Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 811


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШИҢЕҮ
ШИМЛӘҮ (шимлә-) (Р.: подслащивать; И.: sweeten; T.: tatlandırmak) ҡ.
1. Ҡур өҫтәп, яңыртыу, емләү (балды, ҡымыҙҙы). □ Подслащивать. Балды шимләп ҡуйыу. М [Ғариф староста] Ташбатҡан ауылына губернаторҙың киләсәген аҙна буйы көтәүелләп йөрөнө, әсегән балды көрәгәнән өҙмәне һәм уны ҡатынына әленән-әле шимләп торорға ҡушты. Ж. Кейекбаев.
2. Бал ҡортона өҫтәмә шәкәр, бал биреп ашатыу. □ Подкармливать. / Подкармливание (пчёл). Бал ҡортон шимләү.
ШИМПАНЗЕ [фр. chimpanze] (Р.: шимпанзе; И.: chimp; T.: şempanze) и. зоол.
Экваториаль Африканың тропик урмандарында йәшәгән кешегә оҡшаш маймыл. □ Шимпанзе (лат. Pan). Шимпанзе ҡарарға барыу.
ШИН [нем.] (Р: шина; И.: tyre; T.: otomobil lastiği) и.
1. һауа тултырылған камералы резина тәгәрмәс. □ Шина. / Шинный. ■ Хәлкәс ҡарт, ғәҙәтенсә, әллә ниндәй ваҡ ҡына тимерҙәр бөгә, ә Сәхип ҡортҡа унан аҙ ғына ситтә яңы шин һуғылған тәгәрмәс өҫтөндә ултырып тора ине. С. Агиш. Михаил ҡап-ҡара булып ҡоромға батҡан мөйөштәге йәшниктән дүрт оло-оло тәгәрмәс шиндары сығарып Айбулатҡа тотторҙо ла уны өйөнә саҡырҙы. Һ. Дәүләтшина. Станциянан ун километр самаһы киткәс тә, автомобилдең шины шартланы. А. Карнай.
2. мед. һынған һөйәкте ҡуҙғатмай тотоу өсөн ҡуйыла торған яйланма; талыҡ. □ Шина, лубок (накладываемые при переломе). Шин һалыу. В [Фатихтың] ҡул-аяғына шин һалып, районға, башта рентген үтергә алып киткәндәр. Г. Яҡупова.
ШИНЕЛЬ [фр. chenille] (Р: шинель; И.: trench-coat; T.: asker parkası) и.
Хеҙмәт кешеләренең махсус фасонлы, арттан бөрмәле, биллек ҡуйып ҡалын буҫтауҙан тегелгән өҫ кейеме. □ Шинель. / Шинельный. ■ Әлфиә уяныу менән һикереп торҙо ла, эске күлдәге өҫтөнә шинель ябынып, Әшрәфкә хат яҙа башланы. И. Абдуллин. Насип төшкә саҡлы шинелен өйҙөң түренә элеп ҡуйҙы. Р. Байбулатов. Поручик, өҫтөнә
офицерҙар кейә торған матур тегелгән, ләкин погонһыҙ шинель, башына Закирҙыҡы кеүек үк һоро папаха кейгән. А. Карнай.
ШИНШИЛЛА [лат. chinchilla] (Р: шиншилла; И.: chinchilla; T.: şinşile) и. зоол.
Көньяҡ Америкала йәшәгән ялбыр оҙон ҡойроҡло, йылтыр һоро төҫтәге ҡиммәтле тиреле кимереүсе йәнлек һәм шул йәнлектең тиреһе. □ Шиншилла. / Шиншилловый (лат. Chinchilla). Шиншилла үрсетеү.
ШИНЬОН [фр. chignon] (Р: шиньон; И.: chignon; T.: takma saç) и.
Яһалма сәс. □ Шиньон. Шиньон кейеү. Шиньон һайлау. Шиньон эшләү.
ШИҢДЕРЕҮ (шиңдер-) (Р: вызывать вялость; И.: cause withering; T: soldurmak) ҡ.
1. Тереклек сифатын бөтөрөү, һулытыу (үҫемлектәргә ҡарата). □ Вызывать вялость, увядание; придавать вялый, блёклый вид. ■ [Вәсилә] уға [Йомартбикәгә] Ғәзиз менән үҙе сәскән сәскәләрҙе шиңдермәҫкә ҡушты. Р. Ғабдрахманов.
2. Күләмен кәметеү; кесерәйтеү (газға, һауаға ҡарата). □ Спускать (газ, воздух). Туптың һауаһын сығарып шиңдереү.
3. күсм. Әҙәйтеү, юҡҡа сығарыу. □ Убавлять, уменьшать. ■ Фәһим әйткән ғәйбәт һүҙе Нәфисәнең дә һөйөү тойғоларын әкренләп шиңдерҙе. Ш. Янбаев.
♦ Кикреген шиңдереү кемдеңдер тәкәбберлеген ҡыйратыу, артыҡ маҡтаныуына сик ҡуйыу. □ Сбивать спесь. М [Маһираның] Әмирҙең кикреген шиңдерәһе, уның һауаланырын селпәрәмә итәһе килде. X. Ғиләжев. Беҙҙең танкылар, шөкөр, иң кәрәк ваҡытта ябырылып килеп, тегеләрҙең кикректәрен шиңдерҙеләр, арт һабаҡтарын уҡытып ебәрҙеләр. С. Поварисов.
ШИҢЕҮ (шиң-) (Р: вянуть; И.: wither; fade; T: solmak) ҡ.
1. Тереклек сифатын юғалтыу, һулыу, ҡороуға яҡынлашыу (үҫемлектәргә ҡарата). □ Вянуть, увядать, блекнуть (о растениях). // Увядание. Гөл шиңгән. Шиңеп бөтөү. Шиңеп ҡуйыу. М Ҡояш нуры төшмәҫ урындарҙа гөл япрағы шиңә, һарғая. Ҡ. Даян. Бәғзе түтәлдәрҙәге гөлдәр тағы ла баҙығыраҡ янып ултыра, ҡайһы берҙәре шиңеберәк ҡалған.
811