ҡудаш.
ШАРЫЛДАШЫУ (шарылдаш-) ҡ. урт. ҡар. шарылдау, взаимн. от шарылдау. Ша-рылдашып ултырыу. ■ Егеттәр юл буйы ша-рылдашып, эс бошороп барҙылар. Й. Солтанов.
ШАРЫЛТЫ и. диал. ҡар. шәре 2. М Сәрмәсәнкәй буйы сугермәк, сугермәккәй һайын -шарылты. Халыҡ йырынан.
ШАССИ [фр. châssis] (Р.: шасси; И.: chassis; T.: şasi) и. тех.
1. Төрлө машина һәм ҡоролманың рамы йәки нигеҙе. □ Шасси. Йыйылмалы шасси. Үҙйөрөшлө шасси. Йөк машинаһының шассийы.
2. Самолёттың осоп киткәндә йәки төшкәндә ерҙән барыу өсөн хеҙмәт иткән өлөшө (тәгәрмәс ҡуйылған йәки сана табаны рәуешендәге рам). □ Шасси. ■ Осоп килгән ыңғайҙан ҡуна алманы Мирзоян: шассиҙары тыңламаны. А. Мағазов.
ШАТ I [фарс. jLİ ] (Р- веселый; И.: merry; T: neşeli) с.
Ҡыуаныс, шатлыҡ кисергән. □ Весёлый, радостный, жизнерадостный. ■ Офицер Рая-ның шат йөҙөнә ҡараны. И. Абдуллин. Әхмәтов, ғөмумән, куңелле, шат кешеләрҙән һанала. С. Агиш. Трудармеецтар йәшәй торған посёлокты «һуғыш бөткән», «Гитлер йөҙ тубән ҡапланған», «еңеу килде» тигән шат тауыштар яңғыратты. Р Ғабдрахманов.
ШАТ II (Р: весело; И.: merrily; T: neşeli neşeli) р.
Ҡыуаныслы, шатлыҡлы итеп. □ Весело, радостно, жизнерадостно. М Мәғсум, яңынан ҡанатланып, шат йылмая-йылмая, арбанан келә, мөрйә ҡапҡасы, йушкәләр тартып сығарырға тотондо. А. Абдуллин. Ураҡта Сабирйәндәр янына һуғылған курше-кулән
дә, бошона белмәҫ Әлфирәнең шат балҡыуын куреп, йәнләнд. Р. Камал.
ШАТАЛАҠ I (Р: шаловливый; И.: frolicsome; T: yaramaz) с.
Уйнарға, шаярырға әүәҫ; уйынсыл, шаян. □ Шаловливый, озорной, бойкий, отчаянный. Шаталаҡ ҡыҙыҡай. Шаталаҡ булыу. ■ Башта Әхмәтзәкиҙе шаталаҡ Маһиә апаһы куреп ҡалды. Р. Байымов. Шаталаҡ Ғәйнулла ла бойоҡто. Яр. Вәлиев. Мәҙинә әхирәтенең бер хәсрәтһеҙ, шаталаҡ йөҙөнә аптырап та, көнләшеп тә ҡарай. Т. Ғарипова.
ШАТАЛАҠ II (шаталағы) (Р: шалун; И.: naughty person; T: şakacı) и.
Уйнап көлөргә әүәҫ кеше. □ Шалун, озорник; шалунья, озорница. • Шаталаҡ шаулар, аҫтыртын көлөр. Әйтем.
ШАТАЛАҠ III (шаталағы) (Р: колокол; И.: beli; T.: çan) и. диал. ҡар. ҡыңғырау.
Шылтыраған тауыш сығарыу өсөн эсенә тел ҡуйып эшләнгән ҡыуыш нәмә. □ Колокол, колокольчик. / Колокольный. Еҙ шаталаҡ. Суйын шаталаҡ. Шаталаҡ тауышы.
ШАТАЛАҠЛАНЫУ (шаталаҡлан-) (Р: шалить; И.: play up; T.: yaramazlık etmek) ҡ.
һәр нәмәне уйын-көлкөгә бороп шаярыу, шаталаҡлыҡ күрһәтеү. □ Шалить, озорничать. ■ Уның [Ғәлимдең] хәләл ефетенә лә беҙҙең [ҡатындар] шикелле шаталаҡланыу килешмәйҙер инде. Яр. Вәлиев.
ШАТАЛАҠЛЫҠ (шаталаҡлығы) (Р: шаловливость; И.: naughtiness; T.: şakacılık) и.
Уйын-көлкөгә әүәҫлек; шаянлыҡ. □ Шаловливость, озорство. ■ Шаталаҡлығын ташлап, оялсан, тыйнаҡ ҡыҙға әуерелгәйне Рәшиҙә. Б. Рафиҡов. Сөйөмбикә уҙенең асыҡлығы, шаталаҡлығы менән уны-быны яңы ғына ацлай башлаған ауыл ҡыҙы Гөлсинә-нең куңелен бик тиҙ яулап алды. Ф. Әсәнов. [Сурағолов Гөлзифаның] тышҡы шаталаҡлығы артында уткер аҡыллы ҡыҙ тороуын абайланы, ләкин уға ошо көнгәсә әллә ни иғтибар итеп ҡарағаны юҡ ине. Н. Мусин.
ШАТАНА и. диал. ҡар. һандыҡ II. Кәртәлә шатана таҙартыу.
ШАТЛАНДЫРЫУ (шатландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. шатланыу, понуд. от шатланыу. ■ Кушнирҙың был маҡтау һуҙе Фәтиховты
785