Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 792


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАУЫҠ
ШАУ ЫҠ (шау ығы) (Р.: молодая берёза; И.: young birch; T.: huş) и. диал. ҡар. сауҡа.
Йәш ҡайын. □ Молодая берёза. Аҡ шауыҡ. Шауыҡтар үҫкән ер.
ШАУЫТ (Р.: одинокая высокая берёза; И.: lone tall birch; T.: yalnız büyük huş) u. диал. ҡар. сауыл.
Яңғыҙ үҫкән бейек ҡайын. □ Одинокая высокая берёза. Суҡ шауыт. Ауыл осондағы шауыт.
ШАФИҠ [ғәр. ^] с. иҫк. ҡар. шәфҡәтле. Шафиҡ кеше.
ШАФРАН [ғәр. azafran ‘һары япраҡлы’] (Р: шафран; И.: saffron apple; T.: safran) и.
Алма ағасының һәм уның алмаһының төрө. □ Шафран (сорт яблони и её яблоки). / Шафранный. Шафран ултыртыу. Шафран уҫтереу. Шафран - татлы алма.
ШАФТАЛЫ [фарс. jllîLi ] (Р.: персик; И.: peach; T.: şeftali) и.
1. Гөлйемеш сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған муйыл япраҡлы көньяҡ емеш ағасы.
□ Персик (лат. Prunus persica). Шафталы уҫтереу. Шафталы сәскәһен сәйгә һалыу.
2. Шул ағастың һарғылт ҡыҙыл төҫтәге йөнтәҫ ҡабыҡлы, эре һөйәкле итләс емеше.
□ Персик. / Персиковый. Шафталы ҡайнатмаһы. Шафталы һутын ҡайнатыу. Шафталы йыйыу.
ШАХ [фарс. öUi ] (Р: шах; И.: check; T.: şah) и. шахм.
Шахмат уйынында королгә ҡаршы яҡтың һөжүме. □ Шах. Шах биреу. Шах белдереу.
ШАХМАТ [фарс. öLİ] (Р: шахматы; И.: chess; T.: satranç) и. шахм. ҡар. сатраш.
64 шаҡмаҡтан торған таҡтаға 16 аҡ һәм 16 ҡара фигураны ҡара-ҡаршы теҙеп, тейешле тәртиптә уйнай торған уйын; шатраныж. □ Шахматы. / Шахматный. Шахмат таҡтаһы. ■ Йыһангирҙың иҫе лә китмәне, шахматта уйнауын белде. Р. Байбулатов. Дауыт уҙе секретарь булған йылдарҙа саңғыла, ә Зәлифә шахматта ярышып, ҡала күләмендә беренселекте алдылар. 3. Биишева. Матросов менән Ғабдрахманов мауығып шахмат уйнайҙар. Ә. Бикчәнтәев.
ШАХМАТСЫ (Р: шахматист; И.: chessplayer; T.: satranç oyuncusu) и.
Шахмат уйнаусы. □ Шахматист. Беренсе разряд шахматсы. Шахматсылар конкурсы.
■ Союз шахматсыларының ярыш йомғаҡтары баҫылған. 3. Биишева. Ул [Нурияз], элек райпола эшләгән сағында, район работниктары араһында арыу ғына шахматсы һанала, банк управляющийынан башҡаларҙы ота торғайны. Ә. Вәли.
ШАХТА [нем. Schacht} (Р: шахта; И.: mine; T.: maden tüneli) и.
1. Ер аҫтынан ҡаҙылма байлыҡ сығара йәки ер аҫты эштәре алып бара торған урын. □ Шахта. / Шахтный, шахтенный, шахтовый.
■ Ҡасимдың атаһы Заман ағай уҙенең тыуып үҫкән ерендә йәш сағынан уҡ алтын приискыларында эшләп, куп ваҡытын ер аҫтында -шахталарҙа уҙғарған. Ғ. Аллаяров. Шахтаға тубән төшкән һайын ҡараңғылыҡ арта. М. Ғафури. Шахтала эшләй башлаған мәлдә Рәҡиптең гудок тауышына иртүк торғоһо килмәне, бөтә тәне һыҙланы. Р. Низамов.
2. тех. Ҡайһы бер ҡоролмаларҙағы ҡоҙоҡ рәүешендәге ҡыуышлыҡ. □ Шахта. Турбина шахтаһы. Лифт шахтаһына төшөу.
ШАХТЁР [рус.] (Р: шахтёр; И.: miner; Т.: madenci) и.
Шахтала (1) эшләгән тау эшсеһе. □ Шахтёр. / Шахтёрский. Шахтёр лампаһы. ■ Куп тә үтмәне, шахтёрҙар посёлогы төҙөлдө. Р. Низамов. Ахмайылдан тороп арыған шахтёрҙар кәбәккә табан атланы. Ғ. Хисамов. Ҡайҙа куҙ ташлама, шунда шахта, шахтёрҙар ҡасабаһы, күмер тейәгән вагондар йөрөгән тимер юлдары. Г. Яҡупова.
ШАҺ [фарс. öUi ] (Р: шах; И.: Shah; Т.: Şah) и.
1. тар. Ҡайһы бер көнсығыш илдәрҙәге монарх титулы һәм ошо титулды йөрөткән кеше. □ Шах. / Шахский. ■ [Йәмилә] донъяла нисек рәхәт торған кешеләр бар, тип апайҙарының бик ғади тормошон шаһтар тормошо кеуек күрҙе. М. Ғафури. Тиҙ арала Фирдәуесте шаһ ҡаршыһына килтерҙеләр. Б. Ишемғол. Ул [Кәнәев] арба яғынан хан, турәнән ҡалышмаған кеуек, кейем яғынан да кәм тугел: аяҡта - ялтырауыҡлы итек, башта - Иран шаһтары ғына кейә торған ҡәмәр бүрек. А. Таһиров.
792