Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 795


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАШЫНДЫРЫУ
был шашҡын мөхәббәтенә?! 3. Биишева. Купме яҡты өмөттәр, шашҡын теләктәр ҡабыҙмай ул йылдар йәш йөрәктәрҙә! Ә. Вәли. Бәйгелә сабырға әҙерләнгән ат кеуек, ул [Әлимә] шашҡын хистәр тулҡынында йөҙҙө. Д. Юлтый.
2. Саманан тыш ярһыу, ҡоторонҡо. □ Бурный, порывистый, стремительный. ■ Аҡселән уҙенең шашҡын тау йылғаһы икә-нен бик ныҡ таныта белә, юлындағы барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы ҡырып-емереп, тау итәктәрен умырып, төптө уйламаған ерҙән яңы уҙән ярып, ҡотороп таша. Б. Бикбай.
ШАШЛЫҠ (шашлығы) [рус. < төрки шишлик] (Р.: шашлык; И.: kebab; T: şiş kebap) и.
Шешкә теҙеп ҡыҙҙырылған ит. □ Шашлык. / Шашлычный. Шашлыҡҡа ит әҙерләу. ■ Тиҙҙән тирә-йунгә, ауыҙ һыуын ағыҙып, әскелтем шашлыҡ еҫе таралды. Р. Вәлиев. Төрлө ергә өҫтәлдәр теҙеп ҡуйғандар ҙа ваҡ-төйәк менән һатыу итәләр, хатта бер урында бик ҙур еҙ самауыр ҡайнатҡандар, шашлыҡ, төтөн еҫе танауға бәрелә. Н. Мусин. Разведчиктар колхозға барып һарыҡ һатып алды, бишбармаҡ, шашлыҡ бешерҙе. Р. Солтангәрәев.
ШАШТЫР (Р: подражание шуршанию; И.: imitation of rustling; T.: hışır) оҡш.
Кипкән япраҡ, ҡағыҙ биттәре бер-береһенә тейгәндә сыҡҡан һ. б. тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шуршанию, шороху, шелесту. Шаштыр итеп килеп сығыу.
ШАШТЫРЛАТЫУ (шаштырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. шаштырлау, понуд. от шаштырлау. ■ Ишмырҙа, һуҙа баҫып атлап, яртылаш кипкән, ергә һылашып ята башлаған оҙон ҡыйғаҡ уләндәрҙе шаштырлатып, уның [Рәмиләнең] эргәһенә килә, миләште эйелтә биреп, иң суҡ тәлгәште өҙөп ала ла уға һона. Н. Мусин. Оҫта, гөлйемеш, ҡурай еләге ҡыуаҡтарын шаштырлатып, урман эсенә инеп китте. Ә. Хәкимов.
ШАШТЫРЛАУ (шаштырла-) (Р: шуршать; И.: rustle; T.: hışırdamak) ҡ.
Шаштыр тигән тауыш сығарыу, шаштыр-шоштор килеү. □ Шуршать, шелестеть. // Шуршание, шелест. Бер туҡтауһыҙ шаштырлау.
ШАШТЫР-ШОШТОР. шаштыр ҙа шош-тор (Р: подражание шуршанию; И.: imitation of rustling; T.: hışır hışır) оҡш.
Ҡабат-ҡабат шаштыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шуршанию, шарканью, шороху от движения, трения, соприкосновения чего-л. Шаштыр-шоштор килеу. Шаштыр ҙа шоштор иткән тауыш ишетеу. ■ Рәуф шаштыр-шоштор газетаны әйләндерҙе лә, бер битенә текләп, шыш-быш уҡырға тотондо. Р. Ғабдрахманов. Самат иһә, ул-был була ҡалһа тип, табаҡ дәумәлле әрекмән япраҡтарын шаштыр-шоштор килтереп, кесерткән йырып, куршеләрҙең бейек текмәһенә урмәләне. Ә. Хәкимов.
ШАШТЫРЫУ (шаштыр-) (Р: баловать;
И.: indulge; T.: yüz vermek) ҡ.
1. Шашырға ирек ҡуйыу; ҡотортоу. □ Баловать. Шаштырып бөтөу. ■ Бындай рәхмәтһеҙ балаларҙы шаштырырға ярамай. А. Баймөхәмәтов.
2. кусм. Булмағанды өҫтәп, арттырыу. □ Преувеличивать. // Преувеличение. ■ На-ливкин өскөл һары һаҡалын кәзә һауғандағы кеуек тартып-һыйпап, Зәки Вәлидиҙе, артыҡ шаштыраһың тигәндәй, йылмая биреп тыңланы. Р. Байымов. Шәмсекамал инәйҙең һарыбайҙы шаштырып маҡтау өсөн әйткән һуҙҙәре кешеләрҙе хайран ҡалдырҙы. Р. Байбулатов. Ишбирҙе шаштырып кемделер маҡтап алды. М. Кәрим.
3. Асыуын ҡабартыу, енләндереү. □ Бесить, взбесить, выводить кого-л. из себя. ■ Уның [Емештең] был өнһөҙ, хәрәкәтһеҙ торошо Моратшаны тағы ла шаштырып ебәрҙе. 3. Биишева.
ШАШЫНДЫРЫУ (шашындыр ) (Р: баловать; И.: pamper; T.: şaşırtmak) ҡ.
1. Шашынырға, саманан тыш ҡыланырға ирек ҡуйыу □ Баловать. Баланы артыҡ шашындырыу. ■ [Балалар] Джекты тыйыу урынына көлөшөп шашындырҙылар ғына. Ә. Бикчәнтәев.
2. Көслө тойғо менән ҡыҙҙырыу, ярһытыу. □ Волновать, будоражить кого, что. ■ Ағиҙел буйҙарының һыуға-дымға туйынған, ҡояш нурҙарында ҡойонған береһенән-береһе уҙаман куренештәре йәнде шашындыра. Д. Исламов. Концерт булыу уны [Иркәне] бөтөнләй шашындырып ебәрҙе. Ә. Вәли.
795