ШЕЛТӘЛЕ
2. Рәсми киҫәтеү һүҙе. □ Выговор; замечание, порицание. ■ Рифатҡа ҡаты шелтә бирҙеләр, ә Мөхәмәттең комсомолға инеу мәсьәләһен яңынан дружина советы ултырышында тикшерергә ҡарар иттеләр. Р. Байбулатов. Йыйылышта ҡаты шелтә алған Буран, бөтөнләй бойоғоп, бошоноп өйгә ҡайтып барғанда, ауыл осонда Кәмиләгә тап булды. Ә. Бикчәнтәев. Бик ныҡ тартҡылаш-еңешеуҙәрҙән һуң, Нурихановҡа ҡаты шелтә биреп, бюроны япты Йәғәфәрова. Д. Бүләков.
ШЕЛТӘЛЕ I (Р: укоризненный; И.: reproachful; T.: sitemli) с.
Шелтә бирелгән. □ Укоризненный; с укором, с упрёком. Шелтәле һуҙ. ■ Үҙе писарь, уҙе машинкала ла яҙа белмәй, тип тегегә шелтәле ҡараш ташлағайны, машинканың трофей икәнлеген, шрифтарҙың латинса булыуын курҙе лә писарҙы ғәфу итте Әлфиә. И. Абдуллин. Әсәнең шелтәле һуҙҙәре тәуге юғалтыуҙарҙы һәм сигенеуҙе былай ҙа бик ауыр кисергән Ғарифтың йөрәгенә уткер хәнйәр булып ҡаҙалды. Ә. Байрамов. [Батша:] Әй кейәу, кейәу, мин һине шул тиклем шәп кешелер, тип уйламағайным. Бынан һуң һине һис кенә лә сит итмәм, шелтәле һуҙ әйтмәм. Әкиәттән.
ШЕЛТӘЛЕ II (Р: укоризненно; И.: reproachfully; T.: sitemli bir biçimde) р.
Шелтә менән. □ Укоризненно. ■ Әминәнең тауышы шелтәле яңғыраны. Р. Байымов. Хәмит Мәҙинәгә шелтәле ҡарап ҡуйҙы, ләкин уға бер ни тип тә әйтмәне. Д. Бүләков.
ШЕЛТӘЛӘНЕҮ (шелтәлән-) ҡ. төш. ҡар. шелтәләү, страд, от шелтәләү. ■ Элегерәк йыйылыштарҙа шелтәләнеп килгән бәғзе уҡыусылар, айырылышыр алдынан уҙҙәрен курһәтеп ҡалырға теләгәндәй, апаруҡ тырышып китте. Р Байбулатов. Дивизия командирынан нахаҡ шелтәләнеуенә Кусимовтың да асыуы ҡабарҙы. Я. Хамматов.
ШЕЛТӘЛӘҮ (шелтәлә-) (Р: укорять; И.: reproach; T.: yüzlemek) ҡ.
Шелтә һүҙе менән киҫәтеү; шелтә яһау. □ Укорять, корить, попрекать, винить. // Укор, упрёк, попрёк. М Желедко Фәтиховтың зирәклегенә һоҡланып ҡуйҙы, иғтибарһыҙ булыуына уҙен эсенән генә шелтәләне. И. Абдуллин. Тик Нәсимә Хәмитовна куңелһеҙ хәлдең
ни өсөн килеп сығыуын төпсөнөп, бер кемде лә шелтәләп маташманы. Р. Байбулатов. Ғариф ҡарттың бер аҙ аштыра торған ғәҙәте барлығын бар инде, ни эшләмәк кәрәк, олоғайған кешене шелтәләуе ҡыйын. Б. Бикбай.
ШЕЛӘГӘЙ и. диал. ҡар. шайыҡ. Шеләгәйен ағыҙыу. Шеләгәйен һөртөу.
♦ <Ауыҙының> шеләгәйе кипмәгән йәш кешене кәмһетеп әйтелә. □ соотв. Молоко на губах не обсохло. Шеләгәй ағыҙыу нимәнелер ашарға ымһыныу, тамшаныу. □ соотв. Слюнки потекли. К [Мәскәй] был ҡыҙҙы кургәс: «Яҡты донъянан туйған кеше бар икән», - тип ауыҙынан шеләгәйен ағыҙып ҡуйған. Әкиәттән.
ШЕЛӘҮКӘ и. диал. ҡар. шекәрә май. Шеләукәһен айырыу.
ШЕМПЕТӘЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Түңгәүер ҡәбиләһенә ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени тангаур. Шемпе-тәйҙәр бер ауыл булып ултырған.
ШЕМШЕКI (Р: моросящий; И.: drizzling; T.: çisenti) с. диал. ҡар. быҫҡаҡ.
Яй ғына яуып торған, ваҡ ҡына күҙле. □ Моросящий. Шемшек ямғыр.
ШЕМШЕК II (Р: привередливый (в еде); И.: fastidious; T: zor beğenir) с. диал. ҡар. семсек.
Һайланып ҡына ашаған. □ Привередливый (в еде). Шемшек бала. Шемшек up.
ШЕМӘКҺЕҮ (шемәкһе-) (Р: капать из краника; И.: drip; T: akmak) ҡ. диал.
Һемәгенән һыу ағыу (самауырға ҡарата). □ Капать из краника (самовара). Самауырҙың морононан һыу шемәкһей.
ШЕП (шебе) (Р: камень с заострённым краем; И.: special kind of stone; T.: bir tür taş) и. этн.
Малды ҡан сығармай һуйыу өсөн ҡулланылған бер яҡ башы осло таш. □ Камень с заострённым краем (для резания скота). Шепте уткерләу. Шеп яһау. Шеп утмәҫләнгән.
ШЕП-ШИКЕРТ (Р: еле слышный звук; И.: subtle rustle; T: feşafaş) и.
800