шиңгәк
Р. Байбулатов. Асия кукуруздың шиңгән һәм төҫһөҙләнгән ҡыяҡтарын, ауырыу кешенең ҡулын тотоп ҡараған кеуек, тотҡолап килде. Ә. Вәли.
2. Нимәнеңдер көсө, ҡөҙрәте бөтөү; һүрелеү, һүнеү. □ Погаснуть, остыть, потускнеть. М Был хәбәрҙе ишетеу менән, Азамат өсөн анау балҡып торған ҡояштың нурҙары шиңгән, Ағиҙел һыуы буръяҡланған һымаҡ булды ла ҡуйҙы. Р. Солтангәрәев.
3. кусм. Нимәнеңдер йәки кемдеңдер көс-дәрте, ҡөҙрәте бөтөү; һүрелеү, һүнеү. □ Погаснуть, остыть, ослабнуть. Дәрте шиңеу. Дан шиңмәу. ■ Һабантуй көнөнән һуң Гөлбаныу-ҙың куңеле шиңеп, һунеп ҡалды. Т. Ғарипова. Уның [Заһиттың] мөхәббәте шулай ҡапыл ғына һунеп ҡуйыр, сәскә атырға төйөнләнгәс кенә ҡороп, шиңеп ҡалыр тигән уйҙы башына ла килтермәне [Сөмбөл]. Ф. Әсәнов. Һуҙҙәремдең айышына төшөнгәс, әлегә ҡәҙәре ҡуҙ-каштарын уйнатып, көр генә ҡыланған һомғол буйлы, сибәр йөҙлө егеткәйҙең ҡарашы һунде, һын-ҡиәфәте лә куҙгә куренеп шиңде. Р. Вәлиев. Майҙан ығы-зығыһы ла уҙенән-уҙе шиңде. Й. Солтанов.
4. кусм. Төҫ һалыу, һурығыу, ныҡ ябығыу. □ Похудеть, подурнеть, осунуться. Йөҙө шиңгән. ■ Төн сыҡҡансы алһыу яңаҡтары шиңеп, куҙ нурҙары һунеп ҡалған Маргарита .. ситтә генә өндәшмәй бер аҙ торҙо ла моңһоуланып ҡояшҡа ҡараны. Р. Өмөтбаев. Һәнәрсе куҙгә куренеп шиңә, һунә башлаған.
3. Биишева. Нурислам ныҡ тартылған, гел ултырып торған алһыу бит алмалары шиңгән, ҡалын ирендәре кибеп ярылған, куҙҙәрен ғәм баҫҡан. М. Кәрим.
5. кусм. Һулыу, йәшлек төҫөн юғалтыу; һүрелеү, һүнеү. □ Увядать, блёкнуть. Олоғайып шиңеу. М [Фәузиә - сауҙагәр ҡатынға:] Һи-и, ҡәҙерлем, һин уҙең дә арыу ғына шиңгәнһең инде. М. Садиҡова. [Әбей:] Бала ғынам ҡапыл ҡартайып, нурһыҙланып ҡайтҡан, ике бите ҡып-ҡыҙыл булып алланып-нурланып йөрөй торғайны, шиңгән дә ҡуйған. Т. Сәғитов.
6. Күләме кәмеү, кесерәйеү. □ Спадать, уменьшиться в объёме, размере. Кәбән шиңгән. Малдың ҡорһағы шиңгән. Майы шиңгән. ■ Бер нисә көндән һуң Тимербайҙың йөҙөндәге һәм ҡул-аяҡтарындағы шеш шиңә башланы,
ләкин куҙҙәре асылманы. Ғ. Аллаяров. Ҡалын һымаҡ куренгән көрт көндән-көн нығыраҡ шиңә. Т. Ғарипова. Көндөң ҡабат йылыныуы, буран өйөп ташлаған көрттәрҙең куҙ алдында шиңеуе лә кәйеф кутәрелеуенә булышлыҡ иткәндер, һөйләшеу, көлөшөу ҡуйыра барҙы. Б. Рафиҡов.
7. Тыны сығып, күләме кәмеү (камераға, шарға һ. б. ҡарата). □ Спускать (о камере, шаре и т. п.). Шары шиңеп бөткән. М Ҡамғаҡ Дәуәй ҡабарынып шартлар хәлгә еткән ерҙән шымды, тыны сыҡҡан туптай шиңеп, мейес буйына сигенде. Й. Солтанов.
♦ Кикрек шиңеү (йәки төшөү) тәкәбберлек бөтөү; артыҡ маһайыу юҡҡа сығып, күңелһеҙләнеп ҡалыу. □ Перестать кичиться, чваниться. Бик эреләнеп йөрөй ине, кикреге шиңде теге егеттең. ■ [Председатель:] Әйтәм, тегеһенең дә [Хабрайҙың] кикреге шиңгән, йунләп һөйләшмәй ҙә. Р. Байымов. [Михалкин] урынбаҫарҙары, ярҙамсылары, осоусылар менән хушлашҡанда упкә белдермәне, яҙмышына зарланманы, ғөмумән, кикреге шиңгәнлеген һиҙҙермәҫкә тырышты. А. Мағазов. Һуғыш суҡмарының ысынлап та кикреге шиңде, тик йоҙроғон төйнәп янарға онотманы. Д. Бүләков.
ШИҢГӘК (Р: обессиленный; И.: exhausted; T: halsiz) с. диал.
Хәлһеҙ, быуындарында хәле булмаған; көс-дәрте бөткән, сирләшкә. □ Обессиленный, слабый, хилый; больной. Шиңгәк һарыҡ. • Шиңгәк улән ашаған мал шиңгәк булыр. Әйтем.
ШИҢМӘҪ (Р.: неувядаемый; И.: unfading; T: solmaz) с.
1. һулымай торған. □ Неувядаемый. Шиңмәҫ шишмә. ■ [«Иҫтәлек дәфтәре »нең һәр йыры, һәр шиғыры] мәңге шиңмәҫ гөл, мәңге кугәрмәҫ гәуһәр, мәңге тутыҡмаҫ аҫыл таш булып һаҡлана. С. Поварисов.
2. кусм. һулымай, һүнмәй, һүрелмәй торған. □ Неувядаемый, неувядающий. Шиңмәҫ йәшлек. Шиңмәҫ дан. Халыҡтың шиңмәҫ йыр байлығы. ■ Үҙенә шулай оло хөрмәт кур-һәткәндәре өсөн генә тугел, халыҡтың шиңмәҫ бөйөклөгөнә һоҡланды ул [Зәки Вәлиди]. Р. Байымов. Ниндәй ҡабатланмаҫ, шиңмәҫ йәшлек! 3. Биишева.
812