Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 815


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШИРМА
2. Һырғауыл, баҡан (бәйгелә ярышып буйлай торған оҙон шыма бағана). □ Шест. Ширҙаға урмәләу. һабантуй майҙанына оҙон ширҙа ҡуйғандар. Ширҙаның башына менгән кешегә буләккә самауыр элгәндәр.
ШИРҘАҠ (ш ир ҙағы) и. диал. ҡар. сарлаҡ. Ширҙаҡҡа менеу. Ширҙаҡҡа элеу. Шир-ҙаҡ тәҙрәһе.
ШИРҘЕК (ширҙеге) и. диал. ҡар. ширлек 2. Ширҙек таҡтаһы. Ширҙекте ҡырып йыуыу.
ШИРЕК (ширеге) [ғәр. ] (Р.: язычество; И.: paganism; T.: paganlık) и.
Күп аллалыҡ, мәжүсилек. □ Язычество. Ширен осоронда. Боронғо Рәсәй ширеҡ мәҙәниәте.
ШИРЕҮ (шир-) (Р.: лущить; И.: peel; Т.: badıcını ayıklamak) ҡ. диал.
Ярыу, ҡабығын боҙоп, емен алыу. □ Лущить, обдирать. Көнбағыш ширеу. ■ Зөләйха сәтләуекте, артыҡ тауышын сығармай, аҡрын ғына ширә. Т. Йәнәби.
ШИРИН [фарс. кар. һөйкөмлө.
Куршебеҙ ҙә бигерәк ширин.
ШИРКАЛ (Р: стерлядь; И.: sterlet; T.: çığa balığı) и. диал. ҡар. сөғә 1,1.
Бикре һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бик ҡиммәтле аулау балығы. □ Стерлядь (лат. Acipenser ruthenus). Ширкал һурпаһы. Ширкал ыуылдырығы.
ШИРКҮН (Р: маленький колокольчик; И.: little bell; T: küçük çan) и. диал. ҡар. сыңғылдаҡ.
Бәләкәй ҡыңғырау, шөңгөр. □ Маленький колокольчик, бубенец. Ширкун сыңғырлай. Көмөш ширкун. Ширкун тауышы.
ШИРКӘТ [ғәр. <£jJi ] (Р: товарищество; И.: company; T.: şirket) и.
Сәнәғәт, сауҙа һ. б. эштәрҙә бергәләп эш итеү маҡсатында тигеҙ хоҡуҡлы ағзаларҙан торған берләшмә; ижтимағи ойошма, йәмғиәт. □ Товарищество, сообщество, компания, фирма. Бер ширҡәт кешеләре. Ширкәт төҙөу. Сауҙа ширҡәте. ■ [Хаммат:] Ә ерҙе бергәләп эшләу ширкәтен төҙөугә нисек ҡарайһың? 3. Биишева. Ярлыларға ерҙе бергәләп эшкәртеу ширҡәте ойошторошто [Гәуһәр]. И. Ғиззәтуллин. Кәҫтәрән, эшен ташлап,
ширҡәт яҙмышы менән ҡыҙыҡһынған булып, кәнсәгә йугерҙе. Р. Өмөтбаев. Сәй артында боронғо эштәрен, «тормоштарын», «эш хаҡтарын», .. нефть ширкәттәре тарафынан буләкләнеуҙәрен һөйләнеләр. А. Таһиров.
ШИРКӘТСЕ (Р: компаньон; И.: companion; T: ortak) и. иҫк. кит.
Ниндәйҙер бер ширҡәт ағзаһы. □ Компаньон; член сообщества, товарищества. Ширкәтселәр йыйылышы. Ширкәтселәр ҡарары. ■ Ширкәтселәр быйыл да мул уңыш алды, бесәндәре тағы ла куп булды. 3. Биишева.
ШИРЛЕК (ширлеге) (Р: лавочка; И.: small bench; T.: iskemle) и.
1. Оҙон таҡтанан ултырыу өсөн эшләнгән йорт ҡаралдыһы, эскәмйә. □ Лавочка, лавка; скамья. Ширлеккә ултырыу. Киң ширлек. Ширлек тояғы. ■ Хаммат, аҡрын-һалмаҡ ҡына баҫып, залға уҙҙы, иң артҡы ширлеккә барып ултырҙы. Ғ. Хисамов. Иштуған, тыңлай торғас, арып, кунрлен солғап алған дауыллы шатлыҡтан тамам иҙрәп, хәлһеҙләнеп ширлеккә ауҙы. 3. Биишева. Ана бит, ишек төбө яҡка ҡуйылған ширлектә өлкәндәргә ихтирамлы ҡарап, уҙ-ара бышылдап ҡына һөйләшеп ултыралар [Шәмсеһылыу менән Ғәҙелбанат]. Н. Мусин.
2. диал. Урындыҡ йөҙлөгө. □ Наличник нар. Ширлеген ҡырып йыуыу. ■ Капыл уйсанланып киткән Хашим, усаҡ эргәһенән тороп, урындыҡ ширлегенә килеп ултырҙы. Т. Ғарипова.
3. диал. Тәҙрә төбө. □ Подоконник. Ширлек тулы гөл.
4. диал. Кәштә. □ Полка. Ширлек яһау. Ширлеккә теҙеу. Ширлектәге китаптар, н Мөйөштә - оло бер көбө ҡымыҙ, эргәһендәге ширлектә - бер өйөм туҫтаҡ. Н. Мусин.
ШИРЛӘҮ (ширлә-) (Р: петь грустную песню; И.: sing a sad melody; T: hüzünlü türkü söylemek) ҡ. иҫк.
Ҡайғылы йыр йырлау. □ Петь грустную песню. ■ [Йырсы:] Купте кургән ҡарыйың мин, .. асмандағы турғайҙай, алдығыҙҙа ширләйем. «Буҙйегет».
ШИРМА [нем. Schirm һаҡлау’] (Р: ширма; И.: screen; T: stor) и.
1. Кәрәкмәгәндә йыйып ҡуйырлыҡ итеп ҡағыҙ йәки сепрәк менән кәпләнгән
815