ШАТЛАНЫУ
шатландырҙы ла, һағайтты ла. И. Абдуллин. Саф мөхәббәт кешене ҡанатландыра, шатландыра, яҡшырта. 3. Биишева. [Батша:] Алты батырҙың куҙ курмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән эштәре мине бик шатландырҙы. Әкиәттән.
ШАТЛАНЫУ (шатлан-) (Р.: радоваться; И.: rejoice; T.: sevinmek) ҡ.
Шатлыҡ кисереү, шат булыу. □ Радоваться; ликовать, прийти в восторг. // Радость; ликование, восторг. Шатланып ҡуйыу. M Шатланһын халҡым, йәшәрһен ҡырҙар, шаулаһын тормош, яңғыраһын йырҙар. М. Хәй. Тоняның совхозға килеуенә куптәр шатланды. А. Абдуллин. Бер көндө Исмәғил тәуге ҡар бөртөктәренә шатланып ҡайтып инде. Яр. Вәлиев. Килтәй уҙе көслө, уҙе мәргән егет булып уҫкән. Атаһы быға бик шатланған. Әкиәттән.
ШАТЛАНЫШЫУ (шатланыш-) ҡ. урт. ҡар. шатланыу, взаимн. от шатланыу. М Бала-саға шатланышып ҡысҡырыша, сәпәкәй итә. Р. Байымов. Ҡыҙҙар шатланышып ҡул саптылар. М. Ғиләжев. Сөнәғәт тә, Кинйә абыҙ ҙа уйламағандан осрашып, бер-береһен таныуға шатланыштылар. Ж. Кейекбаев.
ШАТЛЫҠ (шатлығы) (Р: радость; И.: joy; T.: sevinç) и.
Йәнгә кинәнес, рәхәтлек, күңелгә күтәренке рух биргән тойғо; ҡыуаныс. □ Радость, удовольствие. ■ Фатима апай, улы менән килене йәнәшә атлап эшкә китеуен тәҙрә утә ҡарап, шатлығынан ни эшләргә лә белмәне. Ғ. Аллаяров. Кешегә шатлыҡ юлыҡһа, ишелә лә тора бит ул. Р. Байбулатов. Иштуған хаҡында Айһылыу йыш уйлай, .. был егетте кургән һайын уның йөрәге ниндәйҙер билдәһеҙ шатлыҡ менән тула. 3. Биишева. • Бала шатлығы - әсә шатлығы. Әйтем. Әуәлгенең шатлығы - ахырғының михнәте, әуәлгенең михнәте - ахырғының шатлығы. Әйтем. Шатлыҡ курһәң, шашма; ҡаза курһәң, аҙашма. Әйтем.
♦ Шатлығы башынан ашҡан {йәки эсенә һыймай) ныҡ шатланған кешегә ҡарата әйтелә. □ Чрезмерно радоваться, ликовать. ■ Алыҫтан Ташбатҡан ауылының урге урамында ултырған өйҙәр куренә башла
ғас, Сөнәғәттең шатлығы эсенә һыйманы. Ж. Кейекбаев. Бойҙайҙы кургәс, Хәсби апайҙың шатлығы эсенә һыйманы. Т. Йәнәби.
ШАТЛЫҠ-ҠЫУАНЫС (Р: радость; И.: merriness; T.: sevinç) и. йыйн.
Күңелгә ҙур ҡәнәғәтлек, рәхәтлек биргән хис. □ Радость. ■ Көн шатлыҡ-ҡыуаныстар менән башланып китте. X. Зарипов. Тирә-йун, бар донъя.. шатлыҡ-ҡыуаныс менән генә сорналған кеуек. Ғ. Хөсәйенов. Шатлыҡ-ҡыуаныстар урынына донъяны ҡара хәбәр тетрәтте. Ш. Янбаев.
ШАТЛЫҠЛЫ I (Р: радостный; И.: joyful; T.: sevinçli) с.
1. Шатлыҡ килтергән, кинәнес биргән; ҡыуаныслы. □ Радостный, отрадный. И Салт аяҙ көндәр башланғас, ятыу буйҙары яңынан шатлыҡлы ауаздарға кумелде. Р. Байбулатов. Шатлыҡлы хәбәрҙәр ҙә, ҡайғылылары ла бер сымдан сыңлап остолар. Ә. Байрамов. Әнисә әсәһенә шатлыҡлы хәбәрҙе еткерергә ашыҡты. 3. Биишева.
2. Шатлыҡ кисергән, бәхетле. □ Счастливый. ■ Был шатлыҡлы сәғәттәрҙе .. нисек ҡаршылауын Ишбулды ла уҙенең балаларына, ейәндәренә һөйләр. Ғ. Аллаяров.
ШАТЛЫҠЛЫ II (Р: радостно; И.: joyfully; T.: neşeli neşeli) р.
Кинәнес менән, шатлыҡлы итеп. □ Радостно, отрадно, весело. ■ һаман ямғыр һибәләугә ҡарамаҫтан, бөтәһенең дә йөҙҙәре асыҡ, шатлыҡлы балҡый. Д. Исламов. Зәкирә балҡып китте, еңел итеп һулап ҡуйҙы ла нисектер шатлыҡлы итеп көлөп ебәрҙе. Н. Ҡотдосов.
ШАТОР-ШОТОР оҡш. ҡар. шатыр-шотор. ■ Торған еренән ук мотоцикл шатор-шотор килеп ҡуҙғалып китте. И. Ғиззәтуллин. Иртәнсәкке һымаҡ уҡ, шатор-шотор ботаҡтар һынды. Й. Солтанов.
ШАТРАНЫЖ [ғәр. и. иҫк. ҡар.
шахмат. Шатраныж уйыны.
ШАТРАШ и. ҡар. шахмат. Шатраш уйнарға өйрәнеу. Шатраш менән мауығыу.
ШАТУН I [рус.] (Р: шатун; И.: connecting rod; T.: biyel) и. тех.
Машина, механизмдарҙа двигатель валын поршень менән тоташтырған ҡулайлама. □
786