ШЕЛТӘ
ШЕВРОН [фр. chevron] (Р.: шеврон; И.: chevron; T.: şevron) и. хәрби.
«V» рәүешендәге, сроктан тыш хәрби хеҙмәтте йәки яраланыуҙы аңлатҡан тамға. □ Шеврон. / Шевронный. Шеврон тағыу.
ШЕГРӘЙ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тамъян ҡәбиләһенә ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени тамьян. Шегрәйҙәр араһы. Шегрәйҙәр тамғаһы.
ШЕДЕВР [фр. chef-doeuvre] (Р.: шедевр; И.: masterpiece; T.: şaheser) и.
1. сәнғ. Оҫталыҡ үрнәге булырлыҡ, һоҡландырғыс сәнғәт әҫәре. □ Шедевр. Донъя сәнғәте шедеврҙары. М Будапешттың архитектура шедеврҙары харабаларға әйләнде, арҡа «һөйәге» урталайға һынған гузәл купер Дунайға һалынып төшкән, бөтә донъяға дан тотҡан Венгр парламентының бинаһы куҙҙәре соҡоп алынған кешене хәтерләтә. И. Абдуллин. Рәссам ҡылҡәләме ошондай мәлдәрҙә яҙалыр шедеврҙарҙы. Г. Яҡупова.
2. тар. Урта быуатта оҫта исемен алыу өсөн һәнәрсе тарафынан эшләнгән өлгөлө әйбер. □ Шедевр. Шедевр әҙерләу.
ШЕЗЛОНГ [фр. chaise longue] (Р: шезлонг; И.: kind of liht arm-; T.: şezlong) и.
Арҡа терәп ятырлыҡ итеп эшләнгән еңел кресло. □ Шезлонг. / Шезлонговый. Шезлонгыға ятып ял итеу.
ШЕЙК [ингл. shake ‘һелкенеү’] (Р: шейк; И.: shake; T.: şeyk dansı) и.
60-сы йылдарҙа барлыҡҡа килгән, дәртле бейеү. □ Шейк (танец). Шейк хәрәкәттәрен ҡабатлау. Шейк бейеу.
ШЕКӘРӘ I (Р: плёнка; И.: film; T.: zar) и.
1. Йән эйәләре организмындағы үтә күренмәле йоҡа ғына яры. □ Плёнка, слой. M Ҡот осҡос ине был яра: баш бармаҡ битендәй булып өңрәйгән урынды йоҡа ғына тире шекәрәһе япҡан һәм уның аҫтындағы мейенең, мөлкөлдәп эшләуе һиҙелеп тора. Н. Мусин.
2. Нәмәләрҙең өҫтөнә ултырған йоҡа ғына яры рәүештәге ҡатлау. □ Плёнка. ■ Биләмәһен көндән-көнгә киңәйтә барған ҡояштың танһыҡ нурҙарынан ҡар өҫтөндә шекәрәләр барлыҡҡа килде. М. Ямалетдинов.
3. кусм. Ҡаплап, томалап торған нәмә. □ Пелена. ■ Шекәрә аша Нәрәш тауҙарының суҡайтмалары, Ағиҙел өҫтө сағылып ҡала. Т. Килмөхәмәтов. Фаралар яҡтыһы һәрмәгән юл ҡар шекәрәһе аша куренмәй башлағайны. Ш. Янбаев.
4. Күҙҙең ҡараһын ҡаплап үҫкән яры; аҡ. □ Плёнка на глазу. М [Уғатарҙың] төтөн кеуек төҫһөҙ шекәрә менән ҡапланған куҙ алмалары шар асылды ла Хәмзәгә текәлде. Р. Байбулатов.
5. Ҡайнаған һөт өҫтөнә ултырған йоҡа яры; ҡаҫмаҡ. □ Пенка на молоке, һөт шекәрәһен алыу. һөт өҫтөнә шекәрәһе ултырған.
ШЕКӘРӘ II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ҡәбиләһенә ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени бурзян. Шекәрә араһы шәжәрә байрамы уткәрә.
ШЕКӘРӘ БОЛОТ (Р: перистые облака; И.: fleecy clouds; T.: kuş tüyü şeklindeki bulutlar) и.
Бөҙөркәле йоҡа ғына аҡ болот. □ Перистые облака. ■ Кук йөҙө, зәңгәрһыу буяу төҫлө, шекәрә болоттар менән ҡапланған. М. Тажи.
ШЕКӘРӘ МАЙ (Р.: нутряное сало; И.: lard; T.: yağ) и.
Эсәк араһынан алынған ярылы май. □ Нутряное сало. Шекәрә майын алыу. Шекәрә майын ҡайнатыу.
ШЕЛЕ (Р: недопечённый (о хлебе)’, И.: sodden; T.: çiğ) с. диал. ҡар. бысый 1.
Бешеп етмәгән (икмәккә ҡарата). □ Недопечённый, сырой (о хлебе). Шеле икмәк тәмһеҙ була.
ШЕЛТӘ (Р: упрёк; И.: reproach; T: sitem) и.
1. Ярамаған эш өсөн ризаһыҙлыҡ белдереп, киҫәтеп әйткән һүҙ. □ Упрёк, укор, укоризна. ■ Кусәккә әбей бик ныҡ шелтә яһай: «Рәхимһеҙ, кургәнем юҡ һиндәй һис кем». «Бабсаҡ менән Күсәк». Дуҫтарының куңелһеҙ хәлен ишетеп белергә өлгөргән Сабир, һуңлап килдегеҙ, тип шелтә лә яһаманы, ғәҙәтенсә, Емеште Ҡырыҫбикә тип тә уртәмәне. 3. Биишева.
799