ШАУ
ШАУ II (Р.: шум; И.: noise; T.: gürültü) и.
1. Күмәк, дауамлы тауыш. □ Шум. ■ Ҡайырылып, шатыр-шотор һынған ағас шауы ғына ишетелеп торҙо. Р. Байымов. Башаҡтар шауы, ҡоштар моңо, машиналар келтерҙәуе - уҙе бер симфония! И. Ғиззәтуллин. Ахырҙа, ярһыған урмандың шауы баҫылды. Р. Низамов.
2. Эш-хәрәкәттән килгән йәнлелек. □ Оживлённость, оживление, живость. ■ Ятаҡхана көндәге шау менән ҡайнай. С. Агиш. Туғайлыҡтар бесәнселәр шауы менән тула. Ғ. Аллаяров.
ШАУ III (Р: опасение; И.: apprehension; T.: endişe) и. диал. ҡар. шом.
Күңелдә уянған бошоноу, ҡурҡыу тойғоһо. □ Опасение, тревога. Куңелгә шау һалыу.
ШАУ IV (Р: постоянно; И.: constantly; Т.: sürekli) р.
1. Һәр ваҡыт, гел. □ Постоянно, беспрестанно. К Беҙ [Вася менән Салих] шау бергә уйнап уҫтек. X. Мохтар.
2. Бөтөнләйе менән, тотош. □ Сплошь, целиком, полностью. ■ Йәйҙе һағынған малсыларҙы Мәғсум тынсыу клубтан иркен далаға алып китеп, шау сәскәлә ултырған болондарҙы, туғайҙарҙы, йылға буйҙарын курһәтеп йөрөнө. А. Абдуллин. Ҡәҙриә, алған китабын ҡайҙа ҡыҫтырырға белмәй, аптырап ҡалды, эсен асып ҡарағайны, китап, әмәлгә ҡалғандай, шау һурәт булып сыҡты. Т. Ғарипова. Ҡилен артынан килгән һандыҡ та ҡыҙыл көрән төҫтә, аттары ҡыҙыл ерән -бөтә донъя, өй эсе шау ҡыҙылдан ҡаймалған. Р. Камал.
ШАУ-ГӨЖ оҡш. ҡар. шау-гөр. К Ихата умарта кеуек шау-гөж килә башланы. Ғ. Лоҡманов.
ШАУ-ГӨР (Р: подражание шуму; И.: onomatopoeic word; T.: gürültü) оҡш.
Көслө күмәк тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шуму, гаму. Шау-гөр килеу. М Ятаҡ ишеге алдындағы кипкән майҙансыҡта малайҙар, шау-гөр килеп, туп һуға ине. А. Абдуллин. Йәштәр, шау-гөр килеп, ихатаға һибелде. Ә. Байрамов. Халыҡ шатлыҡтан шау-гөр килә. Әкиәттән.
ШАУҒАМЫШ (Р: манник крупный; И.: wild grass species; T.: bitki çizgili manna çim) и. бот.
Башаҡлылар ғаиләһенә ҡараған, эре елбәгәй башлы аҙыҡ үләне. □ Манник крупный (лат. Glyceria). Шауғамыш сәсеу.
ШАУҘЫМ (Р: ложный; И.: false; T.: yalan) с. диал. ҡар. ялған.
Ысын булмаған, алдыҡ. □ Ложный, лживый. Шауҙым хәбәр еткереу.
ШАУҘЫР I (Р: подражание звуку шелеста; И.: onomatopoeic word; T.: hışır hışır) оҡш.
Кипкән ҡоро нәмәләр ҡойолоп киткәндә, буталғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку шелеста, шуршания. Шауҙыр итеп тугелеп китте. Шауҙыр итеп япраҡтар ҡойолдо.
ШАУҘЫР II р. ҡар. шау IV, 2. Н Шауҙыр һөлдә хәрәкәтләнеп, башындағы фуражкаһын да һалғас, хужабикә тертләне, артҡа сигенеп ҡуйҙы. Й. Солтанов.
ШАУҘЫРАУ (шауҙыра-) ҡ. ҡар. шауҙырлау.
ШАУҘЫРЛАТЫУ (шауҙырлат-/ ҡ. йөкм. ҡар. шауҙырлау, понуд. от шауҙырлау. ■ Өҙөп-өҙөп иҫкән һалҡынса ел ағас япраҡтарын шауҙырлатып тараны, йылға ҡыҙырымында һуңлап сәскә атҡан валерьяндың еҫен алып килде. Ш. Янбаев.
ШАУҘЫРЛАУ (шауҙырла-) (Р: шелестеть; И.: rustle; T.: hışırdamak) ҡ.
1. Шауҙыр тигән тауыш сығарыу, шауҙыр-шауҙыр килеү. □ Шелестеть, шуршать чем. // Шуршание, шелестение, шелест. ■ Әкрен иҫкән ел менән шауҙырлап ултырған тирәк япраҡтары, айырым көршәктәргә ултыртылып, баҡсаға сығарылып ҡуйылған сәскәле гөлдәрҙең еҫе - бөтәһе һәр бер йөрәкте ҡытыҡлай. Ғ. Хәйри. Иҙәндә бер бәләкәй генә ҡағыҙ ел менән шауҙырлап әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа шыуышып йөрөй. С. Агиш. Елһеҙ генә көнө шауҙырлайҙыр Буртөшкәнкәй кулдең ҡамышы. Халыҡ йырынан.
2. ҡар. шалтырау 1. ■ Алғы быяла шауҙырлап ҡойолоп төшкәс, Йәмиләнең мейеһен: «Харап иттеләр машинамды!» - тигән уй көйҙөрөп утте. Б. Рафиҡов.
ШАУҘЫРЛАШЫУ (шауҙырлаш-) ҡ.урт. ҡар. шауҙырлау, взаимн. от шауҙырлау.
788