Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 816


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШИРМЕШ
рамдарҙан эшләнгән йыйылмалы, күсереп йөрөтмәле бүлкә; йыйылмалы шаршау. □ Ширма (комнатная складная переносная перегородка из рам, обтянутых материей, бумагой). Ширма ҡуйыу. Ширма менән ышыҡлау. Ширма менән булеу. ■ Фәтихов: «Маша, һеҙ уҙ эшегеҙҙә булығыҙ, ә мин яраланған бер подпольщикҡа аҙыраҡ ҡанымды бирәм», - тип ширма артына инеп китте. И. Абдуллин. Мейес янындағы һандыҡ өҫтөндә иҫке-моҫҡо сепрәк, ширма артындағы карауатта тәртипһеҙ ятҡан мендәр, одеялдар, һеперелмәгән иҙән һәм башҡа шундай ваҡлыҡтар өйҙә хужабикә юҡлыҡты курһәтеп торалар. А. Карнай.
2. кусм. Насар, тыйылған эштәрҙе ҡасып, йәшеренеп башҡарыу өсөн файҙаланылған нәмә йәки кемгәлер һүҙ тейҙермәү өсөн ышыҡ булып йөрөгән кеше. □ Прикрытие кого, чего (в каких-л. делах). Ширма итеп файҙаланыу. Ширма хеҙмәтен утэу. Ширма булып йөрөу. М Элек шул ширмалар һеҙгә ярҙам иткән булһа ла, хәҙер барып сыҡмаҫ. Ә. Вәли. «Буласаҡ фән докторы ҡатыны» тигән ширма уға [Кәҙриәгә] оҡшай торғайны. Д. Бүләков.
ШИРМЕШ I (Р.: мари; И.: Mari; Т.: Çirmiş) и. һөйл.
Мари кешеһе (фин-уғыр телдәренең береһендә һөйләшә). □ Мари, марийцы. / Марийский. Ширмеш бейеуе. Ширмеш ҡатынын беҙҙә әкәй тиҙәр.
ШИРМЕШ II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бошман-һыуын-ҡыпсаҡ ырыуының бер аймағы исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени буш-ман-суун-кыпчак. Ширмештәр йыйыны. Ширмештәр урамы. Ширмештәр шәжәрәһе.
ШИРПЫЛДАҠ ТУРҒАЙ и. диал. ҡар. һабан турғайы. Ширпылдаҡ турғай тауышы. Ширпылдаҡ турғай матур итеп оҙаҡ һайрай ала.
ШИРТ (Р: место обитания нечистой силы; И.: deuce’c abode; T.: şeytanlar yaşayan yer) и. диал. миф.
Ен-пәрейле ер. □ Место обитания нечистой силы. Ул яҡта ширт бар.
ШИРТ ҺАЛЫУ (ширт һал-) ҡ. ҡар. имләү. Ширт һалып та ҡаранылар, ярҙам итмәне.
ШИТ (Р: навой; И.: back beam; T.: çulha silindiri) и. диал. ҡар. шөйтө.
Оҙатылған һәм тоҡонлап ишелгән буйлыҡ еп. □ Навой. Шит куҙе. Шит яһау.
ШИТА (Р: изгородь; И.: fence; hedge; T.: çit) и. диал.
Кәртә, ҡойма. □ Изгородь. Баҡсаны шита менән әйләндереу. ■ Байҙың шитаһы бөтөн, йорт-йыһазы шәп, мал-тыуары куп, ти. Әкиәттән.
ШИТЕМ (Р: целина; И.: virgin soil; T.: ekilmemiş toprak) и. диал.
Һөрөлмәгән ер. □ Целина. Шитем кутә-реу. Шитемдәрҙе һөрөу.
ШИТЛАУ (шитла-) (Р: свистеть; И.: buzz; T.: vızıldamak) ҡ. диал.
Шыйлау, шый-шый итеү, шый-шый килеү. □ Свистеть. Тирә-яҡта пулялар шит-лай. Ҡамсыһы һуҡҡан саҡта шитлап китә торғайны.
ШИУ\ (Р: длинноногий; И.: leggy; Т.: uzun bacaklı) с. диал.
Оҙон аяҡлы (кешегә ҡарата). □ Длинноногий. Шиуа кеше.
ШИҮӘ [фарс. (Р: говор; И.: subdialect;
T.: şive) и. иҫк. кит.
Урындағы тел, һөйләш; диалект. □ Говор; диалект. ■ Вахитты бик ныҡ ғәбдиәт алғанлыҡтан, татарса һуҙҙәрҙе боҙоп, урыҫса акцент, шиуәменән әйтеп китте. М. Ғафури. [Әббаҡтың] һөйләуе, шиуәһе башҡортса тиерлек. Ғ. Ибраһимов.
ШИҮӘҺЕҘ (Р: неуклюжий; И.: awkward; T.: hantal) с. диал.
Һыны, рәүеше килешһеҙ, шөкәтһеҙ, килбәтһеҙ. □ Неуклюжий, нескладный; некрасивый. Шиуәһеҙ кеше. Шиуәһеҙ булып ҡалған ағас.
ШИФА [ғәр. (Р: целебное свой-
ство; И.: cure; T.: şifa) и.
1. Ауырыу-сырхауҙы еңеләйтерлек файҙа; сихәт; һаулыҡ, сәләмәтлек өсөн файҙалы тәьҫир. □ Целебное свойство, польза от лечения; излечение, исцеление, выздоровление. Шифа булыу. ■ Улы сирләй. Алған дауалары шифа булһын сиренә. М. Кәрим.
816