Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 794


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАҺИТЛЫҠ
ШАҺИТЛЫҠ (шаһитлығы) (Р.: свидетельство; И.: testimony; T.: şahitlik) и. юр.
Шаһит булған хәл. □ Свидетельство; свидетельские показания. ■ [Әсләм] уҙенә шаһитлыҡҡа монтёр иптәшен алды, ә Миң-задаһы яғынан йәш кассир ҡыҙҙың исем-шәрифен теркәне. Р. Камал. Уғаса Әшрәф менән һунарсы бабайҙан, әбекәйҙәрҙән шаһитлыҡ һорауы алдылар - төрлө форма кейгән кешеләр килеп тә еткәйне, араларында Сәми-ғуллин да бар. Г. Яҡупова.
ШАҺИТЛЫҠ БИРЕҮ (шаһитлыҡ бир-) (Р.: быть свидетелем на суде; И.: testify in court; T.: şahitlik etmek) ҡ. юр.
Судта шаһит булып, үҙең күргән-белгәнде һөйләү. □ Быть свидетелем на суде; давать свидетельские показания. Судта ике тапҡыр шаһитлыҡ биреу.
ШАҺИТНАМӘ [ғәр. + фарс. Шаһиттың күрһәтмәһе яҙылған ҡағыҙ. □ Свидетельство (документ). ■ Өҫтәлдә том-том ятҡан папкаларҙасы факттар: һорау алыу, экспертиза һөҙөмтәләре, фотолар, шаһитнамәләр һәм башҡа иҫбатламалар. Г. Яҡупова.
ШАҺЛЫҠ (шаһлығы) (Р: шахство; И.: Shah's reign; T.: şahlık) и. тар.
Шаһ булыу хәле. □ Шахство, положение шаха; царствование. / Шахский. Шаһлыҡ дәрәжәһе.
ШАҺНАМӘ [фарс. (Р: шахнаме;
И.: Shah's dynasty description; T.: şehname) и. тар.
Шаһтар тураһындағы әҫәр. □ Шахнаме, книга царей (историческое описание династии и отдельного правителя). Шаһнамә уҡыу. Шаһнамә яҙыу. Шаһнамәнең стиле.
ШАШКА I [рус. шашки} (Р: шашки; И.: draughts; T.: dama) и. спорт.
1. 64 шаҡмаҡтан (йөҙ һәм йөҙ ҡырҡ дүрт тә булырға мөмкин) торған таҡтаға 12 аҡ һәм 12 ҡара (егерме һәм утыҙ ҙа булырға мөмкин) фигураны ҡара-ҡаршы теҙеп, тейешле ҡағиҙә буйынса уйнай торған уйын; сатраш. □ Шашки. / Шашечный. М Студенттар дәрестәрен әҙерләп бөтөргәс,
туп тибә, шахмат, шашка уйнай, әҙәби китаптар уҡый, ҡыҙҙар менән ләстит һата. И. Абдуллин. Зинунә ингәндә, вагончиктағы өҫтәл эргәһендә шашка уйнап ултырған ике тракторист урындарынан ҡуҙғалмай ғына уның менән иҫәнләштеләр. Ә. Вәли. Артель идараһы шахмат, шашка, домино һатып алып бирергә вәғәҙә итте. Н. Мусин.
2. Шул уйында ҡулланылған аҡ һәм ҡара түңәрәктәр. □ Шашка (фигура в игре). ■ Әмәкәй, Бикҡол тағы шашка теҙҙеләр. А. Таһиров.
ШАШКА II [рус.] (Р: шашка; И.: charge; T: fişek) и. махс.
Шартлатыу эштәрендә ҡулланылған түңәрәк формала эшләнгән шартлатҡыс. □ Шашка (кубик взрывчатого вещества). Динамит шашкаһы. Төтөн шашкаһы. ■ Саръян, тол шашкалары тултырылған ауыр тоҡсайҙы иңбашынан һалмайынса ғына, шул тоҡсайға һөйәлеп, ҡарт имән төбөнә ултырҙы ла отделение командиры Александр Хижнякка төбәлеп тын ҡалды. Ә. Байрамов. Студент Ирғәлин балыҡ шаңҡытыу һылтауы менән ҡайҙандыр тол шашкаһы тапҡан. Ә. Хәкимов.
ШАШКА III [каб. -черк. сашхо ‘оҙон бысаҡ’] (Р: шашка; И.: sabre, cavalry sword; T: kılıç) и.
Үткер йөҙлө һуғыш ҡоралы, ҡылыс. □ Шашка (оружие). М [һалдаттар] казак формаларын кейеп, шашка аҫып йөрөйҙәр. Г. Яҡупова. Пар ҡара атҡа тейәлгән мылтыҡтар, шашкалар, төрлө системалағы револьверҙар йөгө менән бергә, уның артынан теҙелгән милиционерҙар төркөмө ревком алдына килеп туҡтағанда, көнсығыш яғы инде яҡшы уҡ ҡыҙарғайны. И. Насыри.
ШАШКАСЫ (Р: шашист; И.: draughts player; T: damacı) и. спорт.
Шашка (I, 1) уйнаусы. □ Шашист. Шашкасылар ярышында ҡатнашыу. Шашкасылар турниры.
ШАШҠЫН (Р: бурный; И.: ardent, tumultous; T.: coşkun) с.
1. Көслө тойғоға, дәрткә бирелеп, ныҡ шашҡан. □ Бурный, страстный, пылкий. Шашҡын теләк. ■ Нисек итеп артабан да ҡаршы тора алһын ул [Юламан] Зөлхизәнең
794