ШАЯРЫУ
ШАЯН II (Р.: шутливо; И.: playtully; Т.: şaka yaparak) р.
Уйынсыл, шуҡ итеп. □ Шутливо, лукаво. ■ Ғариф, шаян ғына көлөмһөрәп, ҡартҡа баш ҡаҡты. Ә. Байрамов. Валя, баҫҡыстан талпына-талпына төшкәндә, Корея егетенә шаян йылмайып ҡараны. М. Садиҡова.
ШАЯН III (Р.: ленивый; И.: lazy; Т.: tembel) с. диал. ҡар. сабан.
Ялҡау тәбиғәтле, яй йөрөүсән (атҡа ҡарата). □ Ленивый (о лошади). Шаян ат егеу. Шаян бейә атламай йонсота.
ШАЯНЛАНЫУ (шаянлан-) (Р: становиться шаловливым; И.: become naughty; T.: afacanlaşmak) ҡ.
1. Шаянға (1) әйләнеү, шаян булыу. □ Становиться шаловливым, проказливым, озорным. ■ Камалетдинов уртәлде, ә ҡатыны, киреһенсә, хатта тәбиғи булмаған бер ҡиәфәттә шаянланып китте, һуҙ араһында көлөп-көлөп алды. X. Зарипов. Улар [ҡатындар] тағы, бала-саға шикелле шаянланып, геу килеп көлөшөргә, һөйләшергә тотондо. 3. Биишева. [Рәуфәнең] һуңғы көндәрҙә нисектер куңелләнеп, һуҙе кубәйеп, шаянланып, йөрөшө талғынланып киткәйне шул. Ә. Әминев.
2. Шаян ҡыланыу, шаярыу. □ Шалить, озорничать, проказничать, баловаться. Артыҡ шаянланырға ярамай.
ШАЯНЛЫҠ (шаянлығы) (Р: шаловливость; И.: naughtiness; T.: şuhluk) и.
Шаян кешегә хас сифат. □ Шаловливость, шалость, проказливость, озорство. Балалыҡ шаянлығы. ■ Башҡалар һымаҡ Зәки Вәлиди ҙә Шәйехзаданы теремек теле, шаянлығы өсөн генә тугел, ихласлығы, эскерһеҙ бер ҡатлылығы өсөн ярата, туғаны кеуек яҡын курә. Р. Байымов. Емеш, уҙенә хас булмаған шаянлыҡ менән рәхәтләнеп көлә-көлә, утынды ерҙән кутәреп алып, еңел атлап текә ярға менеп китте. 3. Биишева. Шаянлыҡта тиңдәше булмаған Маринка башындағы шәлен һалды ла ҡар әбейенә япты. Ә. Бикчәнтәев.
ШАЯРТЫУ (шаярт ) ҡ.
1. йөкм. ҡар. шаярыу 1. понуд. от шаярыу
1. Баланы шаяртыу.
2. Кем менәндер уйнап эш итеү. □ Играть, шутить. Шаяртып яуап биреу. К Азамат
телһеҙ ҡалды: шаяртырға теләгәйне, бәй, ҡыҙ уның тәҡдимен ысынға алды тугелме?! Т. Ғиниәтуллин.
3. Мәрәкәләп, уйынсалап ирештереү. □ Заигрывать, шутить, подшучивать над кем, чем. // Шутка. М Быраулаусы Лоҡманов буйҙаҡ егеттәргә бәйләнергә ярата ине, был юлы ла Римде шаяртыуҙан бушаманы. Ә. Байрамов. Комсорг, ни әйтергә белмәй, әллә яңылыштыммы икән, әллә мине шаярттылармы икән, тип уңайһыҙланды. Ә. Бикчәнтәев. Мамед та, яйы килгәндә, шаяртып ҡалырға ашыҡты. Ш. Бикҡол.
ШАЯРТЫУЛЫ (Р: шутливый; И.: joking; T.: şakacı) с.
Шаяртыуға ҡоролған. □ Шутливый, шуточный, игривый. Шаяртыулы ҡараш. Шаяртыулы һорау. Шаяртыулы һуҙ.
ШАЯРЫУ (шаяр-) (Р: играть; И.: play; T.: oynamak) ҡ.
1. Йүгереп, һикереп уйнау, төрлө уйын менән күңел асыу. □ Играть, резвиться, веселиться. // Игра, веселье. ■ Кыҫҡа йәйге кистәрҙә элекке кеуек тилереу, саманы онотоп шаярыу, кесерәктәрҙе мыҫҡыллау, йәберләу тора-бара бөттө. И. Абдуллин. Зәлифә шаян, ул малайҙарҙан ҡалышмай шаяра. 3. Биишева. Пыр туҙып уйнау, шаярыуҙар онотолдо. Б. Бикбай.
2. Ҡыҙыҡ күреп, нимә йәки кем менәндер булышыу; уйнау. □ Шалить, озорничать; дурачиться. // Шалость, озорство, баловство. Һалҡын һыу менән шаярыу. Бәрәстәр менән шаярыу.
3. Уйын-көлкөгә бороу, уйынсалау, мәрәкәләү. □ Шутить. // Шутка. ■ Дөрөҫ, ваҡыт-ваҡыт уҙен ҡулға алып, кешеләр менән шаярып та һөйләште Хәсәнша. Ә. Байрамов. Ильяс Алкин шаярып яуапланы. Р. Байымов.
4. кусм. Берәй мәсьәләгә еңел ҡарау, уйламай эш итеү; уйнау. □ Шутить чем-л:, пренебрегать, пренебречь. // Шутка; пренебрежение. Мөхәббәт менән шаярыу. Кешенең хистәре менән шаярыу. ■ Казактар менән шаярып булмай,- тип уйланы Кинйә. Ғ. Ибраһимов. [Мостафа - Тәзкирәгә:] Минең тойғоларҙың иң нескә ҡылдары менән шаярырға һиңә рөхсәт бирелмәгән. Д. Исламов.
797