Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 796


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАШЫНЫУ
ШАШЫНЫУ (шашын-) (Р.: быть взбудораженным; И.: rave; T.: şaşırmak) ҡ.
1. Көслө тойғоға, дәрткә бирелеү. □ Быть взбудороженным, переходить меру (в проявлении каких-н. чувств). ■ Йәмил шашынып һөйләнгәнен һиҙмәй ҡалды. Р. Байбулатов. Ул арала дуртенсе вышкаға яҡынлашҡанда, Зифаның йөрәге һәр ҡасан шашынып тибә башлай. Ә. Бикчәнтәев. Ғиниәт шашынып ғашиҡ булды, башҡа бер ни хаҡында ла уйламаны. Р. Камал • Шатлыҡ курһәң шашынма, ҡаза курһәң көйөнмә. Әйтем.
2. Ҡыҙыу төҫ алыу, көсәйеү, ярһыу, ҡотороноу. □ Бушевать, неистовствовать, свирепствовать. Ел шашынып иҫә. ■ Йылға оҙон булмаған, йөҙ-йөҙ илле саҡрым самаһы араны шашынып, ярҙан ярға бәрелеп аҡҡан-аҡҡан да бер оло йылғаға барып ҡушылған. Ғ. Аллаяров. Көндәрҙең рәттән артыҡ та ныҡ йылы тороуына, төндәрен дә туңдырмауына ҡарап, өлкәнерәк кешеләр, Иҙел ярһыр, тигәйнеләр, юрауҙары тәңгәл килмәне -Ағиҙел шашынманы. Ғ. Ғиләжев. Сатнама һалҡын булыу ғына етмәгән, корпустың кәпләнмәгән яғынан утә һуҡҡан ыжғырыҡ ел шашынды, ҡуйынға ғына тугел, һөйәккә утеп инде, аяҡ-ҡулды зәңкетте. Ш. Янбаев.
3. Саманан тыш ярһыу, ҡотороу. □ Беситься, бесноваться, приходить в бешенство. ■ Валентин юҡҡа-барға ла көйәләнә, уның ыңғайына ғына тормаһаң, шашынып китә, ғауға кутәрмәй туҡтамай. Ә. Бикчәнтәев. Еабдулланың куҙҙәре шундуҡ шашынып аҡайҙылар. Д. Исламов. Яҡтырыу менән ук, немецтар шашынып, ҡотороноп беҙҙең өҫкә ташланды. Ғ. Лоҡманов.
ШАШЫУ (шаш-) (Р: неистовствовать; И.: rave; T.: şaşmak) ҡ.
1. Көслө хискә бирелеп ярһыу. □ Неистовствовать, переходить меру (в проявлении каких-н. чувств). // Неистовство. ■ Йөрәк ни эшләргә белмәй шашып тибә. И. Абдуллин. Шашып һикергән йөрәге сәмле укенестән әрнеп, Зәйни киске йылға буйына төштө. Й. Солтанов. Сәрбиямал асыуҙан шашып ҡо-торондо. 3. Биишева.
2. Ҡотороп шаярыу. □ Резвиться, дурачиться, возиться, шалить без удержу. Балалар бер туҡтауһыҙ шаша.
3. Саманан тыш ҡыланыу; ҡотороу. □ Беситься. ■ Көлдө Ғилман, ләкин эсенән бер тауыш уны иҫкәртергә онотманы: шашма! Д. Бүләков. Шашты Камалов, ныҡ шашты һуңғы осорҙа. Р. Вәлиев. [Гузәл] электән сая нәмә хәҙер, агроном булғас, шашты бигерәк. Г. Ғиззәтуллин.
4. Сиктән тыш көсәйеү, ярһыу; ҡотороноу.
□ Бушевать, свирепствовать, яриться. ■ Тирә-яҡта буран ҡотора, шаша. Ә. Бикчәнтәев. Ағастарҙа бәрәләр тиртә, ҡоштар куңелле сырҡылдай, әллә ҡайҙан, йыраҡтан, тау йылғаһының шашҡаны ишетелә. Т. Ғарипова.
ШАЯН I (Р: шаловливый; И.: naughty; T.: şuh) с.
1. Шаярырға, уйнарға яратыусан, уйын-көлкөгә әүәҫ (кешегә ҡарата). □ Шаловливый, озорной (о человеке). ■ Мирғасим -телгә бөткән, шуҡ, шаян, илгәҙәк егет. И. Абдуллин. Шаян Сабира, Иштуғандың өйҙән сыҡҡанын һағалап тороп, башы аша бер кунәк һыу ауҙарып ҡасты. 3. Биишева. • Шаян кеше - яҡшы кеше, яман кеше - шаҡшы кеше. Мәҡәл.
2. Ошондай кешегә хас. □ Шутливый, шаловливый, озорной, лукавый. ■ Таидзе, шаян ҡара куҙҙәрен уйнатып, механик-водитель аша Тимербайға ҡул һуҙҙы. Ғ. Аллаяров, һаман элекке һымаҡ шаян, мут йылмайған Фәнисте кургәс, Ринаттың да куңеле кутәрелеп китте. Р. Байбулатов. Нәфисә шаян куҙҙәрен уйнатты, кәуҙәһен килешле генә бәуелтте. Д. Бүләков.
3. Уйнарға, шаярырға яратҡан (йәнлектәргә ҡарата). □ Шаловливый (о животных). Шаян ҡолонсаҡ. Шаян бесәй балаһы.
4. шиғр. Уйнаған һымаҡ етеҙ хәрәкәтле.
□ Озорной, шаловливый, шальной. Шаян тулҡындар. ■ Ул арала өйгә, шаян ел менән талпынып, тимерлектә сыцлаған көмөш тауыш та осоп керҙе. Ә. Байрамов.
5. Шаярыуға ҡоролған, мәрәкәле, ҡыҙыҡ.
□ Шуточный, шутливый. Шаян бейеу башҡарыу. Шаян йырҙар йырлау. М Сәлимә апайҙың да шаян һуҙгә куңеле булды, курәһең. Р. Байымов. Рәшит папканан шаяныраҡ шиғырҙарын эҙләп ала һалды һәм, яңынан сумаҙанына ултырып, юрый көр тауыш менән уҡый башланы. Б. Рафиҡов.
796