ШИПКЕРТ
ШИПКЕРТ II (Р.: тихо; И.: silently; insensibly; T.: yavaştan) р.
1. Шым ғына, һиҙҙермәйенсә. □ Тихо, молча, незаметно. Шипкерт кенә алдан белдереу. Шипкерт кенә килеп әйтеу. ■ Ҡара төн утәләй шипкерт кенә килгән бер шәулә. М. Тажи.
2. Саҡ ҡына, һис тә. □ Чуть-чуть; нисколько. ■ Йукәлек яғынан йылы ел иҫә, шипкерт кенә бал еҫтәре һирпелә ул елдән. Г. Яҡупова. Шипкерт тауыш юҡ. Т. Ғарипова. Купме генә тырышып ҡарамаһындар, .. шипкерт таба алманылар. И. Ноғманов.
ШИПКӘН (Р.: рыжик; И.: false flax; T.: ketencik) и. бот.
Әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ваҡ ҡына һары орлоҡло, ҡыҫҡа һабаҡлы бер йыллыҡ үлән (ҡырҙа, иген араһында уҫә, орлоғонан май алалар). □ Рыжик. / Рыжиковый (лат. Camelina). Шипкән майы. Етен шипкәне. Сәсеулек шипкәне. Шипкән баҫыуы. ■ Ялан ғына ерҙең, ай, шипкәнен, елдәр тугә уның кипкәнен. Халыҡ йырынан.
ШИПКӘРТЕҮ (шипкәрт-) (Р.: предупреждать кого о чём', И.: forewarn; prevent; T: önlemek) ҡ. диал.
Кемгәлер нимәлер тураһында белдереү, иҫкәртеү. □ Предупреждать кого о чём. // Предупреждение. Эт өрөп шипкәртә. Һеҙҙе шипкәрттеләрме? Я Теге «шиш» хаҡында ла шипкәрттем Мәулиҙәгә бер юлы. Г. Яҡупова. Булдыра алһаң, тауыш бир, шипкәртеу яһа, һинең өсөн тағы нимәләр эшләй алам? И. Ноғманов.
ШИПЛАТЫУ (шиплат-) (Р: хлестать прутиком; И.: lash; T.: urmak) ҡ. диал.
Сыбыҡ менән һыҙырыу. □ Хлестать прутиком. Сыбыҡ алып шиплатып ебәрһәм! Кесерткән саҡҡас, уны шиплатыуҙан ни файҙа?
ШИПЛЫ (Р: с шипами; И.: with thorns, thorny; T.: dikenli) с. һөйл.
Сәнскәкле, сөйлө, тырнаҡлы. □ С шипами. Шиплы ялғау. Шиплы ботинка. Шиплы даға.
ШИПЛӘП (Р: во весь дух; И.: doublequick; T.: çabucak) р. диал.
Шыйлап, елдереп, бик тиҙ. □ Во весь дух, во всю мочь; очень быстро. Шипләп уҙып китеу. Шипләп барып килеу. Шипләп барып етеу. Шипләп кенә китә лә баралар. ■
Поезд, вағыраҡ станцияларҙа туҡтап та тормай, шипләп барыуын дауам итте. Экспедиция материалдарынан.
ШИПОТОК (шипотогы) (Р: лист лопуха; И.: burdock leaves; T.: dulavratotu yaprağı) и. диал.
Дегәнәк япрағы. □ Лист лопуха. Шипо-ток йыйыу. Ҙур шипоток. Шипоток әҙерләу. Шипоток ябыу. Шипотоктан эшләнгән. ■ Шипоток йыйырға ине, шул аяҡ һыҙлауын баҫа, тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
ШИПТЫРЫУ (шиптыр-) ҡ. диал. ҡар. шиплатыу. Сыбыҡ менән саж-сож шиптырыу. Өтөп алырлыҡ шиптырыу. Яндырғансы шиптырыу. Я [Хәҙисә - Зөфәргә:] Мин атайың урынында булһам, һине сырылдатып, тызылдатып тал сыбығы менән шиптырып ҡайтарыр инем. С. Кулибай.
ШИПШЕ (Р: щипцы; И.: tongs; T: maşa) и. диал. ҡар. йәмкә.
Күмер ҡыҫҡыс. □ Щипцы для углей. Шипше менән янып бөтмәгән торомбаш-ты алып ташлау. Усаҡтан шипше менән ҡуҙ алыу. Я Шипше менән тере ҡуҙҙарҙы самауыр торбаһына тултыраһың да ҡайнағанын көтөп ултыраһың, - тип әсәһе ҡыҙға өйрәтә, ти. Әкиәттән.
ШИПШӘ и. диал. ҡар. шипкән. Шипшә йыйырға барыу. Шипшә орлоғо.
ШИПЫМ (Р: чарык; И.: kind of sandal; T.: çarık) и. этн. диал. ҡар. сарыҡ.
Башы күндән, ҡунысы туланан тегелгән аяҡ кейеме. □ Чарык (старинная обувь с кожаным носиком и суконным голенищем, украшенным узорной вышивкой). Шипым нағышлау. Коба шипым. Шипым ҡысмауы. Егет аяғына өр-яңы шипым кейгән.
ШИРАЙЫУ (ширай-, ширая) (Р: вытянуться в длину; И.: grow (inordinately) tall; T.: boy sürmek) ҡ. диал.
һонторайыу, оҙон булып үҫеү. □ Вытянуться в длину. Ҡыҙыбыҙ бигерәк ширайып уҫте лә китте. Малай йәй эсендә генә ширайып уҫеп киткән.
ШИРҘА (Р: жердь; И.: pole; T.: sırık) и. диал.
1. Кәртә. □ Жердь. Оҙон кәртә. Кәртә ҡырҡыу. Атты ширҙаға бәйләу. Айыу тиреһен ширҙаға элеп ҡуйҙылар.
814