Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 805


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШИҒАР
Вася ағаһы Сеняның кәртен сәлдереп сыҡты ла, малайҙар аҙна буйына кәрт уйнап, кәрт менән һуға-һуға, танауҙарын шештереп бөттөләр. X. Мохтар.
2. Ауырыу барлыҡҡа килтереү (ғәҙәттә, эске ағзаға ҡарата). □ Вызывать воспаление. Бөйөрҙө шештереу. М Иштуғандың атаһы мәрхум, шул юлда һыуыҡ тейҙереп, упкәһен шештереп ҡайтҡанға, бик оҙаҡ һалдатҡа ярамай торҙо. 3. Биишева.
ШЕШТӘ и. диал. ҡар. шеш I, 5. Быҙауға шештә кейҙереу.
ШЕШТӘЙЕҮ (шештәй-) ҡ. диал. ҡар. шешкәйеү. Ҡолаҡтары шештәйеп тора.
ШЕШТӘЙТЕҮ (шештәйт-) ҡ. диал. ҡар. шешкәйтеү. ■ Йәйләу тын, тик Сағыл башында ҡолағын шештәйтеп, аяҡтарын тектек баҫып турат ҡына тора. М. Буранғолов.
ШЕШӘ [фарс. д ЛпЛ] (Р.: бутылка; И.: bottle; T.: şişe) и.
1. Тар муйынлы оҙонса быяла һауыт. □ Бутылка. / Бутылочный. Шешә бөкөһө. ■ Шешәнең төбөндә генә ҡара болғансыҡ шыйыҡса бар ине. И. Абдуллин. Өҫтәлдә бер шешә шампанский һәм рюмкалар тора ине. Яр. Вәлиев. Өлфәт һәм аҡ ситса тоҡсайҙан икмәк менән бер шешә һөт сығарып, ҡайҙалыр алыҫҡа ҡараған килеш, ашай башланы. Ғ. Лоҡманов.
2. диал. Үтә күренмәле ҡаты материал; быяла. □ Стекло. / Стеклянный; стекольный. Тәҙрә шешәһе ватылған.
3. диал. Шәм ҡыуығы. □ Ламповый пузырь. Шәмдең шешәһен алыштырыу.
ШЕШӘЙ (Р.: название одного из башкирских родов; И.: name of a Bashkir clan; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт ырыуы исеме. □ Название одного из башкирских родов; шешей. Шешәй ырыуы кешеләре.
ШЕШӘЙЕҮ (шешәй-) ҡ. диал. ҡар. шешкәйеү.
ШЕШӘК I (Р.: двухлетний; И.: two-year old domestic animal; T.: iki yaşta olan) c.
1. Ике йәшлек (инә ҡаҙ һәм ваҡ инә малға ҡарата). □ Двухлетний, двухгодовалый (о самке мелкого скота и гусынях). Шешәк инә ҡаҙ. Шешәк малдар.
2. диал. Өс йәшлек (айыуға ҡарата). □ Трехгодовалый (о медведе). Шешәк айыуҙы ситлеккә бикләу.
ШЕШӘК II (шешәге) (Р: обиталище; И.: abode; T: konut) и. диал.
Эйәләшкән, эҫенгән урын. □ Обиталище.
• Эт шешәгендә ҡартайыр. Мәҡәл.
ШЕШӘЛЕ (Р.: бутылочный; И.: bottle; Т.: şişe) с.
Шешәгә һалынған. □ Бутылочный. Шешәле һөт. Шешәле ҡатыҡ.
ШИБЕР [нем. Schieber} (Р.: шибер; И.: damper; T: şiber) и. тех.
Завод мейестәрендә, шулай уҡ пар ҡаҙандары урынлашҡан урындарҙа, газ торбаһы ҡоролмаларында төтөн юлын ҡаплай торған шыуҙырма ҡапҡас. □ Шибер. Шибер-ҙы ябыу.
ШИБЛЕТ и. һөйл. ҡар. штиблет. ■ Оҙаҡламай дәрескә, лаклы ҡара шиблетын шығырлатып, техникум директоры Ғимранов килеп инде. 3. Биишева. Йылтыр шиблет, тар балаҡлы салбар, ҡупшы камзул, көмөш сылбырлы сәғәт, бәрхәт тубәтәй - приказчиктарҙа ғына. Ш. Янбаев.
ШИВӘ [фарс.] (Р: говор; И.: sub dialect; T: şive) и. иҫк.
Һөйләш, диалект. □ Говор, диалект. Башҡорт шивәләре.
ШИГРИН [фр. chagrin} (Р: шагрень; И.: shagreen leather; T.: sağrı derisi) и.
Йомшаҡ ҡытыршы күн. □ Шагрень. / Шагреневый. Шигрин портфель. Шигрин итек.
ШИГӘЙЕҮ (шигәй-) (Р.: сомневаться; И.: doubt (smth); T.: şüphelenmek) ҡ.
Ниндәйҙер шик менән һағайыу. □ Сомневаться в чём, подозревать кого, что. // Сомнение, подозрение. Шигәйеп ҡуйыу. Шигәйеп кенә ҡарау.
ШИҒАР [ғәр. jl*_^] (Р: лозунг; И.: slogan; T.: şiar) и. иҫк.
1. Юл күрһәткән, йүнәлеш биргән төп фекер. □ Лозунг; клич. Тигеҙлек уның шиғары. ■ Аҡай исеме башҡорт илендә көрәш шиғарына, яу байрағына әуерелде. Р. Камал.
2. Тотҡан юл, принцип. □ Путь, принцип. ■ Авторы мәғлум булмаған бер шиғар бар, унда әйтелә: «Таҙа тәндә - сәләмәт аҡыл». Ғ. Хәйри.
805