Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 818


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШИФАН АҒАСЫ
ШИФАН АҒАСЫ и. диал. ҡар. мәрүәр IL Шифан ағасы япрағы.
ШИФАХАНА [ғәр. ILİ + фарс. (Р: санаторий; И.: sanatorium; T.: sanatoryum) и.
1. Тәбиғәт факторҙарын файҙаланып, ауырыуҙарҙы дауалау һәм ял иттереү өсөн тәғәйенләнгән дауалау, профилактика үткәреү ойошмаһы. □ Санаторий, здравница. Шифаханаға юллама алыу. Шифаханаға барыу. «Янғантау» шифаханаһы, м Шунда, шифаханала, Зиннур Таипович оло йәштәге бер әҙәм менән танышып алды. Р. Вәлиев. Шулай итеп, мин шифаханаға китеп барам. С. Ильясов.
2. Ятып дауалана торған махсус бина; дауалау йорто. □ Лечебница, больница. Шифаханала ятыу. Шифахана хеҙмәткәрҙәре. ■ Дивизия шифаханала ла уҙ ҡанундары менән йәшәй ине. 3. Ураҡсин. [Василий Петрович:] Дөрөҫ аңлаһам, хөрмәтле Нурислам Әхәтович, һеҙ утрауҙа урынлашҡан йорт-ҡаралтыларҙы төҙөкләндереп, шифахана яһарға һәм шунда наркомандар менән алкоголиктарҙы дауаларға тәҡдим итәһегеҙ? Р. Вәлиев. Шул арала яйын табып, әбейҙе шифаханаға ебәрҙеләр. Г. Яҡупова.
ШИФАЯТ (Р.: лечебный молитвенник; И.: sort of prayer book; T: dua kitabı) и. диал.
Дауа доғаһы яҙылған дәғүәт. □ Лечебный молитвенник. ■ Ауырығанда шифаят яҙҙырып эсерә торғайнылар. Экспедиция материалдарынан.
ШИФЕР [нем. Schiefer ‘һәүерташ’] (Р: шифер; И.: slate; T: damtaşı) и.
İ.muh. Ҡара йәки буҙ төҫтәге балсыҡлы һәүерташ. □ Шифер (глинистый сланец чёрного или тёмно-серого цвета с бурым, красно-бурым или зеленоватым оттенком). Асбеслы шифер. Тәбиғәттә куберәк буҙ төҫөндәге шифер осрай.
2. Шул һәүерташтан йәки асбеслы цементтан һырлап яһалған түбә ябыуы. □ Шифер (кровельный материал из сланца или асбестового цемента). / Шиферный. Шифер заводы. Шифер менән ябыу. Шифер ҡыйыҡ. М Шиферҙы ғына һуцлап килтермәһәләр, һыйыр аҙбары бер аҙнанан, һис һуҙһеҙ, әҙер буласаҡ. Р. Ғабрахманов. Бына кирбестән һалынған, баштары шифер менән ябылған
мөһабәт аҙбар. Яр. Вәлиев. Ҡыйыҡтағы шифер аҫтына уҫаҡ, аҙбар иҙәненә ҡайын таҡта ла бик һәйбәт була. Н. Мусин. Бынан ике йыл элек кенә, мин тәуге ҡат килгәндә, улар [Камышлылар] һалам тубәләрҙе шифер, ҡалай менән алыштыралар ине. Д. Исламов. Әйткәндәй, шифер ҡайтартмағандармы әле? Д. Бүләков.
ШИФЕРЛАУ (шиферла-) (Р: покрыть шифером; И.: slate; T: damtaşı ile örtmek) ҡ.
Шифер менән ябыу. □ Покрыть шифером. Тубәһен шиферлап ҡуйҙыҡ. Яцғыҙ ҙа йәшәп була ла ул, бынауы тушәмде алыштырып, аҙбар тубәһен шиферлап ебәргәндә. Н. Ҡотдосов. Ҡыйыҡтың бер өлөшөн уҙған йыл уҡ дауыл ырғытҡайны, шуны шиферлап ҡуйырға кәрәк. Т. Ғарипова.
ШИФЕРЛЫ (Р: шиферный; И.: slated; Т.: damtaşı ile örtülü) с.
Шифер (2) менән ябылған. □ Шиферный, покрытый шифером. Шиферлы тубә. Шиферлы йорттар. ■ Шиферлы ҡыйыҡтар ялтлап тора. Р. Низамов. Әле бынан ситке өйҙәрҙең асыҡ буяулы тәҙрәләрен шәйләргә мөмкин, ә теге саҡ рубероидлы йә шиферлы ҡыйыҡтар саҡ-саҡ төҫмөрләнә ине. С. Шәрипов. Тубәһе шиферлы таш аҙбарҙың ике яҡҡа асылған ҙур ишегенән ҡулына һөт биҙрәһе тотҡан аҡ халатлы йәш кенә ҡыҙ еңел генә атлап килеп сыҡты. Ғ. Лоҡманов.
ШИФОН [фр. chiffon ‘сепрәк’] (Р: шифон; И.: chiffon; T.: şifon) и. туҡ.
Ныҡ йоҡа кизе-мамыҡ туҡыма йәки ебәк. □ Шифон (шёлковая или хлопчатобумажная тонкая мягкая ткань). / Шифоновый. Аҡ шифон. Биҙәкле шифон. Шифон кулдәк. Шифон яулыҡ. ■ Рөстәм эргәһенә өҫтөнә көҙгө саған япраҡтары һибелгән киң итәкле ҡара шифон кулдәк, аяҡтарына һарғылт босоножка кейгән, ҡулына ебәк сумка ғына тотҡан Наилә кубәләк һымаҡ осоп килде. М. Садиҡова.
ШИФОНЬЕР [фр. chiffonnier ‘кейем шкафы’] (Р: шифоньер; И.: wardrobe, chiffonier; T.: şifoniyer) и.
Кейем-Һалым өсөн тәғәйенләнгән ҙур булмаған шкаф; гардероб. □ Шифоньер. Шифоньер ишеге. Шифоньер асҡысы. Шифоньер тартмаһы. Көҙгөлө шифоньер. Ике
818
00:00
00:00
00:00