Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 798


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШАЯРЫУЛЫ
5. кусм. Ярамаған нәмә менән мауығыу, хилафлыҡ ҡылыу. □ Баловаться (заниматься чем-л. предосудительным). // Баловство. Араҡы менән шаярыу. Тәмәке менән шаярыу. ■ Генканың наркотиктар менән шаярыуы хаҡында хәбәр ишетелде. Р. Вәлиев.
6. кусм. һөйл. Уйнаш итеү, типтереү. □ Заигрывать; шалить, распутничать. Ҡатын-ҡыҙ менән шаярыу.
7. һөйл. Насар эшләү, ауырыу (йөрәккә ҡарата). □ Шалить, плохо работать (о сердце). Йөрәк шаяра.
8. Етеҙ хәрәкәттәр яһау; уйнау (тәбиғәт куренешенә бәйле хәлгә, хайуандарға һ. б. ҡарата). □ Играть, бушевать, капризничать. // Игра, каприз. ■ Ел уйнай, ел шаяра, ел йөрөй ер өҫтөнән. Р. Камал. Ирлән тейендең һикергеләп шаярып йөрөуен, әллә ҡайҙа юғарыға менә алыуын яратмай. А. Карнай.
ШАЯРЫУЛЫ с. ҡар. шаяртыулы. Шая-рыулы тон менән һөйләшеу.
ШАЯРЫШЫУ (шаярыш-) ҡ. урт. ҡар. шаярыу 1, 3, 8. взаимн. от шаярыу 1, 3, 8. Шаярышып йөрөу. М Ай, йөҙөуенэн туҡтап, һағышлы моңдо тыңлап торҙо, йондоҙҙар шаярышып куҙ ҡыҫышмай башланы. И. Абдуллин. Йәнғәли менән олораҡ апайҙар тыйнаҡ ҡына, йәш-елкенсәк иһә шаярышып иҫәнләштеләр ҙә, һәр кем уҙ эшендә булды. Н. Ҡотдосов. Наилә килеп еткәндә, медпункт янында бер нисә егет һәм ҡыҙ шаярышып торалар ине. С. Поварисов.
ШАЯТИН [ғәр. JjLUü] и. иҫк. ҡар. шайтан. * Аптырау алды шаятин мәхшәрен, бар ҙа йунәлткән сәмаға баштарын. Ш. Бабич.
ШВАБРА [нем. Schwabber] (Р: швабра; И.: mop, swab; T.: ip süpürge) и.
Таяҡтан, тимерҙән эшләнгән иҙән йыуыу ҡоралы. □ Швабра. Швабра эшләу. Швабра-ны һындырыу. Швабра менән иҙән йыуыу. ■ Отбойҙан аҙаҡ курсанттар ял итергә ятты, Миңлеғәле, ҙур швабра менән ҡоралланып, төнө буйы казарма иҙәнен йыуҙы. Я. Хамматов.
ШВАРТОВ [гол. sjortouw] (Р: швартов; И.: howser; T: palamar) и. дицг.
Причалға туҡтаған карапты бәйләп ҡуя торған арҡан йәки сым. □ Швартов. Швартовты бәйләп ҡуйыу.
ШВЕД (Р: швед; И.: Swede; T.: İsveçli) и. этн.
Швецияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (герман телдәренец береһендә һөйләшә). □ Швед. / Шведский. Швед телен өйрәнеу. ■ Һөҙөмтәлә шведтар ҡорал һалырға, хәҙерге Эстония, Латвия биләмәләрен Русияға ҡалдырырға мәжбур булған. Р. Байымов. Булат ҡоросо менән швед ҡылысы ныҡлыҡҡа имтихан тотҡан. И. Ғиззәтуллин. 1708 йылда шведтарға ҡаршы һуғышҡан Пётр I-нец ғәскәре лә Пол-таваға ошо юлдан барған, тиҙәр. Я. Хамматов.
ШВЕЙЦАР I [нем. Schweizer] (Р.: швейцар; И.: porter; T.: kapıcı) и.
Ҡунаҡхана, ресторан йәки башҡа ҙур йорттарҙағы тышҡы ишек төбөндә торған һаҡсы. □ Швейцар. / Швейцарский. ■ Ҡарт швейцар лифт янында ойоп ултыра ине. И. Абдуллин. Ҡунаҡхананан ҡулына зонт тотҡан швейцар атылып сыҡты. X. Мохтар. Швейцар ишектән уткәреп ебәргәс тә улар [Фәриҙә менән Ғәзизә] эргәһенә ниндәйҙер сәйер ҡарашлы егет йугереп килеп етте. Т. Сәғитов.
ШВЕЙЦАР П (Р: швейцарец; И.: Swiss; T.: İsviçreli) и. этн.
Швейцарияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе. □ Швейцарец. / Швейцарский. Швейцар халҡы. Швейцар ҡыҙы.
ШЕБӘ (Р: свитая нитка; И.: kind of thread; T.: örülen ip) и. диал.
Ишкән еп. □ Свитая нитка. Шебә менән тегеу.
ШЕВИОТ [ингл. cheviot] (Р: шевиот; И.: cheviot; T.: şevyot) и. туҡ.
Өҫ кейеме тегеү өсөн ҡулланылған әҙ генә өбөрөлө, йоҡа йомшаҡ йөн туҡыма. □ Шевиот. / Шевиотовый. ■ Шевиот, яҡшы тауар, тик беҙҙә уны кем алһын, ҡиммәтле, - тип ҡуйҙы һатыусы. Г. Яҡупова. Ҡлава ҡапыл урынынан һикереп торҙо ла, һылашып торған зәцгәр шевиот юбкаһыныц итәген тартып-төҙәтеп, кире ултырҙы. Р. Өмөтбаев.
ШЕВРО [фр. chevreau ‘кәзә бәрәсе’] (Р: шевро; И.: kidskin; T.: keçi derisi) и.
Кәзә тиреһенән эшләнгән йомшаҡ күн. □ Шевро. / Шевровый. Шевро диван.
798