Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 822


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШИШӘМБЕ
ШИШӘМБЕ [фарс. л t.J (Р.: вторник; И.: Tuesday; T: Salı) и.
1. Аҙнаның икенсе көнө. □ Вторник. Шишәмбе етеу. Шишәмбе көн барырбыҙ. Шишәмбегә тиклем. М Көн исемдәренең фарсы теленән алыныуын, душәмбе, шишәмбе, шаршамбы тигән һуҙҙәрҙец беренсе, икенсе, өсөнсө шәмбе тип йөрөтөлөуен белдек. И. Ғиззәтуллин. Ниңә шишәмбелә лә, шаршамбыла ла тугел, кесаҙнала юлға сығыуының сәбәбен управляющий уҙе генә белә. Т. Сәғитов.
2. миф. Башҡорттарҙа шишәмбе ҡоро көн йәки уңышһыҙ көн тип иҫәпләнә. Әммә төрлө им-том күберәк шишәмбелә башҡарыла. □ Вторник (по представлениям башкир, пустой, неудачный день, однако заговоры и связанные с ними обряды должны проводиться во вторник). ■ Имгә һыуҙы шишәмбелә алалар. «Башҡорт мифологияһынан. Беләһеңме, дуҫ кеше, һине яҡын кур-гәнгә генә әйтәм, боронғо римляндарҙа бер йола булған: улар бер ваҡытта ла яңы фатирға шишәмбе көндө кусмәгәндәр. Сөнки шишәмбе бөтә ҡара бәләләрҙең башы булып иҫәпләнгән. Р. Кинйәбаев.
ШКАЛА [лат. scala ‘баҫҡыс‘] (Р: шкала; И.: scale; T.: kadran) и.
1. Төрлө приборҙарҙағы һыҙыҡтар менән билдәләнгән линейка йәки циферблат. □ Шкала (линейка или таблица с делениями на измерительных приборах). Термометр шкалаһы. Радиоалғыс шкалаһы. М Тулҡындарҙы курһәтә торған шкала һунде, ҡолаҡ телефоны, «морзянка»ның шнурҙары розеткаларҙан тартып алынды, футлярҙың ҡапҡасы аҫтына йәшерелде. И. Абдуллин. Туп шартлауҙарынан аяҡ аҫты дерелдәуен ул [Шәмсетдин] бөтә тәне менән тойҙо, төҙәу ҡулайламаһындасы шкалаға буленгән сетканың тилергәндәй урле-ҡырлы һикереуе арҡаһында алдан килгән дошман танкыһын сәпкә ала алмай яфаланды. Р. Байымов. Стрелка иң һуңғы шкалала тора. Р. Солтан-гәрәев.
2. Ниндәйҙер бер дәүмәлде билдәләү йәки баһалау өсөн ҡабул ителгән һандар системаһы. □ Шкала (ряд величин, цифр в восходящем или нисходящем порядке).
Эш хаҡы шкалаһы. Һалымдарҙы кәметеу шкалаһы. ■ Эйе, был шкала сумма менән иҫәпләнә. И. Нурғәлиев.
3. иҡт. Финанс әлкәһендә индеремдәргә, депозиттарға, ҡиммәтле ҡағыҙҙарға процент ставкалары системаһы. □ Шкала (система процентных ставок, вкладов, депозитов, ценных бумаг). Табышлылыҡ шкалаһы.
ШКАЛАЛЫ (Р: имеющий шкалу; И.: having a scale; T: kadranh) с.
Шкалаһы булған, шкалаһы бар. □ Имеющий шкалу, шкальный. Шкалалы прибор. Шкалалы термометр.
ШКАЛИК (шкалигы) [нем. Schale ‘һауыт’] (Р: шкалик; И.: quartern; T: çeyrek ölçek, litrenin sekizde biri) и. һөйл.
1.0,06 литрға торошло эсемлек үлсәү берәмеге; әсмүшкә. □ Шкалик (старая русская мера водки, равная 0,06 литрам). Шкалик ултыртыу. Шкалик менән иҫәпләу. ■ Байрам итеп һәр бер һалдатҡа бер шкалик араҡы, сирек ҡаҙаҡ колбаса, биш тинлек булка өләштеләр. А. Таһиров.
2. Шул күләмдәге араҡы һалынған шешә. □ Шкалик (небольшая бутылка (посуда) такой меры). ■ Муса алмашҡа гелән кеҫәһендә йөрөткән йәлпәк тимер шкаликты буләк итергә уҡталғайны, ҡарт йылмайып кире ҡаҡты: «Үҙеңә кәрәгер, һыу-фәлән һалырға йәпле бит». Г. Яҡупова.
ШКАТУЛКА [пол. szkatulka ‘йәшник‘] (Р: шкатулка; И.: casket; box; T: mahfaza) и.
Ғәҙәттә, затлы нәмәләр йәки ваҡ әйберҙәр һала торған ҙур булмаған ҡумта. □ Шкатулка. Шкатулкаға һалыу. Шкатулка эшләу. Музыкаль шкатулка. ■ Эйе, бында ҡиммәтле аҫыл балаҫтарҙан алып Палеха шкатулкаларына тиклем зиннәтле әйберҙәр бар. Ә. Байрамов. Документтар һалынған шкатулканы оҙаҡ аса алмайынса яфаландым. X. Зарипов. Нәсимә шкатулка эсендәге хаттарҙы өҫтәл өҫтөнә сәсеп һалды. В. Исхаҡов. Оҙаҡ та утмәне, ҡаласа кейенгән, ҡулына бәләкәй генә шкатулка тотҡан йәш кенә ҡатын килеп инде. А. Карнай.
ШКАТУР [рус. штукатурка} и. һөйл. ҡар. штукатур. Шкатуры ҡубып бөткән.
822