ШАУЛАТЫУ
■ Аҙаҡ килеп аяҡ аҫтында ҡырсынташтар шауҙырлатҡас, тыуған ерҙең саҡырыуын ишетә төҫлө булды [Мотаһар]. Й. Солтанов.
ШАУҘЫР-ШАУҘЫР (Р.: подражание многократному шуршанию; И.: sound imitation word; T: hışır hışır ) оҡш.
Ҡабат-ҡабат шауҙыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному шуршанию. Шауҙыр-шауҙыр килеу. Япраҡтар шауҙыр-шауҙыр итә.
ШАУҠАЛ I (Р.: костистый; И.: largeboned; T.: kemikli) с.
Эре һөйәкле, ҡаҡса. □ Костистый, костлявый. Шауҡал мал. ■ Ҡарсыҡтың нәҙек оҙон шауҡал бармаҡтары башта таштар өҫтөндә ойоғандай булды. Т. Ғарипова. • Шауҡал ат - көслө, шауҡал һыйыр һөтлө була. Әйтем.
ШАУҠАЛ II (Р: кистевой сустав руки; И.: hand joint; T.: bilek oynağı) и.
Ҡулдың бармаҡ төбө тоташҡан быуыны.
□ Кистевой сустав руки. Ҡулдың шауҡалы.
ШАУҠЫМ (Р: влияние; И.: influence; Т.: etki) и.
Берәй эш-хәлдең ниндәйҙер тәьҫире һәм уның һөҙөмтәһе. □ Влияние, воздействие; след, последствие чего-л. или какого-л. события. Яҙ шауҡымы. М Тетрәткес хәбәр шауҡымынан куҙҙәре киң асылған Фәриҙә апайҙың. Ә. Байрамов. Башҡортостанды, Уралды солғап алған ҡаты һуғыштарҙың шауҡымы шулай дәһшәтле гөрһөлдәу булып һәр көн тиерлек Илсеғолға ла ишетелеп тора ине был көндәрҙә. 3. Биишева. Колхоздар шулай һуғыш шауҡымынан таҙарына-таҙарына, ургә кутәрелә башланылар. Р. Ғабдрахманов.
ШАУҠЫМЛЫ (Р.: отрицательно действующий; И.: affecting udversely; T: etkili) c.
1. Насар йоғонто яһай торған. □ Отрицательно действующий. Шауҡымлы хәл.
2. Ҡурҡыу тойғоһо тыуҙырған; ғазаплы.
□ Тревожный, тяжёлый, роковой. Шауҡымлы йылдар. ■ Уның [Сәлихтең]балалыҡ йылдарынан ҡалған иң ғибрәтле, иң шауҡымлы иҫтәлеге - атаһы Хәйрулланың (урам-са әйткәндә, Хәйруштең) фажиғәле улеме. Ә. Хәкимов.
3. кусм. Зиһене теүәл түгел; иҫәр. □ Тронутый, чокнутый. ■ Хәбибуллинды туҙған
сәсенә, куптән ҡырылмаған һаҡал-мыйығына, ҡот осҡос ҡиәфәтенә ҡарап, шауҡымлы кеше, ахыры, тип, башта хатта приёмный покойға ла керетмәй маташтылар. X. Ғиләжев.
Ш АУ ҠЫН и. ҡар. шауҡым. ■ Бал ҡатыш ҡымыҙҙың шауҡыны, һыуыҡтан йылыға килеп ингәс, Зилскийҙың башын .. ауырайтты. Ғ. Дәүләтшин.
ШАУҠЫУ (шауҡы-) (Р.: прогибаться; И.: cave in; T: yaylanmak) ҡ.
Ҡалҡаңлаған таҡтаның ауырыраҡ башы еңеп төшөү; сүмәксеү. □ Прогибаться. Баҫма таҡтаһы шауҡыу.
ШАУЛАТЫУ (шаулат ) ҡ.
1. йөкм. ҡар. шаулау, понуд. от шаулау. ■ Көслө ел ағастарҙы шаулата. Ә. Байрамов. Көҙгө һалҡын ел, юҫығын юғалтҡан һуҡырҙай, бәрелә-һуғыла утрау буйлап һыҙғырып йөрөй, йорт алдындағы бейек ҡайындарҙы шаулата, ҡыйыҡ аҫтына кереп, мөрйәләрҙә геуләй. Р. Вәлиев.
2. Шау-шыу иткән тауыш сығарыу. □ Вызывать шум, шуметь. М Ғилмеяр менән Суфиян урам шаулатып ат уйнауҙан, сыбыҡ йугеректәрен сабыштырыуҙан туҡталдылар. Яр. Вәлиев. Иң алда шаулатып ямғыр яуһа ла, тора-бара ул кәмене. С. Ильясов.
3. Шау-шыу ҡуптарыу. □ Нашуметь; привлечь всеобщее внимание. Н Хәбибуллин килеп инде һәм идараны шаулатырға тотондо. X. Ғиләжев. Атаһы кеуек, берәй эш уйлап табып, донъяны шаулатыу .. [Ҡыҙраста] бынан ун көн элек, быраулаусылар янына экскурсияға барған көндө ук, тыуғайны инде.
3. Биишева. Ә Башҡортостанда Ғәскәров дан яуланы, ул тыуҙырған бейеу ансамбле бөтә донъяны шаулатты. Р. Камал.
4. Хәл ҡылымдың -п формаһында ‘бик яҡшы, бик шәп’ тигән мәғәнәне бирә. □ В форме деепричастия на -п обозначает ‘славно, прекрасно, отлично’. ■ Йәштәр уҙҙәренә хас бер ялҡын менән файҙалы тип тапҡан эште шаулатып алалар ҙа китәләр. С. Агиш. Шаулатып туй яһайҙар ҙа, гөрләшеп көн курә башлайҙар [кеше балалары]. Ә. Вәли.
5. һөйл. Һыуыҡтан йылыға әйләндереү; йылытыу. □ Подогреть. ■ [Ғәйшә - Айбикәгә:] Самауырың һыуынып китте, ҡана, тиҙ генә шаулатып алып кил. Һ. Дәүләтшина.
789