ШИФРОВКА
ишекле шифоньер. М Зоя уға [Ларисаға] ҡамасау ғына яһаны булһа кәрәк: көҙгө янынан китмәне, бик иртә биҙәнде-төҙәнде, асыҡ торған шифоньерҙан күлдәктәренең береһен алып, икенсеһен һалды. Ғ. Аллаяров. Ул [Гөлниса] бына инде ҡасандан бирле әле трельяж алдына, әле шифоньер ҡаршыһына баҫып, орсоҡ кеүек өйөрөлөп йөрөй. 3. Биишева. Көҙгөлө шифоньерҙың да эсе тулы кейем-һалым, Сәмиғ уныһын асып торманы, бәлки, бикле лә булғандыр. Т. Ғиниәтуллин. Ғилман, көҙгө алдына баҫып, бөгөн айырыуса ентекләп ҡырынды, шифоньерҙан иң затлы күлдәген, галетугын алды. Д. Бүләков. #
ШИФР [фр. chiffre ‘һан’ < ғәр. ji-a ‘ноль’] (Р.: шифр; И.: cipher; code; T.: şifre) и.
1. Йәшерен яҙыу өсөн ҡулланылған шартлы хәрефтәр системаһы. □ Шифр (условная азбука для секретного письма); тайнопись. Хәрефле шифр. Шифр менән яҙыу. Шифрға һалыу. Шифр асҡысы. М Бына шифр менән алынған телеграмма. Б. Бикбай. Шифр менән генә аңлаштығыҙ. Б. Рафиҡов. Мин полиция департаментының шифр менән яҙылған депешаһын уҡыным. X. Мохтар. Эшләй башлаһаң, иптәштәр һиңә адрестарын да, позывнойын да, шифрын да бирер. И. Ғиззәтуллин.
2. Торған урынын күрһәтеү өсөн китап, ҡулъяҙма, документ кеүек нәмәләргә ҡуйылған билдә; тамға. □ Шифр (регистрационный условный знак на книгах, рукописях, документах, определяющий их место при хранении); индекс. Шифр ҡуйыу. Шифрын табыу. Ҡулъяҙмалар шифры. ■ Георгий Афанасьевич, төргәген сисеп, китаптарҙы өҫтәлгә һалды ла шифрҙы нисек ҡуйырға икәнен күрһәтеп бирҙе. X. Мохтар.
3. иҡт. Иҫәп номенклатураһында ниндәйҙер күрһәткестең шартлы билдәләнеше. □ Шифр (условное цифровое обозначение определённого показателя учётной номенклатуры). Алынған тауарҙарҙы тәүҙә бухгалтерия шифрлап сыға, шунан һуң кемгә нимә тейә, таратып бирәләр.
4. Ниндәйҙер яйланманы асыу, ябыу йәки активлаштырыу өсөн ҡулланылған хәрефтәр йәки һандарҙан торған код. □ Шифр (сочетание определённых букв и цифр, с помощью которого можно открыть,
закрыть или активировать какое-л. устройство); код. Дипломаттың шифры. Сумаҙан эсендә йыһан карабы менән идара итеү шифры ла булған. ■ Радистарына яңы шифр алырға барып, мотоциклдан ҡолаҡ ҡаҡҡанын беләһегеҙ инде. Ә. Хәкимов. Георгий Афанасьевич был өс һандың береһендә шифрҙың асҡысы булырға тейешлеген бер ҡарауҙа уҡ һиҙҙе. X. Мохтар. Шифр, эфирға сығыу ваҡыттары, диапазон һәм башҡаларҙы Камалова заданиеға китергә бер сәғәт ҡала алыр. И. Абдуллин.
ШИФРЛАНЫУ (шифрлан-) ҡ. төш. ҡар. шифрлау, страд, от шифрлау. Шифрланған телеграмма.
ШИФРЛАУ (шифрла-) (Р: шифровать;
И.: cipher, write in code; T: şifrelemek) ҡ.
Шифр (1) менән яҙыу; шифрға һалыу. □ Шифровать. // Шифрование, шифровка. Шифрлау бүлеге. Тексты шифрлау. Шифрлап биреү.
ШИФРЛАУСЫ (Р: шифровальщик; И.: coder; T: şifreci) и.
Шифрға (1) һалыусы. □ Шифровальщик, шифровщик. / Шифровальный. Оҫта шифрлаусы. Тәжрибәле шифрлаусы эҙләйҙәр. Дипломатик вәкиллектә шифрлаусы булып эшләү.
ШИФРЛЫ (Р: шифрованный; И.: ciphered; codified; T: şifreli) с.
Шифр менән яҙылған, йәшерен. □ Шифрованный, зашифрованный; засекреченный. Шифрлы телеграмма. ■ Төрлө тарафҡа шифрлы телеграммалар, йәшерен хаттар оса. Ә. Хәкимов.
ШИФРОВКА [рус.] (Р: шифровка; И.: ciphered message; ciphering; T: şifreleme) и. һөйл.
1. Шифрға һалыу эше. □ Шифровка. Шифровка әҙерләү. Шифровка менән шөғөлләнеү.
2. һөйл. Шифрлы яҙыу, шифрланған текст (телеграмма, хат һ. б.). □ Шифровка, шифрованная запись (письмо, телеграмма, документ). Шифровка уҡыу. ■ Зухҡа ярлыҡау һорап, ул [бригаданың комиссары Арсений Данилович Зубков] юғарыға шифровка бирҙе. М. Кәрим. Жандарм идаралығына ебәрелгән шифровкала берәй кешене аресҡа алыу тураһында һүҙ баралыр, - тип уйлап алды Салих. X. Мохтар.
819