Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 808


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШИКЛЕ
2. Шик белдергән, шиге булған. □ Подозревающий, недоверчивый. Шикле уй. ■ Нурия күңелендә булған шикле уйҙар юлда тағы ла куйыра төштөләр. Ә. Байрамов. Башҡаларҙан айырылғас, Ғәлиәхмәтте йәнә шикле уйҙар солғаны. Р. Байымов. Шәмиғолов бер нисә секунд Азаматов менән Зинүнәгә шикле ҡараш ташланы. Ә. Вәли. • Шикле шикләнер, сәкмәнен бөркәнер. Мәҡәл.
3. Күңелдә шом уятҡан; шомло. □ Тревожный. Шикле тынлыҡ. Шикле тауыштар ишетелә.
ШИКЛЕ II (Р.: сомнительно; И.: suspiciously; T: şüpheli bir şekilde) р.
1. Шик тыуҙырған. □ Сомнительно, подозрительно. Шикле тойолоу. М Һалдаттар үҙ-ара шикле һөйләшә башланылар. А. Таһиров.
2. Шик менән. П Сомнительно, недоверчиво. Шикле ҡарау. Шикле йылмайыу. ■ Шәүрә тирә-яҡҡа шикле ҡарап алды ла, ҡабаланып, Емештең ҡолағына бышылданы.
3. Биишева.
3. Дөрөҫлөккә тап килмәгән. □ Сомнительно, маловероятно. ■ Башҡорт еренә Кавказ йәки Төркөстан мосолмандарының ауыл төҙөп килеп ултырыуҙары шикле. Р. Байымов.
ШИКЛӘНДЕРЕҮ (шикләндер ) (Р: вызывать сомнение; И.: cause suspition; T: şüphelendirmek) ҡ.
1. Шик уятыу, шиккә һалыу, шиккә төшөрөү. □ Вызывать сомнение, подозрение. ■ Оҙаҡ уйланыу кешене шикләндерә, икеләндерә башлай ул. И. Абдуллин. Взводты ҡабул итеп алғанда, уның составы уҡ Хикмәттең күңелен шикләндереп ҡуйғайны. X. Ғиләжев. Яңылыҡ һәр ваҡыт шикләндерә. Р. Низамов.
2. Һағайырға мәжбүр итеү, ҡурҡытыу, шөрләтеү. □ Тревожить; вызывать тревогу, опасение. ■ Ниҙер шикләндерә, хафаландыра ине. С. Шәрипов.
ШИКЛӘНЕРЛЕК (Р: подозрительный; И.: doubtful; T: şüpheli) с.
Шик тыуҙырырлыҡ, шик уятҡан. □ Подозрительный, сомнительный; вызывающий сомнение, подозрение. Шикләнерлек хәл. Шикләнерлек хәбәр. ■ Азат күпме генә күҙен алмай ауылға ҡарап торһа ла, шикләнерлек
нәмә тапманы. Ә. Бикчәнтәев. Бер мәлде Шәрғиҙең «күрһәткесе» шикләнерлек дәрәжәлә күтәрелеп китте. Яр. Вәлиев. Ә беҙҙең ауылда шикләнерлек кеше юҡ, башымды түмәргә ҡуям! - тине Хәлит ағай. Р. Ғабдрахманов.
ШИКЛӘНЕҮ (шиклән-) (Р: сомневаться; И.: doubt smth; T.: şüphelenmek) ҡ.
1. Кемгәлер йәки нимәгәлер ҡарата шик тотоу. □ Сомневаться в чём, подозревать кого, что. // Сомнение, подозрение. Шикләнеп ҡарау. Шикләнә төшөү. Шикләнеп йөрөү. Шикләнеп ҡуйыу. ■ Бер дошманды тотор өсөн, йөҙ мең кешегә шикләнеп ҡарау -ғәҙелһеҙлек. И. Абдуллин. Яҡуп шикләнеүенең урынһыҙ икәнлегенә үҙе үк ышанды: иртәнсәк колхозсылар, айырыуса йәштәр, уның ҡапҡа һайын ҡағып сығыуын көтмәйенсә, эшкә берҙәм сыҡтылар. Б. Бикбай. Ижад эшендә үҙ көсөңә шикләнеп ҡарау - һис тә ыңғай сифат түгел. М. Садиҡова.
2. Бер аҙ ҡурҡыу, шөрләү. □ Опасаться, испытывать опасение, бояться; тревожиться. // Опасение; тревога. Ҡараңғылыҡтан шикләнеү. Шикләнеп кенә ҡарау. ■ Емеш тә, ҡәберлеккә килергә шикләнә торған ғәҙәтен онотоп, тәрән, ауыр уй эсенә инеп юғалды.
3. Биишева. Шофёр тағы ла ынтылмаҡсы булғайны ла, трактористың моторҙы ебәрә торғанручкаға тотонғанын күргәс, шикләнеп, машинаһына табан сигенде. Ә. Вәли.
3. һөйл. Йоғошло тип һанап ерәнеү; сикәнеү. □ Брезговать, испытывать отвращение. Тәндәге һытҡыларҙан шикләнеү.
ШИКЛӘНЕҮСӘН с. ҡар. шиксел I. ■ Кемдер шикләнеүсән тауыш менән һораны. И. Абдуллин. Шикләнеүсән һәм мыжыусан Саша һаман үҙенекен һөйләгән була. Ә. Бикчәнтәев. Шикләнеүсән Даниил Вадимович кешегә бик ышанып бармай. А. Мағазов.
ШИКСЕЛ I (Р: подозрительный; И.: distrusting; T.: şüpheli) с.
1. Бөтә нәмәгә шикләнеп ҡараған, ышанмаған. □ Подозрительный, недоверчивый. Шиксел уй. М Хәким, бер ни ҙә булмағандай, тыныс ҡына ултырған Миңлебайса тиҙ генә ҡарап алғандан һуң, шиксел күҙҙәрен Ғәзимгә табан борҙо. Р. Ғабдрахманов.
808