Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 806


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШИҒИСЫЛАР
ШИҒИСЫЛАР [ғәр. (Р.: шииты; И.: shiahte; T.: Şii) и. дини.
Шиғисылыҡ яҡлы кешеләр. □ Шииты. Шиғисылар йыйылышы.
ШИҒИСЫЛЫҠ (шиғисылығы) [ғәр.
(Р- шиизм; И.: Shihism; T.: Şiilik) и. дини.
Исламда төп йүнәлештәрҙең береһе. □ Шиизм. Шиғисылыҡ тәртиптәре. Шиғисылыҡ һөҙөмтәләре. Шиғисылыҡ яҡлылар.
ШИҒРИ [ғәр. J*^] (Р: поэтический; И.: poetic; T.: şiir) с.
1. Шиғырға, поэзияға мөнәсәбәтле. □ Поэтический. Шиғри ҡалыпҡа һалыу.
2. Рифма менән яҙылған, сәсмә түгел. □ Поэтический, написанный стихами. Шиғри әҫәр яҙыу. ■ Ҡапыл Сергейҙың күҙ алды яҡтырып китте, һәм уның йөрәгенән, сәс төптәрен семерләтеп, ярһыу шиғри юлдар урғылып сыҡты. А. Абдуллин. Мәжит Ғафури, Дәрдмәнд, Ғабдулла Туҡай, Шәйехзада Бабич, тағы башҡа куп кенә шағирҙарҙың кескәй-кескәй генә шиғри китаптары ла бар ине был һандыҡта. 3. Биишева. Көнсыуаҡ менән Көнһылыу тураһындағы ҡобайыр асылда шиғри хикәйәт ине. Ә. Хәкимов.
3. кусм. Хискә бай, нескә. □ Поэтический; нежный, чувствительный. ■ Ул [Нур] нескә куңелле, шиғри тәбиғәтле бала булһа ла, уның уй-пландарында бөтә кешеләргә лә хас практик мәсьәләләр ҙә бар ине. И. Абдуллин. Кантон башлығы булыуынан бигерәк, шиғри куңеле, ихласлығы менән оҡшай ине Зәки Вәлидигә был фырт мыйыҡлы, ҡуңыр йөҙлө Ғәлимйән уҙаман. Р. Байымов. Ғөлйөҙөм бөтә барлығы менән шиғри тәбиғәтле, тәрән тойғоло ине. һ. Дәүләтшина.
4. Күңелде елкендергән, хисле. □ Поэтичный, лиричный. Шиғри моң ағыла. ■ Са-рышев ошондай шиғри һүҙҙәр һөйләуенә уҙе лә аптырап, утә шаштырып ебәрмәйемме икән тигәндәй, тынып ҡалды. Ш. Янбаев.
ШИҒРИЛАШТЫРЫЛЫУ (шиғрилаш-тырыл-) ҡ. төш. ҡар. шиғрилаштырыу, страд, от шиғрилаштырыу. Шиғрилаштырылған сюжет. Шиғрилаштырылған кисә.
ШИҒРИЛАШТЫРЫУ (шиғрилаштыр-) (Р: поэтизировать; И.: poeticize; T.: şiirleştirmek) ҡ. >
1. Шиғри формаға һалып тасуирлау, шиғыр менән биреү. □ Поэтизировать. Сәсмә әҫәрҙе шиғрилаштырыу. Төп геройҙың һүҙҙәрен шиғрилаштырыу.
2. кусм. Матур сифаттар биреп тасуирлау; гүзәлләштереү. □ Поэтизировать. Күңелдәге хисте шиғрилаштырыу. Шиғрилаштырып әйтеу.
ШИҒРИЛЫҠ (шиғрилығы) (Р: поэтичность; И.: poetical nature; T.: şiirsellik) и.
Шиғырға, поэзияға ҡағылышлы сифат.
□ Поэтичность. Шиғрилыҡ билдәләре. Шиғри-лыҡҡа ынтылыу.
ШИҒРИӘТ [ғәр. ÂJуЛ 1 (Р: поэзия; И.: poetry; T.: şiir sanatı) и.
1. Шиғыр яҙыу сәнғәте; нәфис һүҙ ижады.
□ Поэзия. ■ Шиғриәт ул нур һәм моң менән бәрәбәр. Ғ. Хөсәйенов. Шиғриәтте тойоу хеҙмәтте һәм тормошто әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ матур итә. Ә. Вәли.
2. Көйгә, ритмик үлсәмгә һалынған әҫәр; шиғыр. □ Поэзия. Шиғриәт кисәһе уткәреу. Шиғриәт бәйгеһенә йыйылыу. ■ [Рәшит[колхозда эшләй башланы ла шиғриәтте ташланы. Б. Рафиҡов.
3. Халыҡтың, дәүерҙең йәки бер шағирҙың барлыҡ шиғри әҫәре. □ Поэзия. ■ Назар Нәжми - башҡорт шиғриәтендә иң алғы сафтарҙың береһен биләп торған шағир. Н. Мусин.
4. кусм. Нескә хис уятҡан матурлыҡ; гүзәллек. □ Поэтичность; поэзия. Йәйге иртәнең шиғриәте.
ШИҒРИӘТЛЕ (Р.: поэтический; И.: poetic; T.: şiirli) с.
1. Шиғриәткә мөнәсәбәтле, поэзияға бәйле. □ Поэтический. К [Шағир Бикташтың шиғриәтле] шиғырҙары газета-журналдарҙа баҫылған. А. Таһиров.
2. кусм. Нескә хискә бай, нескә хис уятырлыҡ. □ Поэтичный. Башҡортостан -шиғриәтле ер.
ШИҒЫР [ғәр. (Р: стих; И.: verse; T.: şiir) и.
1. Ритмик яҡтан ойошторолоп, билдәле бер үлсәмгә нигеҙләнеп ижад ителгән әҙәби әҫәр; теҙмә әҫәр. □ Стих, стихотворение. / Стихотворный. Аҡ шиғыр. Ирекле шиғыр.
806