Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 787


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАУ
Шатун. / Шатунный. Ҡорос шатун. ■ Шатун ватылһа йә өҙөлһә, колхоз етәкселәренең башына ҡайғы төшкән. Ә. Хәкимов.
ШАТУН II [рус.] (Р.: шатун (медведь)', И.: loafer (bear); T.: kış uykusuna yatmayan ayı) u.
Ҡышын өңөндә ятмай, боларып йөрөгән айыу. □ Шатун (медведь). ■ Шатун .. юлында осраған бер кемде лә, бер нәмәне лә аяп тормай. И. Ноғманов.
ШАТУН III (Р.: болезнь лошадей; И.: sort of veterinary condition; T.: atların hastalığı) и. вет.
Тилереп ауырыған йылҡы малына ҡарата әйтелә. □ Болезнь лошадей; воспаление мозга; менингит. ■ Фәтхиҙең «шатун» тигән сирҙең утә яманлығы тураһында ишеткәне бар ине. Р. Ғабдрахманов. Эш аттарының кубеһе шатун сиренән улеп бөткән. Ф. Әсәнов.
ШАТЫР (Р: подражание треску; И.: crack!; T: çatır çatır) оҡш.
Ҡаты нәмәне һындырғанда, беше нәмәне йыртҡанда, һүткәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание треску, грохоту. Шатыр итеп һыныу.
ШАТЫРЛАҠ (шатырлағы) (Р: колотушка; И.: rattle; T: cırcır) и.
Ҡарауылсыларҙың шаҡылдатып ҡаға торған, баулы туҡмаҡ рәүешендәге ҡоралы; шаҡылдаҡ. □ Колотушка, трещотка (ночного сторожа). Ҡарауылсы шалтырлағы тауышы ишетелде. Шатырлаҡ шатырлатыу.
ШАТЫРЛАТЫУ (шатырлат-) (Р: трещать; И.: crackle; T.: çatırdatmak) ҡ.
1. Шатыр-шотор иттереү, шатыр-шотор килтереү. □ Трещать, грохотать чем. ■ һарыбай, нығыраҡ тауышланам тип, кәпләнгән кунде шатырлатып йыртты ла ебәрҙе. Р. Байбулатов. Ҡара бейә алғы аяҡтары менән, шатырлатып, аҙбар ҡапҡаһын сапсырға тотондо. Р. Ғабдрахманов. Ҡунәк кутәргән һуңғы пар куҙҙән юғалғас, ҡарауылсы һалдаттар инделәр ҙә шатырлатып ҡапҡаны бикләп ҡуйҙылар. Н. Мусин.
2. Хәл ҡылымдың -п формаһында эш-хәрәкәткә киҫкенлек, етеҙлек, шәплек мәғәнәһе бирә. □ В форме деепричастия на -п выступает в значении наречия ‘резко, быстро, проворно’. ■ Урыҫса ла, төркисә лэ
шатырлатып уҡый ҙа, яҙа ла торған от-ҡорйән [Ғабдулла]. Й. Солтанов. Ирке менән бирмәһәләр, шатырлатып алабыҙ. Халыҡ йырынан.
ШАТЫРЛАУ (шатырла-) (Р: трещать; И.: crack; T.: çatırdamak) ҡ.
1. Шатыр-шотор тигән тауыш сығарыу, шатыр-шотор килеү. □ Трещать, хрустеть. // Треск, хруст. К Әхмәтзәки, уйҙарынан арынырға теләгәндәй, ултырғысында ҡайҡайып, быуындары шатырлағансы кирелеп алды. Р. Байымов. Тирә-яҡта өҙлөкһөҙ зыйылдап ел һыҙғыра, буреләр олой, айыуҙар укерә, йөҙйәшәр шыршылар шатырлап һына.
3. Биишева. Таң алдынан була торған һоро ҡараңғылыҡты ҡапыл ҡаты шатырлау тауышы ярып ебәрҙе. Ә. Бикчәнтәев.
2. Хәл ҡылымдың -п формаһында ‘бик ҡаты, ныҡ’ тигән мәғәнәне бирә. □ В форме деепричастия на -п обозначает ‘крепко, намертво’. Шатырлап туңып ҡалыу. Шатырлап ҡатыу. Шатырлап кибеу.
ШАТЫРТ (Р: подражание резкому треску; И.: crack!; T: çatır) оҡш.
Бер генә тапҡыр кинәт шатырлаған тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание резкому треску, хрусту. Шатырт итеп ҡалыу.
ШАТЫР-ШОТОР, шатыр ҙа шотор (Р: подражание повторяющемуся треску; И.: sound imitative word; T: çatır çatır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат шатыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание повторяющемуся треску, потрескиванию, грохоту. Шатыр-шотор ағас һынды. Шатыр ҙа шотор килеп төшөу. ■ Бына бер мәл ыңғырашып тышҡы ишек асылды, соланда нимәлер шатыр-шотор итеп иҙәнгә төштө. И. Абдуллин. Ҡайырылып, шатыр-шотор һынған ағас шауы ғына ишетелеп торҙо. Р. Байымов. Боҙ шатыр ҙа шотор килеп, тирә-яҡты геугә тултырып аға башлаған. Т. Хәйбуллин.
ШАУ I (Р: подражание шуму; И.: hubbub; T.: gürültü sesi) оҡш.
Бер төрлө генә шаулап торған тоноҡ тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шуму, гаму, галдёжу. ■ Бөтә майҙан шау килеп ҡул саба башлай. 3. Биишева. Ҡул буйы шау итеп тора. Ж. Кейекбаев.
787