Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 823


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШЛАК
ШКАТУРЛАУ (шкатурла-) ҡ. һөйл. ҡар. штукатурлау. Стеналарын шкатурлап сығыу.
ШКАФ [нем. Schaff.] (Р.: шкаф; И.: wardrobe; T.: dolap) и.
1. Эсенә төрлө нәмә ҡуйыу өсөн кәштәләп эшләнгән асылып ябылмалы ҡаралды. □ Шкаф (предмет мебели). / Шкафный. Һауыт-Һаба шкафы. Быяла ишекле шкаф. Шкаф кәштәһе. Бәләкәй шкаф. Аптека шкафы. ■ Залда ҙур аш өҫтәле, түрҙә яҙыу өҫтәле, комод, шкаф, буфет кеуек йыһаздар. С. Агиш. Был шкафтарға башҡорт һәм рус телендә сыҡҡан политик, техник һәм әҙәби китаптар тултырылған. 3. Биишева. [Әминә -уҙ-уҙенә:] Ҡайһылай ялт итеп тора бөтәһе лә: анау йылтыр шкаф кеуек нәмәлә куҙ яуын алырҙай һауыт-һаба. Н. Мусин.
2. Ябылмалы йәшник рәүешендә эшләнгән киптереү, ҡыҙҙырыу, бешереү һ. б. маҡсатта ҡулланыла торған махсус яйланма. □ Шкаф (для сушки, готовки и других целей). Ҡыҙҙырыу шкафы. Ҡиптереу шкафы. Ҡатыбырак киткән икмәктәрҙе турап, сохарый киптерҙем әле шкафта. ■ Икмәк бешмәгән әле, саҡ шкафҡа ултырттым. Т. Килмөхәмәтов.
ШКВАЛ [ингл. squall ‘көслө ел’] (Р.: шквал; И.: squall; T.: sağanak) и.
1. Бик көслө дауыллы ел, өйөрмә. □ Шквал (сильный и резкий порыв ветра). / Шквальный; шквалистый. ■ Шквал ваҡытында ярһыулы ҙур тулҡындар, ҡаялы ярҙарға ҡот осҡос көс менән бәрелеп, уларҙы емерә. Ә. Бикчәнтәев.
2. кусм. Көслө атыш; ут ҡойоно. □ Шквал (сильный артиллерийский огонь). Шквал үтте. Ут шквалы. ■ Гитлерсылар ергә яттылар. Шуны ғына көткән офицерҙар, шквал, ут асып, «ура» ҡысҡырып, дошмандыц флангыһынан һәм тылынан атакаға күтәрелделәр. Ә. Ихсан.
ШКИВ [гол. schiff ‘тәгәрмәс’] (Р: шкив; И.: pulley; sheave; T.: makara) и.
Көс тапшырыу ҡайышын хәрәкәткә килтерә торған тәгәрмәс. □ Шкив. Шкив ҡайышы. Двигатель шкивы. Шкив - механизмдарҙа хәрәкәтте ҡайыш ярҙамында кусереусе йәки алыусы тәгәрмәс ул. ■ Бына-бына кәрәкле шкив ҡаҙып алынасаҡ та, ҡайтып китәсәк улар. Әммә шкив урынына суйын ҡапҡас менән ҡапланған көршәк килеп сыҡты.
И. Ғиззәтуллин. Шкив осоп китте лә кабель линияһын өҙҙө. Ә. Байрамов.
ШКИПЕР [гол. skipper ‘капитан’] (Р: шкипер; И.: skipper; T.: kaptan) и. дицг.
1. Үҙ двигателе булмаған тағылма йылға карабының командиры. □ Шкипер (командир). / Шкиперский. Шкипер вазифаһы. Шкипер кейеме. Н Уныц олатаһы баржа шкиперы булған. Ә. Бикчәнтәев.
2. иҫк. Диңгеҙ карабының мөлкәте өсөн яуаплы кеше. □ Шкипер (лицо, ответственное за палубное имущество). Шкипер каютаһы. Шкипер палубалағы йыһаздарҙы иҫәпкә алды.
ШЛАГБАУМ [нем. Schlagbaum] (Р.: шлагбаум; И.: barrier, gate; T.: geçit parmaklığı) и.
Тимер юл, автомобиль юлы аша сыҡҡан йәки заставаға ингән юлға арҡыры ҡуйыла торған күтәрмәле кәртә. □ Шлагбаум. Асыҡ шлагбаум. Шлагбаумды ябыу. Шлагбаумды кутәреу. Тимер юл шлагбаумы. ■ Бер нисә минуттан мотор тауышы ишетелде, оҙаҡламай шлагбаум эргәһенә трофей мотоцикл килеп туҡтаны. А. Мағазов. Ләкин тимер юлды аша сыҡҡан ерҙә бер аҙ көтөргә тура килде: шлагбаум төшкәйне. Р. Низамов. Уларҙың [аҡ финдарҙың] тере ҡалғандары ғына тимер юлына арҡыры һалынған шлагбаум аша уҙҙәре яғына ҡасып ҡотолдо. И. Ғиззәтуллин.
ШЛАК (шлагы) [нем. Schlacke ‘ҡалдыҡ’] (Р: шлак; И.: slag; T: cüruf) и. тех.
1. Иреү процесында металл өҫтөн ҡаплап, уны мейестәге газдан һаҡлаған көл һәм флюс ҡатышмаһынан торған йәки ҡатып ҡалған масса. □ Шлак (металлургический расплав). / Шлаковый. Домна шлагы. ■ Шул замандан ҡалған шлак киҫәктәрен, руда ҡаҙыған копийҙарҙы курһәтеуселәр табылды. Ғ. Ибраһимов. Иртәнән кискә тиклем заводҡа кәрзин менән кумер ташыйҙар, ә заводтан шлак сығарып тугәләр. X. Мохтар.
2. Ҡаты яғыулыҡ, күмер яҡҡандан ҡалған ҡалдыҡ. □ Шлак (остаток после сжигания в топках твёрдого топлива). / Шлаковый. Кумер шлагы. Шлак сацы. ■ Плавка өлгөрөугә ҡорос менән шлак тиҙ айырыла: ҡорос, тынып, мейес төбөнә йыйыла, шлак өҫкә ҡалҡа. Ә. Байрамов. Дәуләтҡол янындағы бер тауҙа шулай уҡ «Баҡыр ҡаҙған» бар, унда шлак киҫәктәрен таба торғайныҡ. Б. Рафиҡов.
823