ШЕШКЕ
3. ҡар. шешенеү 1, 2. М Анатолий шешкән күҙҙәре менән полицейскийға ҡараны. Ш. Шәһәр. Сабирйән, шешкән куҙ ҡабаҡтарын ауырлыҡ менән генә күтәреп, Хәсәнгә һораулы ҡараш ташланы. Ф. Әсәнов. Ике сәғәт баҫып торғас, шешәлер аяҡтарың. Бәйеттән.
ШЕШКЕ и. диал. ҡар. шешек 1. Шешкеһе һытылған. Шешкене дауалау. Шешке ҡыҙарып тора.
ШЕШКӘЙЕҮ (шешкәй-) (Р.: стоять торчком; И.: stand upright; T.: dik durmak) ҡ.
Шеш һымаҡ теп-текә булып тырпайыу; шештәйеү. □ Стоять торчком. Ҡолаҡтары шешкәйеп тора.
ШЕШКӘЙТЕҮ (шешкәйт-) (Р.: задирать торчком; И.: make stand upright; T.: şişirtmek) ҡ.
Шеш һымаҡ итеп тырпайтыу; шештәйтеү. □ Задирать торчком. Ҡойроҡто шешкәйтеү. Шешкәйтеп тороу.
ШЕШ ҠОЛАҠ (ҡолағы) (Р: заяц; И.: hare; T.: tavşan) и. ҡар. ҡуян.
Кимереүселәр ғаиләһенә ҡараған, ҡыҫҡа ҡойроҡло, оҙон шеш ҡолаҡлы йәнлек. □ Заяц. / Заячий. Ш Был шеш ҡолаҡ та, ҡарт ҡайындың ботаҡтары араһына йәшенгән ҡурҡынысты ишетә-күрмәһә лә, мыйығы менән һиҙә, ахыры. Р. Вәлиев. Бер-ике тоштан турғайҙар осоп сыҡты, арғы башта шеш ҡолаҡ күренде. И. Ғиззәтуллин.
ШЕШЛЕ и. диал. ҡар. шеш I, 1, 2.
ШЕШЛЕК (шешлеге) и. ҡар. шашлыҡ. Шешлек әҙерләү. Шешлек ҡыҙҙырыу. Шеш-леккә ит киҫеү.
ШЕШЛӘНЕҮ (шешлән ) ҡ. төш. ҡар. шешләү, страд, от шешләү. Шешләнгән ит ашау. Шешләнгән балыҡтарҙы киптереү.
ШЕШЛӘҮ (шешлә-) (Р: насаживать на вертел; И.: put on a skewer; T.: şişlemek) ҡ.
Нимәнелер шешкә теҙеү. □ Насаживать на вертел (мясо, рыбу и т. п.). Балыҡты шешләү. Итте шешләп ҡыҙҙырыу. Р Итте шешләп утта ҡурғандан һуң, ваҡ-ваҡ ҡына киҫәктәргә ҡырҡҡылап, тәүҙә ирҙәргә, уларҙан ҡалғанын бисә-сәсәгә һәм бала-сағаға өләшеп бирҙеләр. Я. Хамматов.
ШЕШМӘ I (Р: воспаление; И.: inflammation; T.: yangı) и.
Берәй ағза шешеп ауырыу сире. □ Воспаление. Тамаҡ шешмәһе менән интегеү. Ҡолаҡ шешмәһен дауалау.
ШЕШМӘ II с. диал. ҡар. шешмәк. Шешмә ҡабаҡ. Н Түп-түңәрәк йөҙлө, шешмә яҫы ҡаштар аҫтынан сабыр ғына текләгән күҙле Рөстәм ни яғы менәндер олпат, сабыр ағайҙарҙы хәтерләтә. Р. Байбулатов. Хөсәйен күҙ ҡараһы шешмә ҡабаҡтары аҫтына йәшеренеп бөткәнсе йылмайҙы. Т. Ғарипова. Управляющий, шешмә күҙ ҡабаҡтарын ҡыҫа биреп, Әлфиәгә һынаулы ҡараш ташланы. Ф. Әсәнов.
ШЕШМӘК (Р: припухлый; И.: (slightly) swollen; T.: şişmiş) с.
Шешенгән һымаҡ, ҡабарып торған. □ Припухлый, одутловатый, отёчный. Н Шәмсиә һирәгерәк ап-аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайҙы ла ерән керпекле шешмәгерәк күк күҙҙәрен Емешкә төбәп ҡараны. 3. Биишева. Таһир Таипович үҙенең шешмәгерәк күҙ ҡабағын өҫкә һирпеп, шыйығыраҡ ҡаштарын яҙып, хужаға ҡарап ала. Р. Өмөтбаев. Гөлфиә егеттең һыҙырылған бит-йөҙөндә, гүйә, ҡара ер төҫөн, шешмәкле күҙ төптәрендә мәрйен һымаҡ йәш бөртөксәләрен шәйләне лә үҙендә бик тә яҡын кешеләргә ҡарата була торған йәлләү хисе яралғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Р. Байбулатов.
ШЕШМӘКЛӘНЕҮ (шешмәклән) (Р: отекать; И.: become swollen; T.: şişmek) ҡ.
Елһенеп ҡабарып тороу; шешмәк булыу. □ Отекать, опухать, делаться одутловатым. Н Уның [Иштуғандың] тын алышы үтә йышайып китте, шешмәкләнеп торған күҙ ҡабаҡтары, ҡурғаш кеүек ауырайып, йомолдолар.
3. Биишева. Соланда аяҡ тауышы ишетелгәс, Әхәт, елкенеп, урынынан күтәрелде, ҡыҙарған, ҡабаҡтары шешмәкләнгән күҙен өмөт менән ишеккә төбәне. Н. Мусин. Мәхмүт Сабиров, шешмәкләнгән күҙ ҡабағы аҫтынан иптәштәренә һөҙөп ҡарап, ауыр көрһөндө. Ш. Янбаев.
ШЕШТЕРЕҮ (шештер-) (Р: вызывать опухание; И.: cause swelling; T.: şişirtmek) ҡ.
1. Ауырттырыу йәки башҡа сәбәптән ҡыҙартып тулыштырыу; шеш барлыҡҡа килтереү. □ Вызывать опухание, распухание. ■
804