Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 821


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШИШТАУ
1. Ыйыҡ (аттың мундаһын, түшен ҡамыт, ыңғырсаҡ, эйәр һуҡҡандан боҙолоп аҙған шешек). □ Гнойная опухоль (у домашних животных). Аттың муйынындағы шишҡанан эрене һарҡып тора.
2. Биҙҙәр туберкулёзы. □ Туберкулёз желёз. Шишҡа - йоғошло ауырыу. Шишҡа менән ауырыу.
ШИШМӘ [фарс. ] (Р.: родник; И.: spring; well; T.: pınar, kaynak) и.
1. Ер аҫтынан урғылып сығып ятҡан һыу; инеш. □ Родник, ключ, источник. / Родниковый, ключевой. Шишмә һыуы. Һалҡын шишмә. Тау шишмәһе. Сыңғыр шишмә. М Баҡтиһәң, ағас төбөнән кескәй генә шишмә урғылып ята икән. Р. Байымов. Мин ғүмерем буйы шишмәнең атылып сыҡҡан урынын күрергә ашҡындым. И. Абдуллин. Зариф тигән ҡарт шишмә башына йорт һалып, баҡсасылыҡ менән ғүмер итте. Б. Бикбай.
2. күсм. Ниндәйҙер нәмәнең сығанағы. □ Родник, источник. Моң шишмәһе. Илһам шишмәһе. ■ Емеш бөгөн йәне-йөрәге менән хөрмәтләгән кешеһен, илаһи моң шишмәһе -серле скрипканың телен асыусы, шул моң менән кеше йөрәгендә тормоштоң матурлығына, ҡабатланмаҫлығына, мәңгелегенә, мөхәббәт һәм бәхеттең ғалилегенә тәрән ышаныс уятыусыны юғалтырмы ни?! 3. Биишева. Ҡояш ергә йәшәү биргән кеүек, әсәләр ҙә тереклектең шишмә башы бит ул! Б. Бикбай.
3. диал. Йылыу; һыуҙың ҡыш көнө туңмай ятҡан урыны; ҡаран. □ Полынья. Шишмә балыҡсылар менән тулған.
4. миф. Ышаныуҙар буйынса, шишмә -Ерҙең күҙе; ул ер аҫты һәм ер өҫтө донъяларын тоташтырыусы һәм төрлө йолалар үткәрелә торған ҡәҙерләүгә, хөрмәтләүгә лайыҡлы урын. □ Родник (объект почитания и совершения многих обрядов; глаза земли; связывает подземный и земной миры). Киленде шишмәгә һыу башлатыу. Шишмәгә тәңкә ташлау йолаһы.
♦ Шишмәне иҙелгә түгеү урынһыҙға йомартлыҡ күрһәтеүгә ҡарата әйтелә. □ Оказать неуместную излишнюю щедрость. Юҡҡа шишмәне иҙелгә түгеү булмаһын, сама белегеҙ.
ШИШМӘ КҮҘ (Р: исток родника; И.: spring source; T.: kaynak başı) и. диал.
Шишмә башы, инеш, күҙләү. □ Исток родника. Яҡында ғына шишмә күҙ бәреп сыҡҡан. Шишмә күҙ ер аҫтынан урғылып сығып ята.
ШИШМӘЛЕ (Р: имеющий родник; И.: having a spring; T: kaynaklı) c.
Шишмәһе булған. □ Имеющий родник; с родниками. Шишмәле тау. Шишмәле ауыл.
ШИШМӘЛЕК (шишмәлеге) (Р: исток родника; И.: rill; T.: bulak) и.
Шишмә сығып ятҡан урын. □ Исток родника; место, где бьёт ключ. Яҡында ғына шишмәлек бар. Шишмәлекте барып күрҙек. Я Сылтыр-сылтыр шишмә йырлай шишмәлектә, һис бер тынмай. С. Ҡудаш. Ҡушҡайын түбәһенән аҫтараҡ шишмәлек бар. Т. Ғарипова. Ҡомастың көнсығыш битенән дә, көнбайышынан да йә таштар, йә ярты үңеренә үк килеп менгән һаҙыран таллыҡтар араһынан һығылып сығып, шишмәлек һыуҙары ҡышын да тунҙчайынса субырлап түбәнгә аға. С. Ильясов. Ҡороп бара бит, шуның [Абыҙ күленең] шишмәлеген кәртәләп алырға кәрәк ине. Р. Кинйәбаев.
ШИШМӘ ЭЙӘҺЕ (Р: дух родника; И.: spring sprite; T.: Bulak İyesi) и. миф.
Ер аҫтынан урғылып сығып ятҡан һыуҙың, инештең эйәһе. □ Дух родника. ■ Төндә шишмәнән һыу алһаң, шишмә эйәһе тота, тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ШИШТА (Р: шест; И.: perch; T.: sırık) и. диал. ҡар. һырғауыл.
Ярыштарҙа үрмәләп менеү өсөн ултыртылған оҙон шыма бағана; баҡан, ҡыуал. □ Шест, столб. Бейек шишта. Шиштаға менеү.
ШИШТАУ (Р: шест; И.: perch; T.: sırık) и. диал.
Оҙон ныҡ таяҡ, һайғау (ғәҙәттә, кәмәне этеп йөрөү өсөн ҡулланыла); ҡолға. □ Шест, жердь (с помощью которой двигают лодку вперёд). Шиштау менән кәмәне йөрөтөү. ■ Ағиҙелкәй һыуын тәрән, тиҙәр, тәрән икән, шиштау буйламай. Экспедиция материалдарынан. Һыу ситенә еткәс, Алһыу шиштау итеп ҡулына ныҡ ҡына бер таяҡ алды ла элекке шуҡлығы менән боҙ өҫтөнә һикерҙе. Ғ. Ибраһимов.
821