ШИФРОГРАММА
ШИФРОГРАММА [рус.] (Р.: шифрограмма; И.: cipher text; T.: şifreli metin) и. һөйл.
Шифрланған текст (хат, телеграмма, документ). □ Шифрограмма. Үҙәктән шифрограмма алыу. ■ Ашығыс шифрограмма! X. Мохтар.
ШИХАН (Р: шихан; И.: sheehan; T.: Şihan, höyük) и.
1. Осло башлы суҡаҡ тау, асыҡ рельефлы яңғыҙ ҡалҡыулыҡ. □ Шихан (одиночный холм, сопка). Шихан битләуе. Шихан итәге. Стәрлетамаҡ эргәһендәге атаҡлы Йөрәктау, Шәкетау, Ҡуштау, Торатау шихандары. ■ Көнъяҡ Уралда булған алтмышлап шихан бөтә Башҡортостан буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан һибелеп ултыра. «Башҡортостан уҡытыусыһы», 2011, № 11. Ҡайынлыҡтар, имән урмандары, ҡуйы уләнле аҡландар, томбойоҡло кулдәр, Ағиҙелгә ҡарай талпыныусы бормалы йылғалар, арғы яҡтың офоҡҡаса һуҙылған һөҙәк һәм текә тауҙары, шихандар теҙелмәһе - һәр ҡайһыһы ҡабатланмаҫ гузәллеге менән ҡаршылай. Д. Исламов.
2. диал. Текә ҡая. □ Отвесная скала. ■ Силәбе өлкәһендәге Аракул шиханы - Урта Урал һыртындағы иң бейек шихандар йәки текә ҡая таштары тупланмаһы. Интернет селтәренән.
ШИХМӘТҺЕҘ (Р: непривлекательный; И.: uncomely; T.: çekimsiz) с. диал.
Ҡотһоҙ, йәмһеҙ. □ Непривлекательный, невзрачный, неприглядный на вид. Ших-мәтһеҙ ауыл. Шихмәтһеҙ йорт.
ШИХТА [нем. Schicht] (Р: шихта; И.: charge; stock; batch; T: karışım) и. махс.
Металл иретеүгә йәки химик эшкәртеүгә тәғәйенләнгән ташкүмер, металл һ. б. ҡушылмаһы. □ Шихта. / Шихтовый. Шихта материалы. Шихта ташыу. Шихта тейәу.
ШИҺАҠА БУРАНЫ (Р: поздний весенний буран с мокрым снегом; И.: spring blizzard; T.: ilkbahar fırtınası) и. диал. ҡар. аҡман-тоҡман.
Март уртаһынан һуң була торған көслө буран. □ Поздний весенний буран с мокрым снегом. Быйылғы шиһаҡа бурандары зөлхизә аҙаҡтарына тура килде. ■ Лепшелдәп
торған март буранын шиһаҡа бураны тип йөрөтәләр ҡарттар. Экспедиция материалдарынан. Ауырлыҡтар шиһаҡа бураны-лай утер ҙә китер ул, гелән ошолай тормаҫ. И. Ноғманов.
ШИШ I (Р: малёк; И.: whitebait; T: balık yavrusu) и. диал. ҡар. селбәрә.
Ыуылдырыҡтан яңы сыҡҡан ваҡ балыҡ. □ Малёк. Шиштар башта бик бәләкәй була. һыу ситендә шиштар ҡыуышып уйнай.
ШИШ II [рус.] (Р: шиш; И.: bubkes; T.: al işte) и. һөйл. тупаҫ.
Бер нәмә лә, бер ни ҙә; ҡуҡыш. □ Шиш, кукиш. М Сәскәлә ултырғанда һоҡланып бөтә алмайһың, йыйып алырға тип ҡағылһаң -шиш, ҡоро һабаҡ ҡына тырпайып ултыра! Д. Исламов. Шиш! - тине бисура һәм кур-һәтте лә «шиш»ты. Г. Яҡупова. [Әхмәт менән Шамил - Хәсәндекеләргә:] Шиш һеҙгә, ҡыҙҙар ҡайтты инде. Д. Шәрәфетдинов.
ШИШ АРА (Р: мучное блюдо в виде шариков; И.: kind of Bashkir pastry; T.: bir çeşit hamur yemeği) и. этн.
1. Май, йомортҡа ҡушып баҫып, аш ҡалағы ҙурлығында йомролап майҙа ғына бешерелгән ҡамыр ашы; иләк йыуасаһы. □ Мучное блюдо из пресного сдобного теста в виде шариков, пожаренных на масле. Ши-шара бешереу. Шишара ҡамыры бик йомшаҡ була. Ҡоҙаларҙың кустәнәсе араһында минең өсөн иң тәмлеһе шишара ине.
2. диал. Әсе ҡамырҙан мейестә бешерелгән бәләкәй генә икмәк. □ Небольшой хлеб из дрожжевого теста; хлебец. Юлға булыр тип шишара һалдым.
♦ Шишара күҙ асыуҙан ҙурайып түңәрәкләнгән күҙ. □ Большие круглые глаза (от злости). Ундай ҙа шишара куҙ кургәнем юҡ ине әле.
ШИШКӘТӘҮЛӘҮ (шишкәтәүлә-) (Р.: утомляться; И.: weary; T.: yorulmak) ҡ. диал.
Йонсоу, ныҡ арыу; ялҡыу. □ Утомляться, изнуряться; быть подавленным. Шишкәтәу-ләп йөрөу. Эҫелектән шишкәтәуләу. Йоҡлай алмай шишкәтәуләу.
ШИШҠА (Р: гнойная опухоль; И.: purulent tumour; T.: irinli şiş) и. диал.
820