ШИПКЕРТ
ШИҢМӘҪГӨЛ (Р.: бессмертник песчаный; И.: dwarf everlast; T.: ölmez çiçek) и. диал.
Сәскәләре һулымай, шиңмәй торған гөл.
□ Бессмертник песчаный; цмин; сухоцвет (лат. Helichrysum arenarium). Шицмәҫгөл буләк итеу. Я ШиНгМәҫгөлгә халыҡ дөрөҫ исем биргән, сөнки уның сәскәләре шшҫмәй ҙә, һулымай ҙа. Экспедиция материалдарынан.
ШИП (шибы) [рус.] (Р.: шип; И.: thorn; Т.: krampon) и.
1. тех. Валдың йәки күсәрҙең подшип-никка терәлеп әйләнә торған өлөшө; валдың тишеккә индереп ҡуя торған осо, осҡо өлөшө; сөй. □ Шип, цапфа. Кусәр шибы. Шиплы тәгәрмәс.
2. диал. Энә, сәнске (уҫемлектәрҙә). □ Шип (у растений). Рауза шибы. Гөлйемеш шибы.
3. диал. Энә, сәнскәк; ҡылсыҡ. □ Шип (у рыб). Балыҡтың шиптары бар.
4. диал. Ваҡ ҡаҙаҡ, тырнаҡ. □ Шип (мелкий гвоздь). Йәшерен шип. Дағаның шибы. Ботинканың ваҡ шиптары.
5. диал. Ағас деталендәге сығынты, епһә.
□ Выступ на деревянной детали. Таҡта шибы. Шип менән ялғау.
ШИПАЛТАЙ и. һөйл. ҡар. шипатай 1. ■ Аяғына шипалтай дауахана ҡатаһы, өҫтөнә буй-буй төшкән йәшел куртка, шул уҡ төҫтәге салбар кейгән .. Абдрахманға кант-ком бюроһы ҡарарын уҡып ишеттерҙеләр. Р. Өмөтбаев.
ШИПАН I (Р: хитрый; И.: artful; Т.: kurnaz) с. диал.
1. Хәйләкәр, мут. □ Хитрый, плутоватый. Шипан кеше.
2. Аҫтыртын, үткер. □ Скрытный, бойкий. Шипан егет.
3. ҡар. шипандаҡ. Шипан ҡыҙыҡай.
ШИПАН II (Р: чирей; И.: furuncle; Т.: çıban) и. диал.
Ҡыҙарып, эренләп, бүртеп торған тән сире; шешек, һыҙлауыҡ. □ Чирей, фурункул; опухоль. Шипан сыҡҡан. Шипан һытылыу.
ШИПАНДАҠ (Р: кокетливый; И.: coquettish; T.: fingirdek) с. диал.
Ҡылансыҡланып, һырғаланып тороусан, ҡыйшандаҡ (ҡатын-ҡыҙға ҡарата). □ Кокетливый. / Кокетка. Шипандаҡ, ҡылансыҡла
нып тора. Шипандаҡ, егет-елән курһә, ҡыйшанларға тотона.
ШИПАНЛАУ (шипан л а-) (Р: кокетничать; И.: coquet, play the coquet; T.: fingirdemek) ҡ. диал.
Күҙ-башты уйнатып һырғаланыу, ҡый-шаңлау. □ Кокетничать. Ир заты курһә, шипанлай. ■ Өйҙә бик матур ҡыҙ ултыра, ти. «Хуш килдең», - тигән була, ти, ҡыҙ, шипанлап. Әкиәттән.
ШИПАТАЙ (Р: шлёпанец; И.: slipper; Т.: terlik) и. һөйл.
1. Йортта кейә торған артһыҙ аяҡ кейеме. □ Шлёпанец; шлёпанцы (обычно без задников). / Шлёпающий. Шипатай һайлау. Кун шипатай.
2. Өй эсендә кейә торған йомшаҡ еңел аяҡ кейеме. □ Лёгкая домашняя обувь; тапочки. Уңайлы шипатай. Шипатай кейеу. Шипатай һатып алыу.
ШИП БАЛЫҠ (балығы) (Р: шип; И.: bastard sturgeon; T.: şip balığı) и. диал.
Каспий, Ҡара, Арал, Азов диңгеҙҙәрендә йәшәй торған, эре промысла балығы. □ Шип (промысловая рыба семейства осетровых) (лат. Acipenser nudiventris). Шип балык йылғаларҙа ҡышлай. Шип балыҡ моллюскылар һәм ваҡ балыҡтар менән туҡлана.
ШИПЕЙКА (Р: шиповник; И.: dog-rose; T.: yaban gülü) и. диал.
Әлморон; гөлйемеш. □ Шиповник (лат. Rosa canino). Шипейка сәскәһе. Шипейка йыйыу.
ШИПКЕРТ I (Р: тихий голос; И.: quiet voice; T.: yavaş ses) и. һөйл.
1. Саҡ ҡына ишетелгән тауыш. □ Тихий, еле слышный голос. Шипкерт биреу. ■ Шомло тынлыҡ баҫҡан тәпәш булмәлә кешенең тын олыуынан башҡа шипкерт тә ишетелмәне. Р. Өмөтбаев. Тынлыҡ урынлашҡас та, бер килке ҡолаҡ һалып, көсөргәнеп тыцшп торҙо [Биксәнтәй], әммә башҡаса бер шипкерт тә тойолманы. И. Ноғманов.
2. кусм. Кешегә билдәһеҙ йәшерен эш. □ Тайное, скрытное дело. Бер шипкерте бар бының. П Был юлы Әбделғәни бер ниндәй шип-кертте һиҙмәне. Р. Өмөтбаев. Ҡасҡындың тел төбөндә ниндәйҙер шипкерт бар: ошолай уйлаған Биксәнтәйҙең куңеленә шом йугерҙе. И. Ноғманов.
813