Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 791


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАУ-ШЫУЛЫ
Класс йыйылышы бик тә шаулы утте. Р. Байбулатов. Мәғҙән сельпоһы пайсылары йыйылышы шаулы барҙы. Р. Камал.
ШАУМА (Р: рассыпающийся; И.: disintegrating; T.: ufalanan) с.
Ҡатлауланып, ишелеп торған; шаумаҡ (таш, балсыҡҡа ҡарата). □ Рассыпающийся (о камне, глине). Шаума таш.
ШАУМАҠ (шаумағы) с. ҡар. шаума. Шаумаҡ балсыҡ.
ШАУРАУ I (шаура-) (Р: крошиться от пересыхания; И.: dry out; T.: ufalanmak) ҡ.
1. Ныҡ кибеүҙән, ҡороуҙан һ. б. онталыу, таралыу. □ Крошиться от пересыхания (о дровах, сене, листьях и т. п.). Шаурап бөтөу. Шаурап ятыу. Япраҡтар шаураған.
2. Онталып ҡойолоу, таралыу. □ Сыпаться, осыпаться. М Өҫтән, ағас башынан, ниҙер шаурап ҡойолдо. Т. Ғарипова.
3. кусм. Тырым-тыраҡай булыу, туҙыу, ҡыйралыу. □ Приходить в беспорядок, разваливаться (о хозяйстве). ■ [Ҡатындың] имсәк балаһы ҡала илап, донъяһы ятып ҡала шаурап,.. уҙе сыға ла китә. Әкиәттән.
ШАУРАУ II (Р: высохший; И.: dried out; T: kurumuş) с.
Ыуалып, онталып торған, кәрәгенән артыҡ кипкән. □ Высохший. Шаурау япраҡ. Шаурау бесән.
ШАУҺӨЙӘК (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенә ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кыпчак. Шауһөйәктәр йыйыны.
ШАУШАҠ I (шаушағы) (P: пясть; И.: span; T.: müştülyet) и.
Ҡулдың ҡушҡар менән ус һөйәктәре араһындағы өлөшө. □ Пясть. / Пястный. Шаушағын һындырыу. ■ Таһиров дошманының шаушағынан ала һалып бороуға, Трещотка Салихтың яғаһын ысҡындырҙы. X. Мохтар.
ШАУШАҠ II (Р: тощий; И.: lean; T.: zayıf) с. диал. ҡар. яшыҡ.
Бик ныҡ ябыҡ. □ Тощий. Шаушаҡ ат. Шаушаҡ мал.
ШАУ-ШЫУ I (Р: подражание гулу; И.: buzz; T: gürültü) оҡш.
Күмәк тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание гулу, шуму. Ш һары ла ҡамыш беҙҙең кулдәрҙә, шау-шыу килә ҡаты елдәрҙә. Халыҡ йырынан.
ШАУ-ШЫУ II (Р: шум; И.: noise; Т: gürültü) и.
1. Гөж килеп торған күмәк тауыш. □ Шум, гам, галдёж. ■ Тирә-яҡҡа, ер тетрәгәндәге кеуек, ҡот осҡос тауыш, шау-шыу тарала. И. Абдуллин. Станциялабикаҙғынабаҫылған шау-шыу тағы ла косәйеп китте, кеше, свисток тауыштарына бер-береһенә бәрелгән һауыт-һаба тауыштары ҡушылды. С. Агиш. Ә ауылда шау-шыу: урамдан бер туҡтауһыҙ машиналар утә, кешеләр ҡысҡырып һөйләшә, ҡайҙалыр музыка уйнай. С. Ильясов.
2. кусм. Иреш-талаш, ығы-зығы, ҡысҡырыш. □ Спор, препирательство; скандал. Шау-шыу ҡуптарыу. Шау-шыу сығарыу. ■ Ер мәсьәләһен тикшереуҙә генә съезда йәнә бер килке шау-шыу ҡупты. Р. Байымов. Абулха-йыр хан, ҡабаттан шау-шыу ҡупмаһын тип-ме, эште тиҙерәк ослап ҡуйыу яғын ҡайырҙы. Н. Мусин.
ШАУ-ШЫУЛЫ (Р: шумный; И.: noisy; T: gürültülü) с.
1. Күмәк тауышлы, ҡысҡырышлы; шаулы. □ Шумный, шумливый. ■ Куңелле, шау-шыулы уйын башланды. 3. Биишева. Шау-шыулы уҡыу йылы утеп китте. Яр. Вәлиев. Шау-шыулы мастерскойҙан сыҡҡас, тышта Шакировты һалҡынса ғына һауа һәм тынлыҡ урап ала. А. Карнай.
2. Ығы-зығылы, бәхәсле. □ Скандальный, спорный. М Шау-шыулы кәңәшмә бөткәнсе ләм-мим һуҙ әйтмәй, ауыҙына һыу уртлағандай ултырҙы Хәбибулла. Р. Байымов. Сходтың шундай шау-шыулы әңгәмәһендә бөтә кешеләр, әллә ниндәй бер бик көслө ташҡында ҡаҡлығып ургә кутәрелгән һымаҡ, кутәренке рух менән шаулашып, геуләп киттеләр. һ. Дәүләтшина. Колчактыц еңеуенә ҙур өмөт бағлаған Америка, Англия газе-толары: «Совет власының көндәре һанаулы ғына ҡалды, Колчак еңә!» - тигән шау-шыулы хәбәрҙәр менән тулды. В. Исхаҡов.
791