ШАУЛАУ
ШАУЛАУ (шаула-) (Р.: громко шелестеть; И.: rustle loudly; T: hışırdamak) ҡ.
1. Тауыш сығарыу, шау килеү; геүләү, гөжләү (урман, япраҡ һ. б. ҡарата). □ Громко шелестеть, сильно шуршать, издавать шум; гудеть (о лесе, листьях и т. д.). ■ Шыр-шыр шаулай көҙгө япраҡ. И. Абдуллин. Ҡайындар ғәйрәт менән шаулай ғына бирәләр. Р. Ғабдрахманов. Өҫкә ауырҙай булып ҡарурман шаулап ултырһа ла, өйҙәр матур итеп төҙөлмәгән. М. Ғиләжев.
2. Шау-шыуға күмелеү. □ Наполняться шумом. ■ Ике көн инде беҙҙең баш өсөнан торналар оса, ике көн инде тирә-яҡ торналар тауышынан шаулап тора. Ф. Әсәнов.
3. Ҡайнап геүләү. □ Закипать; гудеть. ■ Самауыр ҙа, килгән ҡунаҡтарҙы һыйлауға ихласлығын белдергән һымаҡ, уҙенең егәрлелеген күрһәткеһе килгән һымаҡ, шаулап, боҫо борҡорап килеп алға ултырҙы. Ғ. Дәүләтшин. Ҡуй самауыр, шаулаһын, һал кумерен, йырлаһын. Халыҡ йырынан.
4. Бик ҡаты геүләү. □ Рокотать, грохотать, громыхать. // Рокот, грохот. ■ Трактор шаулап, ҡарҙы туҙҙырып, һикәлтәләрҙә бер күтәрелеп, бер төшөп, алға ынтылды. Ғ. Лоҡманов. Шаулап, вокзалды дер һелкетеп, тауар поезы уҙҙы. Р. Низамов.
5. Берәй сәбәптән шау итеп геүләп тороу; геү, шау иткән тауыш ишетелеү (башҡа, ҡолаҡҡа ҡарата). □ Звенеть, шуметь (в ушах, в голове). // Звон, шум, трезвон. ■ Үҙе [Зэки] һыу инеп ҡайтып килә, ә ниңәлер тамағы кипкән, ҡолаҡтары шаулай. Р. Байбулатов. Ҡолаҡ гөж килеп шаулай, йөрәк дөп-дөп тибә. Ғ. Ғүмәр.
6. Тауышланыу, шау-шыу килеү. □ Шумно разговаривать, шуметь. // Шум. ■ Ололар тын ҡалды, бала-саға тағы шауларға тотондо. С. Агиш. Өй эсе берҙәм ҡуҙғалып, шаулап ҡуйҙы. Ә. Байрамов. Таиба әбей башын күтәреп урындан тороуға, ҡыуанысы эсенә һыймай, шаулап Байрас килеп инде.
3. Биишева.
7. Ризаһыҙлыҡ белдереп тауышланыу. □ Шуметь, браниться, скандалить. Шаулап йөрөу. Н [Ҡыҙ - Һәубәнгә:] Егеткәйем, шаулама, атым һорап даулама. «Аҡбуҙат».
8. Дан ҡаҙаныу, шөһрәт алыу. □ Прославиться, становиться известным. ■ Хәбибназар Ғәбделхәкимовтың даны Ҡариҙел буйҙарына шаулап таралды, тора-бара унда ғына һыйыша алмайынса, Өфөгә ук килеп етте. Яр. Вәлиев.
9. Урғылып килеп сығыу. □ Хлынуть. Шаулап ағыу. ■ Тимерхан ыһ итеп, һыуға йығыла, тамағынан шаулап ҡан аға башлай. Ә. Хәкимов.
10. Хәл ҡылымдың -п формаһында ‘бик яҡшы, бик шәп’ тигән мәғәнәне бирә. □ В форме деепричастия на -п обозначает ‘буйно, пышно’. ■ Ҡамыш кеуек бейек булып шаулап уҫкән ашлыҡ диңгеҙен ярып, комбайндар сығыр. Ә. Вәли. Тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тигәндәй, тырыша торғас, Шәрифәнең баҡсаһы ла шаулап уҫеп киткән. И. Ғиззәтуллин. Ҡаштак башында әуәл сауылдар шаулап уҫә торғайны. Р. Камал.
ШАУЛАШЫУ (шаулаш-) ҡ. урт. ҡар. шаулау 1, 6, 7. взаимн. от шаулау 1, 6, 7. ■ Ғаилә шаулашып сәй эсте. И. Абдуллин. Көн буйына ҡояш аҫтында эшләгән халыҡ түбәндә шаулаша башланы. Ғ. Аллаяров. Егеттәр берҙәм шаулашып алды. Ә. Байрамов.
ШАУЛЫ I (Р: шумный; И.: noisy; Т: gürültülü) с.
1. Шау-шыу менән тулы, шаулап торған; тауышлы. □ Шумный, шумливый. ■ Ихатаның төрлө урындарында уртаға биҙрә, кунәк, быяла сирек ҡуйып түңәрәкләп ултырған шаулы төркөмдәр ҙә күренә. Р. Байымов. Ҡом буранлы, шаулы ҡала алыҫта ҡалды. 3. Биишева. Йыр - ул тере шишмә, иртәме-һуңмы йөрәктә уҙ юлағына төшөп, шаулы ташҡынға әүереләсәк тере шишмә. Ш. Бикҡол.
2. кусм. Шомло хафалы, ҙур ваҡиғаларға бай булған. □ Тревожный; бурный. Шаулы утыҙынсы йылдар. ■ Шаулы тормош уҙәгендә йәшәй Мәрхәбә. Ә. Байрамов. Газе-талар ғәҙәттәге шаулы тормоштоң бер матур көнө хаҡында һөйләйҙәр ине. Ә. Вәли.
ШАУЛЫ II (Р: бурно; И.: heatedly; T: sesli) р.
Шау-гөр килеп, тауышланып. □ Бурно, шумно. ■ Кәңәшмә шаулы үтте. Ғ. Аллаяров.
790