ШЕШ
Саҡ ҡына ишетелгән, бик аҡрын сыҡҡан тауыш. □ Еле слышный звук, шорох. Шеп-шикерт тә ишетелә.
ШЕП-ШИКЕРТҺЕҘ р. ҡар. шып-шым. Шеп-шикертһеҙ баҫып тороу. Шеп-шикертһеҙ йөрөу. Шеп-шикертһеҙ сығып китеу.
ШЕПШӘ и. диал. ҡар. һағыҙаҡ.
ШЕРБАЙ (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенә ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кыпчак. Шер-бай аймағына ҡарау.
ШЕРЕНГА [поляк. szereg] (Р.: шеренга; И.: rank; T.: sıra) и. ҡар. саф II, 1.
Бер һыҙыҡҡа теҙелеп баҫҡан кешеләр. □ Шеренга. Шеренгаға баҫыу. Шеренгаға теҙелеу. Шеренгаға тороу.
ШЕРИФ [ингл. sheriff] (Р.: шериф; И.: sheriff; T.: şerif) и.
АҠШ-та, Англияла, Ирландияла административ эштәрҙе һәм ҡайһы бер суд йомоштарын башҡарыусы урындағы кеше. □ Шериф. Шериф курһәтмәләре.
ШЕСТЕРНЯ [рус.] (Р: шестерня; И.: pinion; T.: dişli) и.
Хәрәкәтте икенсе механизмға күсереүсе тешле тәгәрмәс. □ Шестерня. ■ Әллә нисәмә тәгәрмәстәр, ҡайһыһы шестерня, ҡайһыһы ҡайыш көстәре менән геуләп, әйләнергә тотондолар. Ғ. Дәүләтшин. Хужа ҙур тәгәрмәс өҫтөндәге вал башына беркетелгән шестерня булкәттәрен ҡараны. Р. Өмөтбаев. Бөтә валдары һәм шестерняларына тиклем ағастан яһалған был машиналар ауыр шығырлап әйләнгәндә бер аҙ ҡурҡыныс тойола. Ә. Вәли.
ШЕҮӘЙТЛӘҮ (шеүәйтлә-) (Р: лицемерить; И.: dissemble; T.: ikiyüzlülük etmek) ҡ. диал. ҡар. юхалау.
Татлы теллеләнеү, матур һүҙҙәр һөйләп әүрәтеү. □ Лицемерить, притворяться. // Лицемерие. Шеуәйтләп уҙеңә ҡаратыу. Бер туҡтауһыҙ шеуәйтләу.
ШЕФ [фр. chef] (Р: шеф; И.: boss; T: şef) и.
1. Етәксе, башлыҡ (ҡул аҫтында эшләгән кешеләренә ҡарата). □ Шеф, руководитель
(группы, коллектива), начальник. М Сираттағы отпускыға бөгөн ғариза яҙғайным, шеф тағы ҡаршы төштө. Р. Вәлиев. Михаил уҙенең элекке шефын хатта көрәгенән артыҡ аңланы. X. Зарипов.
2. Кемгәлер ярҙам итеүҙе үҙ өҫтөнә алған кеше йәки ойошма. □ Шеф (лицо или организация, принявшие шефство над кем, чем). / Шефский. ■ Ҡаланан шефтар килеуҙе Шәмиғолов, ысынлап та, хупланы, рәхмәт әйтте. Ә. Вәли. Уны [Зөлфиәне] беҙҙең [Ғәфурҙәрҙең] булмәләге малайҙарға шеф итеп беркеттеләр. Р. Низамов.
ШЕФЛЫҠ (шефлығы) (Р: шефство; И.: patronage; T.: şeflik) и.
Кемгәлер йәки нимәгәлер эш, мәҙәниәт, тәрбиә әлкәһендә иптәшлек йөҙөнән систематик рәүештә күрһәтелгән ижтимағи ярҙам эше. □ Шефство. / Шефский. Шефлыҡ ярҙамы. Шефлыҡҡа алыу. ■ Филармонияның танылған баянисы Илгизәр Йомағолов уҙенең районында гастролдә йөрөгәндә, яйын тура килтереп, иптәштәре менән туғыҙынсы майҙа тыуған ауылына килде һәм кисен бында шефлыҡ концерты ҡуйырға ҡалды. Р. Байбулатов.
ШЕФЛЫҠ ИТЕҮ (шефлыҡ ит-) (Р: шефствовать над кем, чем; И.: act as patzon; T.: şeflik etmek) ҡ.
Шеф (2) сифатында ярҙам итеү. □ Шефствовать над кем, чем. М Комсомол кукурузға шефлыҡ иткән заман бит. Б. Рафиҡов. Эшсе егеттәр шефлыҡ иткән ҡайһылыр колхозда дәуләткә йыллыҡ ит һатыу планын арттырып утәгәндәр, шул айҡанлы бөгөн кис тантаналы йыйылыш була - концерт бирергә тейештәр. Й. Солтанов.
ШЕШ I (Р: шест; И.: pole; T.: şiş) и.
1. Төрлө эштә ҡулланылған осло йәпле саталы ағас. □ Шест (заострённый). Өңгә шеш тығыу. Шешкә аҫылған сәйнук. Шеш менән ҡурҡытыу. ■ Йәмил боҡорлап ҡайнаған ҡаҙанға ағас шеш тығып, сәнскеләп, иттең бешеп өлгөрөуен самалай. Й. Солтанов. Ергә ҡаҙаулы шеш осона эленгән баҡырсала ҡайнаған сәйҙе ҡунаҡтары менән бергә ултырып эскәс, Буранбай бөтөнләй тынысланды. Я. Хамматов.
801