ШИКЛЕ
■ Хаким-Зада шиғырҙарын еренә еткереп, илһамланып уҡый. Р. Байымов. Үҙ шиғырҙарын Самат иң аҙаҡ, концерт башланыр алдынан ғына, уҡыны. X. Зарипов. Аштан һуң Илшат оҙон ғына бер шиғырҙы һис бер урында тотлоҡмайынса яттан һөйләп сыҡты. Ғ. Лоҡманов.
2. кусм. Уй-тойғоға ныҡ тәьҫир иткән матурлыҡҡа, гүзәллеккә ҡарата. □ Великолепие, благолепие. ■ Уралҡайҙың аҫты -алтын, өҫтө - шиғыр, уҙе нур, киләсәктә был ергә Хоҙай уҙе ҡыҙығыр. Ш. Бабич.
ШИҒЫРСЫ (Р.: стихотворец; И.: poet; Т.: şair) и.
Шиғыр яҙыусы, шиғыр сығарыусы. □ Стихотворец; стихоплёт, рифмоплёт. М [Гөлдәр - Булатҡа:] Мин һине уйынсы, йырсы, бейеусе, шиғырсы тип йөрөһәм, һин, ҡаҙаҡланған сөй һымаҡ, ҡатып тик тораһың. К. Кинйәбулатова.
ШИЗОФРЕНИК (шизофренигы) [рус.] (Р: шизофреник; И.: schizophrenic; T: şizofren) и.
Шизофрения менән ауырыған кеше. □ Шизофреник. / Шизофренический. Шизофреникты дауалау.
ШИЗОФРЕНИЯ [гр. schizo 'ярам + рһгеп 'аҡыл} (Р: шизофрения; И.: schizophrenia; Т.: şizofreni) и.
Психик процестар араһындағы бәйләнеш боҙолоу һәм аҡылға зыян килеү менән характерланған психик ауырыу. □ Шизофрения. / Шизофренический. ■ Жидяев уҙе шизофрения сире менән ыҙалана икән. И. Нурғәлиев.
ШИК (шиге) [ғәр. uÜ ] (Р: подозрение; И.: doubt; T.: şüphe) и.
1. Нимәнеңдер булыу-булмауына, дөрөҫлөгөнә икеләнеү тойғоһо; шөбһә. □ Подозрение; сомнение в ком, в чём. Шик менән ҡарау. Нигеҙһеҙ шик. Шик артыу. Шиккә төшөу. Шиккә һалыу. ■ Немецтар һәм полицайҙар Чернигов урмандарына табан барыусы һәр кешене туҡтатып, документтарын тикшергәндәр, документы булмаһа, шик тыуҙырһа, ҡулға алғандар, лагерға оҙатҡандар. И. Абдуллин. Шик ҡалманы, Сәғит менән килгән егет беҙҙең боксёр Володя икән. Ә. Бикчәнтәев.
2. Нимәлер һиҙеп хәүефләнеү, һағайыу тойғоһо. □ Страх, испуг; опасение. ■ Ашығыс шылтыратыу Ғилмандың куңеленә шик һалды. Д. Бүләков.
ШИКАР ҠЫЛЫУ (шикар ҡыл ) [фарс. jlS__] (Р: охотиться; И.: hunt; T.: avlamak)
ҡ. иҫк. ҡар. һунар итеү.
һунар итеп йәки ауға эләктереү; тотоу. □ Охотиться. // Охота. Боланға шикар ҡылыу.
ШИКЕЛ [ғәр. Л] (Р: внешность; И.: appearance; T.: dış görünüş) и. иҫк. ҡар. ҡиәфәт.
Кешенең тышҡы рәүеше, килеш-килбәте, төҫ-сырайы; һын. □ Внешность, наружность; вид, облик. Етди шикел. Мөләйем шикел. Шикелде уҙгәртеу.
ШИКЕЛЛЕ I (Р: как; И.: as if; T.: gibi) бәйл.
Төп килештәге исемдәр менән килеп, нәмәнең сифатын йәки ҡылығын икенсе нәмәнекенә оҡшатҡанда ҡулланыла; һымаҡ, кеүек. □ Как, вроде, подобно, будто. ■ Төбө ҡомға терәлеп шып туҡтаған кәмә шикелле, һыйырҙар ҡаты ергә баҫып туҡтап ҡалды. А. Абдуллин. Аяҡ аҫтында таҫма шикелле һуҙылған таҡыр юл. 3. Биишева. Егет, ирененә ут тейгән шикелле, һиҫкәнеп ҡуйҙы. Ә. Вәли.
ШИКЕЛЛЕ II (Р: кажется; И.: it seems, probably; T: gibi geliyor) мөн.
Шартлы фараз төшөнсәһен биреү өсөн ҡулланыла; буғай. □ Кажется. ■ Зилә бөгөн кеше һуҙен тыңларҙан уткәйне, шикелле. Р. Байымов. Юғары урында эшләгән кешенең һуҙе халыҡты дәртләндереп ебәрҙе, шикелле, төрлө һорауҙар менән кумеп ташланылар. Р. Кинйәбаев.
ШИКЕТҺЕҘ (Р: неуклюжий; И.: awkward; T.: hantal) с. диал. ҡар. килбәтһеҙ.
Һыны, рәүеше килешһеҙ, ямаҡ. □ Неуклюжий, нескладный; некрасивый. Шикетһеҙ up.
ШИКЛЕ I (Р.: подозрительный; И.: fishy; suspicions; T: şüpheli) с.
i. Шик уятҡан, шик тыуҙырған; ышанысһыҙ. □ Подозрительный, внушающий подозрение, опасение. Шикле әҙәм. Шикле нәмә. ■ Ул [Фәтихов], эйелеп, ботинка бауын бәйләгән булды, кеҫәһенән ҡулъяулыҡ эҙләне, артта, яҡында, шикле кеше куренмәгәс, дуртенсе һанлы йортҡа инеп китте. И. Абдуллин.
807