Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 809


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШИҠАНЛАҠ
2. һәр нәмәнән һағайып, икеләнеп, хәүефләнеп торған. □ Подозрительный, мнительный; нерешительный. И [Сабирйәнде] әуәлге дыуамал дуҫының кинәт шиксел бәндәгә әуерелеуе бигерәк аптыратты. Р. Камал.
ШИКСЕЛ II (Р.: недоверчиво; И.: with suspition; T.: şüpheli) р.
Шик менән, ышанмайса. □ Недоверчиво, с подозрением. Шиксел ҡарап ҡуйыу.
ШИК ТӨШӨҮ (шик төш-) ҡ. ҡар. шикләнеү. Куңелгә шик төшөу.
ШИКҺЕҘ (Р: без сомнения; И.: no doubt; T.: şüphesiz) p.
Фекергә ҡәтғилек бирә, ышаныслы, ныҡлы фаразды белдерә; һис шикһеҙ. □ Без сомнения, несомненно. М [Сергей - ат тураһында:] Ярата ине, тип ук әйтә алмайым, иллә мине хөрмәт итеуе шикһеҙ: типмәй, тешләмәй, ҡулымды ялай һәм тышауһыҙ ҙа тоттора ине. А. Абдуллин.
ШИКҺЕНЕҮ (шикһен-) ҡ. ҡар. шикләнеү. Шикһенеп тороу. Шикһенеп ҡалыу. Шик-һенеп йөрөу.
ШИК-ШӨБҺӘ [ғәр. (Р: вся-
кие сомнения; И.: all sort of mistrust; T.: şüphe) и. йыйн.
Ышанып етмәй икеләнеү, хәүефләнеү тойғолары. □ Всякие сомнения, подозрения. Шик-шөбһә таратыу. Шик-шөбһәгә бирелеу. М Халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ, шик-шөбһә тыуҙырыуҙы, еңеп килгән яңы тормош яҡлыларҙың сафын ҡаҡшатыуҙы маҡсат итеп ҡуйып эш алып бара дошман. 3. Биишева. Кәбир менән Данирҙың икеһенең дә шик-шөбһәләре бер юлы таралды. Яр. Вәлиев. Тағы шик-шөбһәлә язалай малайҙы. Р. Камал.
ШИК ЮҠ (Р: сомнений нет; И.: no doubt; T.: şüphesiz) инш.
Фекерҙең дөрөҫлөгөн раҫлай, ышаныслы булыуын белдерә. □ Сомнений нет, без сомнения, вне всякого сомнения; несомненно, бесспорно. Шик юҡ, бөгөн буран буласаҡ. Шик юҡ, беҙҙекеләр еңәсәк.
ШИКӘЙӘТ [ғәр. д К Л] (Р: недовольство; И.: displeasure; T.: şikayet) и. иҫк.
1. Кемгәлер йәки нимәгәлер ҡарата ризаһыҙлыҡ белдергән зар һүҙе. □ Недовольство, сетование по поводу чего. М Кубәләк-Теләу волосы старшинаһы Ишкәримов та Муса
Мортазин тигән берәуҙең башбаштаҡлыҡтарына зарланып шикәйәт ебәргән. Р. Байымов.
2. Ниндәйҙер шәхестең йәки ойошманың берәй кешегә ҡарата законһыҙ эш итеүе хаҡында рәсми белдереүе; ялыу. □ Жалоба, донос; клевета, кляуза. / Жалобный; клеветнический, кляузный. Шикәйәт кабул итеу. Шикәйәт хаты. ■ Бирҙеғол Ырымбур коменданты премьер-майор Останковҡа ҙур шикәйәт яҙып бирҙе. Ғ. Ибраһимов. Кемгә барайыҡ беҙ илап, ҡылып ғырыз, шикәйәтте ҡай урынға беҙ бирәйек. Бәйеттән.
ШИКӘЙӘТ ИТЕҮ (шикәйәт ит-) (Р: сетовать; И.: lament; T.: şikayet etmek) ҡ.
1. Нимәгәлер һуҡраныу; зарланыу. □ Сетовать, роптать на кого, что. М Хакимдар, мөхәррирҙәр, әлхасил, һәр ғаҡыл әһелдәре был донъянан шикәйәт итеуҙән бушамайҙар. М. Ғафури.
2. Ялыу яҙыу. □ Жаловаться, подать жалобу на кого, что; доносить; ябедничать. ■ [Катын - проводникҡа:] Ниңә һин пассажирҙарға тынғы бирмәйһең! Мин һинең уҙең-дең әҫтәңдән шикәйәт итермен. И. Насыри.
ШИКӘЙӘТ ҠЫЛЫУ (шикәйәт ҡыл-) ҡ. ҡар. шикәйәт итеү. Батшаға шикәйәт ҡылыу.
ШИКӘЙӘТНАМӘ и. ҡар. шикәйәт 2. Шикәйәтнамә яҙыу.
ШИҠАН (Р: кокетливый; И.: flirty; Т.: cilveli) с. һөйл.
1. Ҡыйшанларға яратҡан, ҡылансыҡ. □ Кокетливый; жеманный, манерный, кривляющийся. Шиҡан ҡыҙ.
2. кусм. Шаярыуға ҡоролған. □ Шуточный, шутливый. Шиҡан һуҙ һөйләу. Шиҡан таҡмаҡ әйтеу.
ШИҠАНДАҠ с. ҡар. шиҡанлаҡ. V Әҙ-мәҙ генә ҡояшта тутланған йөҙөнә шиҡандаҡ йылмайыу сығарып, рөхсәт ишетмәһә лә, Наилә пәйҙә булды. С. Шәрипов.
ШИҠАНДАУ (шиҡанда-) ҡ. ҡар. шиҡанлау. ■ Яңғыҙ ярый торған Муса янына ҡупшы кейенгән һылыу ғына ҡатын килеп туҡтаны ла, баштан-аяҡ һөҙөп ҡарап сыҡҡас, шиҡандарға тотондо. Г. Яҡупова.
ШИҠАНЛАҠ (Р: кокетливый; И.: flirty; T.: cilveli) с.
809