Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 817


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШИФАЛЫ ҠУЛ
Юҡ, шифаһы теймәгәс, теймәй икән шул. Б. Бикбай. Әсәйемдең иркә ҡулдары һарыҡтың йәрәхәтле аяғына тотонһа, уның шифаһы тейә. Ә. Бикчәнтәев. Ҡыҙҙың йылы һуҙе, ябайлығы уның [Ишбулдының] куңел йәрәхәтенә шифа булды. Ғ. Аллаяров. Кеше йөрәгенә шифа булып ятырлыҡ йылы, яғымлы һуҙҙәрең бармы, секретарь? С. Поварисов. • Ямғыр тугел, ысыҡтың да шифаһы бар. Әйтем.
2. Ауырыуҙы, сирҙе бөтөрөү өсөн ҡулланыла торған шифалы нәмә; дарыу. □ Снадобье, что-л. полезное для здоровья; качество чего-л., приносящее пользу. Үләндең шифаһы. Дарыуҙан шифа табыу. Шифаһы тейеу. Ш Юл япрағының шифаһы баһалап бөткөһөҙ. И. Ноғманов. Шулай ул беҙҙең мунса, бешереп, яндырып ҡына ҡалмай, теләһә ниндәй табиптан да былайыраҡ шифаларын ҡалдыра. Ғ. Хисамов. [Зөбәржәт апай - Гөлназға:] Ҡана, килен, боҫрап ҡына торған һөт эсеп ебәр әле, шифаһы куп уның. Б. Ноғоманов.
3. Нимәнәндер йәм табыуға, ләззәт алыуға ҡарата. □ Удовольствие, наслаждение; приятность. Шифа табыу. Тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт, куңелгә шифа. М Тәнгә шифа, йәнгә ҙур файҙа. С. Ҡудаш. Тыуған яҡ тураһындағы хәтирә - куңел шифаһы. Ф. Аҡбулатова. [Сафия инәй - Ырыҫбай бабайға:] Яҡшы һуҙегеҙ уҙегеҙгә шифа булып әйләнеп ҡайтһын! Р. Ғабдрахманов. Өсәуләп бергә йырлау, мандолинала уйнау, шаян һуҙҙәр һөйләп көлөу, куңел асыу - быларҙың бөтәһе минең сәләмәтлегем өсөн мең-мең дарыуҙан артыҡ ҡиммәтле шифа булды. С. Поварисов.
ШИФАЛАУ (шифала-) (Р.: исцелить; И.: heal; T.: şifalandırmak) ҡ. һөйл.
Ауырыуҙан ҡотолоу, һауығыу өсөн дауа биреү; дауалау. □ Исцелять, излечивать. Дарыу менән шифалау. ■ [Ырыҫ Тибаттың] уҙенең әйтеуенсә, бригаданың яуыздары атаһының нервыларын ҡаҡшатып, йөрәге өйәнәкләгән - шуны шифаларға ҡырҡ дана кук кугәрсен ите мас, имеш. Й. Солтанов. [Ялсы:] Батшаның ҡыҙы сирләй, бик куп төрлө дарыуҙар менән шифалап ҡаранылар, бер дарыу ҙа килешмәне. Әкиәттән.
ШИФАЛЫ I (Р.: целебный; И.: curative; healing; T.: şifalı) с.
1. Һаулыҡ, сәләмәтлек өсөн файҙалы; сихәтле. □ Целебный, целительный; полезный. Шифалы дарыу. Шифалы булыу. ■ Көмөштәй саф, балдай татлы шишмә һыуы һаман элеккесә һыуһағандың һыуһынын ҡандырған, арығанға хәл индергән, сырхағанға шифалы дауа булған. 3. Биишева. Яҙ көнө беренсе тапҡыр кук кукрәгәндә ергә ятып аунаһаң, тәнгә шифалы була, тиҙәр. Ә. Вәли.
2. Дауалай торған сифаты булған. □ Лечебный, имеющий целительные свойства. Шифалы ләм. Шифалы һыу. Шифалы улән-дәр. ■ Башҡорт ҡымыҙынан да шифалыраҡ эсемлек юҡ донъяла! Ә. Байрамов. Иртәнге шифалы ел Зөфәрҙең яңаҡтарынан иркәләп иҫеп китте. И. Абдуллин.
3. кусм. Һәйбәт тәьҫир иткән; файҙалы. □ Благотворный, благодатный. Шифалы ямғыр. Шифалы урман һауаһы. ■ Йөҙ төрлө туғай һәм йукә сәскәһе менән төнәтелгән шифалы һауаны һулаһаң, кукрәгең киңәйә, тамырҙарыңда ҡан уйнай башлай. И. Абдуллин. Иртәнге һауа шифалы була ул. И. Ғиззәтуллин. Хәйерле, шифалы ғына ямғыр булһын. 3. Биишева. О, батырлыҡ һәм сафлыҡ менән төнәтелгән шифалы һауа! И. Абдуллин. Ринат .. әле ярһып типкән йөрәгенә ниндәйҙер шифалы нурҙар яғылғанын тойҙо. Р. Байбулатов.
ШИФАЛЫ II (Р.: полезно; И.: healthful; T.: şifalı) р.
Сәләмәтлек өсөн файҙалы, һауыҡтырғыс; дауалай торған сифатлы. □ Полезно, целебно. Шифалы тойолоу. М Ҡымыҙ эскәс, тир ту-геп эшләһәң генә шифалы була ул. 3. Биишева.
ШИФАЛЫ ҠУЛ (Р: руки, способные излечить от болезни прикосновением; И.: healing hands; T.: şifalı eller) и. миф.
Ҡағылып ҡына төрлө ауырыуҙарҙан һауыҡтыра алған ҡулдар. □ Руки, способные излечить от болезни прикосновением. М Баҡа менән йыланды айырған кешенең ҡулы шифалы ҡул була икән. «Башҡорт мифологияһы»нан. Юҡһа .. һинең шифалы ҡулдарыңды һағынып бөттөм. И. Абдуллин. Минең уҙемдең дә әсәйемдең шифалы ҡулдарының шифаһын әллә нисә тапҡыр татып ҡарағаным бар. Ә. Бикчәнтәев.
817