Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 802


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШЕШ
2. Тотолған балыҡты һаҡлау һәм йөрөтөү өсөн яһалған яйланма. □ Кукан. Балыҡты шешкә теҙеу. ■ Ул арала, баяғы оптоһо менән биш-алты сабаҡ теҙелгән шеш тотоп, Фәхретдин дә килеп етте. Т. Сәғитов.
3. Ут өҫтөндә ит ҡыҙҙырыу өсөн ҡулланылған осло нәҙек ағас йәки тимер. □ Вертел (металлический прут). М [Куҙыйкурпәс] ҡуяндың тиреһен тунап ботарлай ҙа, .. шешкә ҡаҙап ҡура. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Бөгөн төндә төш курҙем, ут ҡашында шеш курҙем, шеш осонда ит курҙем. «Аҡһаҡ ҡола». Бер нисә усаҡта тимерҙәргә шештәргә теҙелгән шөшлөктәр ҡурылырға ҡуйылды. Ғ. Хөсәйенов.
4. Еүеш бесәнле кәбән аҫтына һауа йөрөргә юл ҡалдырып эшләнгән таған. □ Помост, подставка из жердей (для проветривания стога сена снизу). Кубәне шешкә һалыу. Шешһеҙ өйөлгән кубә. ■ [Хәмиҙә] шеш осондағы епте кубәнең артҡы яғындағы арҡан менән ҡуша баҫты. Я. Хамматов.
5. Инәһен иммәһен өсөн быҙау моронона кейҙерелгән, саталы ағастарҙан эшләнгән морондоҡ. □ Намордник (для телят). Быҙауға шеш кейҙереу.
ШЕШ II (Р: шишка; И.: lump; T: şiş) и.
1. Елһенеп, ҡыҙара биреп торған һыҙлаулы урын. □ Шишка; нарыв. / Припухлый, опухший. Шеш бит. ■ Бер нисә көндән һуң Тимербайҙың йөҙөндәге һәм ҡул-аяҡтарындағы шеш шиңә башланы, ләкин куҙҙәре асылманы. Ғ. Аллаяров. [Мусаның] танауы кугәреп сыҡҡан, куҙ төбөндә ҙур шеш. Ә. Бикчәнтәев. Урмановтың шеш ҡабаҡтары асылып китте, әммә куҙҙәрендә асыу курен-мәне. М. Кәрим.
2. Эске йәки тышҡы ағза туҡымаһының аҙып үҫеүенән һәм тарҡалыуынан килгән сир. □ Опухоль. Ҡаты шеш. Шеште дауалау.
3. кусм. Борсоулы, күңелде әрнеткән хәл. □ Болячка, нарыв (о ситуации). Я Гилман бер аҙ икеләнеберәк торҙо ла бөтә Йөҙшишмә халҡының да шеше булған мәсьәләгә ҡағылырға булды. Д. Бүләков.
♦ Шеше тулыу {йәки шеш осона сығыу) ниндәйҙер һөҙөмтәгә, сиккә барып сығыр хәлгә етеү. □ Дойти до крайности. Туҡта, шеш осона сығып бараһың. Я [Исхаҡты] ҡулға алдылар. Әсәйем әйтә, «шеше тулған»
уның, ти. Мәңге кеше хаҡын ашағас, куҙ йәше ебәрмәй, ти. К. Кинйәбулатова.
ШЕШ III (Р.: торчащий; И.: upright; Т.: çıkık) с.
Теп-текә булып тырпайып торған. □ Торчащий. Я Ерәнҡашҡа шундай матур хайуан булып уҫте: киң тушле, тартынҡы эсле, шеш ҡолаҡлы, тәкәббер ҡиәфәтле. Н. Мусин. Шеш мөгөҙлө ҡуңыр һыйыр - киленсәктең теләге. Туй йырынан.
ШЕШ IV (Р: шихан; И.: pointed hillock; T: uçurum) и. диал.
Кәбән кеүек тау. □ Шихан. Шешкә менеу.
ШЕШ АРБА (Р: длинная телега; И.: kind of long cart; T: yük arabası) и.
Оҙон бүрәнә ташый торған арба. □ Длинная телега, дроги. Шеш арба яһау. Шеш арба ватылған. Шеш арбаға бурәнәләр тейәу.
ШЕШ БИҘЕ и. диал. ҡар. шешек. Я Шеш биҙе ендән килә, ендең төкөрөуенән. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ШЕШЕГЕҮ (шешек-) ҡ. һөйл. ҡар. шешмәкләнеү. Куҙе шешегеп бөткән.
ШЕШЕК (шешеге) (Р.: чирей; И.: boil; Т: çıban) и.
1. Ҡыҙарып, эренләп, бүртеп торған тән сире. □ Чирей, фурункул. Тоҡон шешек. ■ Гөлзифа тураһында беренсе булып, әле Терех-тала саҡта уҡ, елкәһендәге шешеген ярҙырырға медсанбатҡа барған Лёня Ласточкин Йәнтимергә ҡайтып хәбәр һалды. М. Кәрим.
2. кусм. Зыянлы хәл-күренеш. □ Бедствие, трагедия. М һуғыш - кешелектең тәнендә улемесле, ғазаплы шешек ул. Д. Юлтый.
3. миф. Ышаныуҙар буйынса, шайтан төкөрөгөнән барлыҡҡа килгән кеше тәнендәге һыҙлауыҡ. □ Чирей, фурункул (по представлениям башкир, чирьи появляются от слюны шайтана). Я Төнөн, әгәр мөрйә асыҡ булһа, кешенең яланғас урындарын ен төкөрөп ялай, шунан шешек сыға. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ШЕШЕК ИМЕ (Р: магический способ лечения фурункулов и чирьев; И.: magic way to treat boils; T: bir tür büyü) и. миф.
Һыҙлауыҡ, сиҡанды бөтөрөүҙең магик ысулы. □ Магический способ лечения фурункулов и чирьев. Шешек име менән бөтө-рөу.
802