Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 793


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАҺИТ
2. кусм. Нимәнеңдер хужаһы, батшаһы.
□ Глава; самое главное лицо; главный представитель. Я Шаһтарҙың шаһы, ерҙәге бөтә тереклектең башы - ҡояш ғаләм киңлегенең иң бейек нөктәһенә менеп ҡунаҡлаған мәл ине. И. Ғиззәтуллин. Гөлдәр шаһы тип йөрөтөлгән раузаның һаҡсыһы - сәнскелер. Ғ. Ибраһимов.
ШАҺБАЗ [фарс. jLa!_____(Р.: сокол; И.:
falcon; T.: şahbaz) и. иҫк. ҡар. ыласын.
1. Ыласындар ғаиләһенә ҡараған ҙур йыртҡыс ҡош. □ Сокол. / Соколий, соколиный (лат. Falco).
2. кусм. Ҡыйыу, батыр кешегә ҡарата әйтелә. □ Храбрый, молодец. Я Беҙ тағы бер шаһбаздың балаһы инек. М. Аҡмулла.
ШАҺЗАДА [фарс. JaLİ] (Р.: сын, потомок шаха; И.: Shah's son; T.: şahzade) и. иҫк.
Шаһ улы, солтан, батша улы, тәхет ва-риҫы. □ Сын, потомок шаха, принц, шахза-де, наследник престола. Я [Зәки] уҙен Зараф-шан буйҙарында, матур баҡсаларҙа, тауис ҡоштары менән уйнап йөрөгән нәҙек билле, ебәк кулдәкле, нескә ҡара ҡашлы, һөрмәле куҙле шәреҡ ҡыҙҙары араһында маһайып, иркәләнеп йөрөусе шаһзада итергә тырышты. А. Таһиров. Ул [Зөмрәт], уҙе уҡыған дас-тандарҙағы шаһзадалар менән батша ҡыҙҙарының илаһи мөхәббәтенә һоҡланып, өлөшөнә төшәсәк ҙур һөйөуҙе көттө. Ә. Хәкимов.
ШАҺИНШАҺ [фарс. Л Л/iaU] (Р: шахиншах; И.: Shah's title; T.: şehinşah) и. тар.
Иран шаһының титулы һәм шул титулды йөрөткән кеше. □ Шахиншах. Я Кай-Хосрой тигән берәуҙе шаһиншаһ тип иғлан иткәндәр. Б. Рафиҡов.
ШАҺИНӘ [фарс. <îaLJ>] (Р.: шахиня; И.: Shah's wife; T.: şahın karısı) и. тар.
1. Шаһ ҡатыны. □ Шахиня. Шаһинә кейеме.
2. Ҡатын батша. □ Царица. Н [Башҡорттар ] тамғалар йыйып, шаһинәгә ғаризнамә ебәрҙеләр. Ғ. Ибраһимов.
ШАҺИ СОЛТАН (Р: Дух охоты; И.: hunting spirit; T: Avın İyesi) и. миф.
Һунар эйәһе. □ Дух охоты. ■ Һунарға барғанда: «Хызыр Ильяс булһын юлдашым, Шаһи Солтан булһын серҙәшем», - тип әйтәләр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ШАҺИТ [ғәр. даС^] (Р.: свидетель; И.: witness; T: şahit) и.
1. Ниндәйҙер эш-хәлде күреп белгән кеше.
□ Свидетель, очевидец; наблюдатель чего-л. Я Фируз көндөҙ радио тыңлағанда Роберт менән Йыһангирҙың һуғышып китә яҙыуына шаһит булғайны. Р. Байбулатов. Ғинуар аҙаҡтарында ул [Вәхитов] ҡот осҡос, бер ук ваҡытта иҫ киткес куренешкә шаһит булды. И. Абдуллин. Шаһиттарҙан ни тиклем тиҙерәк ҡотолһа, Ихсанбай шул тиклем оҙағыраҡ, шул тиклем тынысыраҡ йәшәйәсәк. Т. Ғарипова. • Ялғансының шаһиты янында булыр. Әйтем.
2. кусм. Ниндәй ҙә булһа хәл-ваҡиға булып үткән урындағы йәнһеҙ нәмәләргә ҡарата.
□ Свидетель (о предметах). Я Көтә әле ул, көтә [Гөлсирә инәй улдарын]. Көҙгө кеуек ялтлап мейес буйында ултырған еҙ самауыры шаһит ана. Р. Ғабдрахманов. Ауылды икегә ярып аҡҡан һалҡын һыулы ошо йылға ғына ла купме бала саҡ иҫтәлектәренә шаһит. X. Зарипов. Купме бәрелештәргә шаһит Днепр! Я. Хамматов.
3. Нимәнелер раҫлаусы күренеш йәки әй-бер. □ Свидетельство; доказательство (подтверждающее что-л., явление, предмет). Я Ә сәйемдең ҡасандыр комсомол сафында тороуы хаҡында һөйләгән берҙән-бер шаһиты -баяғы кескәй ҡыҙыл йондоҙҙо кукрәгемә ҡаҙап, октябрятҡа булып, беренсе класты тамамланым. 3. Биишева.
4. юр. Үҙе күргән енәйәт хаҡында судта күрһәтмә биргән кеше. □ Свидетель. / Свидетельский. Шаһит курһәтеуҙәре. ■ [Сапый] гел шулай ялған доносты дөрөҫләп судҡа шаһит булып барҙы. 3. Биишева. Артабан суд процесы законда ҡаралғанса дауам итте: ғәйепләу акты уҡылды, шаһиттарҙан допрос алынды, прокурорҙың тәҡдиме буйынса делоға теркәлгән ҡайһы бер дәлилдәр уҡылды. X. Зарипов. Әсләм секретарь өсөн дә, шаһиттар өсөн дә ашыҡмай имза сәпәп сыҡты. Р. Камал.
5. Нимәнелер рәсми рәүештә дөрөҫләү өсөн эш-ваҡиғала ҡатнашҡан кеше. □ Свидетель, свидетельница. Васыятнамәне шаһиттар алдында уҡыу. Туйға кейәу яғынан килгән шаһит.
793