Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 803


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШЕШЕҮ
ШЕШЕКЛӘҮ (шешеклә-) (Р.: покрываться фурункулами, чирьями; И.: become covered with boils; T.: çıbanlaşmak) ҡ.
Тәнгә күпләп шешек сығыу. □ Покрываться фурункулами, чирьями. Тәне шешекләгән. Шешекләп бөтөү.
ШЕШЕМҺЕРӘҮ (шешемһерә-) ҡ. ҡар. шешмәкләнеү. Күҙ ҡабаҡтары шешемһерәгән.
ШЕШЕНДЕРЕҮ (шешендер-) (Р.: вызывать отёчность; И.: cause swelling; T: şişirmek) ҡ.
1. Шешкән һымаҡ итеп бүртендереү.
□ Вызывать отёчность; делать отёчным, опухшим. Аяҡты шешендереү. Шешендереп бөтөү. Илап, күҙҙәрен шешендереп бөткән.
2. Һыуға һалып бүртендереү. □ Вызывать набухание, распухание; делать вздутым, набухшим. Сапсаҡты һыуға шешендереү. ■ [Егет] ҡабыҡты һыуға һалып шешендергән дә унан һалабаш һуйған, шунан оҙон итеп арҡан ишергә тотонған. Әкиәттән.
ШЕШЕНЕҮ (шешен-) (Р: пухнуть; И.: swell; T.: şişmek) ҡ.
1. Аслыҡтан, ауырыуҙан организмда матдәләр алмашыныуы боҙолоу сәбәпле шыйыҡсаның тән туҡымаһына күпләп таралыуы. □ Пухнуть, опухать, распухать, отечь. М Ике ай эсендә генә был ауылда ҡырҡ өс кеше шешенеп үлде. һ. Дәүләтшина. Үҙҙәре аслыҡтан шешенер хәлгә етешкән кешеләргә артыҡ тамаҡ Хәмит кәрәкмәй ине. С. Ильясов. Әжәл һаман сигенергә теләмәне, балалар шешенде, күптәр бер ҡашыҡ ҡатыҡҡа зар-интизар булып ултырҙы. Р. Камал.
2. Ниндәйҙер сәбәптән организм туҡымаһына ҡан, һыу йыйылыуҙан ҡыҙарып тулышыу; елһенеү (айырым ағзаларға ҡарата).
□ Пухнуть, опухать, отекать. // Опухание, отёк. ■ Оҙаҡ йоҡламауҙан ҡуҙ төптәре шешенгән полковник, Колобовты КП-ла ҡаршылап, полктың ҡамауҙа ҡалыуын хәбәр итте. Ғ. Аллаяров. Ишектә өҫтөнә иҫке генә ҡара пальто кейеп, шешенеп ҡыҙарған йөҙө уҫал йылтыраған ҡатын күренде. Р. Байбулатов. Күҙҙәре шешенгән Хәсәнша карауаттан осоп төштө, ялан аяҡтары менән алпан-толпан баҫып, ҡапҡа төбөнә сыҡты. Ә. Байрамов.
3. Дымға тулышып ҡабарыу; бүртеү. □ Набухать, разбухать. Рамдар шешенгән. Ишек дымға шешенгән. ■ Ерҙәр шешенде, тауҙар менә алмаҫлыҡ тайғаҡҡа әйләнде.
Ғ. Лоҡманов. Һыуланып шешенгән беше бауҙы сисеп маташҡан Мөхәмәтша кинәт һиҫкәнде: атының йүгәне юҡ түгелме һуң? И. Ноғманов.
ШЕШЕНЕШЕҮ (шешенеш-) ҡ. урт. ҡар. шешенеү 1. взаимн. от шешенеү 1. ■ Ишбулдының ата-әсәһе, бер һеңлеһе ғинуар уртаһында уҡ астан шешенешеп үлделәр, һ. Дәүләтшина.
ШЕШЕНКЕ (Р: припухлый; И.: (slightly) swollen; T.: hafifçe şişmiş) c.
Шешенгән һымаҡ тулышып торған. □ Припухлый, одутловатый. Я Хөсәйен Мәҙинәгә боролоп ҡараны, йөнтәҫ ҡаштары, шешенке ҡабаҡтары аҫтында ҡарағаттай йылтыраған күҙҙәрен көлдөрҙө. Т. Ғарипова. Ауыл Советы председателе Ғәҙилә апайға та -бан шешенке ҡабаҡлы күҙҙәрен борҙо. Р Ғабдрахманов.
ШЕШЕНКЕЛЕК (шешенкелеге) (Р: припухлость; И.: (slight) swelling; T.: şişkinlik) и.
Шешенке булыу хәле. □ Припухлость, одутловатость. Шешенкелекте бөтөрөү.
ШЕШЕНКЕРӘҮ (шешенкерә-) (Р: слегка опухать; И.: swell slightly; T: şişirmek) ҡ.
Еңелсә шешенке булыу. □ Слегка опухать, отекать. ■ Гөлназдың әсәһе йыуан кәүҙәле, күҙ ҡабаҡтары шешенкерәгән һәм ауыр йөрөшлө ине. В. Исхаҡов.
ШЕШЕҮ (шеш-) (Р: пухнуть; И.: swell; T.: şişmek) ҡ.
1. Ауырыу йәки башҡа сәбәптән ҡыҙарып тулышыу, ҡабарыу; шеш барлыҡҡа килеү. □ Пухнуть, опухать, распухать. // Опухание, распухание. Шешеп сығыу. ■ Айбулаттың уң аяғының бөгәр аҫтындағы яраһы асылып, балтыр буйлап ҡуйы ҡыҙыллыҡ таратып шешкәйне, һ. Дәүләтшина. Рая иһә аҡрын ғына, бер нәмә булмаған кеүек, әйтерһең, уның бер ағзаһы ла һыҙламай, шешкән, күгәргән ерҙәре һулҡылдамай, йөрәген ялҡын ялмап алмаған, йырлай. И. Абдуллин. Елендән һөт килмәй, имсәктәр тарбайып шешкән. Т. Ғарипова.
2. Ниндәйҙер сәбәптән организмда туҡымалар боҙола башлау (ғәҙәттә, эске ағзаларға ҡарата). □ Воспаляться. // Воспаление. Бөйөр шешеу. ■ [Мәғәфиә] кейәүгә сығып, тормош көтә башлауына биш йыл тулғанда, һалҡын тейҙереп, үпкәһе шешеүҙән ире үлеп китте. В. Исхаҡов.
803