ШЛАКЛЫ
Боронғо заводтан ҡалған шлак тауы өҫтөндә хәҙер таҡта ярыу бысҡыһы менән тирмән ташын хәрәкәткә килтереүсе локомобиль генә гөпөлдәп ултыра. Ш. Янбаев.
3. күсм. Организмда йыйылған зарарлы матдәләр. □ Шлак (вредные вещества, накапливающиеся в организме в процессе его жизнедеятельности). Организмдан зарарлы шлакты сығарырға кәрәк.
ШЛАКЛЫ (Р.: шлаковый; И.: slaggy; Т.: çüruflu) с.
Шлагы булған, шлак ҡатышҡан. □ Шлаковый. Шлаклы бетон. Шлаклы кирбес.
ШЛАКОБЕТОН [рус.] (Р: шлакобетон; И.: slag concrete; T.: cüruflu beton) и.
Шлак, ҡом һәм цемент ҡатыштырып эшләнгән еңел бетон. □ Шлакобетон. / Шлакобетонный. Төҙөлөштә шлакобетон ҡулланыу. Шлакобетон панель.
ШЛАКОБЛОК (шлакоблогы) [рус.] (Р: шлакоблок; И.: cinder block, slag block; T.: binalarda kullanılan beton blok) u.
Шлак менән цемент ҡушылмаһынан яһалған төҙөлөш материалы. □ Шлакоблок. / Шлакоблочный. Шлакоблок заводы. Шлакоблок йорт.
ШЛАМ [нем. Schlamm бысраҡ’] (Р: шлам; И.: mud, sludge; T.: sulu çamur) и.
1. Ҡайһы бер металдарҙы электролизлау, фильтрлау ваҡытында төпкә ултырған онтаҡ рәүешендәге продукт; юшҡын. □ Ш л ам (порошкообразный продукт, выпадающий в осадок при электролизе металлов). Шлам фильтрлағанда төпкә ултыра. Шлам металдарҙы электролизлау ваҡытында барлыҡҡа килә.
2. Пар ҡаҙанының төбөнә ултырған юшҡын. □ Шлам (нерастворимые отложения в паровых котлах). Ҡаҙанды шламдан таҙартыу. Күп итеп пар ҡаҙанының төбөнә шлам ултырған.
3. тау. Файҙалы ҡаҙылмаларҙы ваҡлау йәки байыҡтырыу ваҡытында (һыу менән эшкәрткәндә) барлыҡҡа килгән күмер йәки руда ҡалдығы. □ Шлам (взвесь мелких классов полезных ископаемых в воде). Ғалимдар файҙалы ҡаҙылмаларҙы һыу менән эшкәрткәндә барлыҡҡа килгән шламды яңынан ҡулланыу мөмкинлеген Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты лабораторияһында өйрәнергә уйлайҙар.
ШЛАНГ [нем. Schlange ‘йылан’] (Р: шланг; И.: hose; T.: hortum) и.
һыу, газ һ. б. нәмә ҡыуыу өсөн күп ҡатлы материалдан (резинанан, туҡыманан, пластмассанан, металл арматуранан һ.б.) эшләнгән һығылмалы үткәргес көпшә; торба, эсәк. □ Шланг. / Шланговый. Резина шланг. Янғын һүндереү шлангыһы. Шланг менән һыу һиптереү. ■ Солтан былай һәләтле генә егет булһа ла, тәүге осорҙа тап бына ошо мәсьәләлә аҡһауы арҡаһында, кабелгә шланг тышса һалыу режимының асылына тиҙ генә төшөнөп китә алманы. Ә. Байрамов. Ул арала Миңниса шлангыны Йыһанурҙың ҡулынан тартып алды. Н. Ҡотдосов. Ут һүндереүсе ағайҙар шлангыларҙы тағата-тағата алға үтеп, янған ылыҫтарға, шулай уҡ ялҡынға яҡын урынлашҡан ҡарағайҙарға һыу һиптерергә тотондо. Р. Низамов. Ямалетдин йүгерә-атлай мунсаға йүнәлде, унан оҙон резина шланг һөйрәп алып сыҡты. Б. Рафиҡов.
ШЛАНГЫЛЫ (Р: шланговый; И.: hose; T.: hortumlu) с.
Шлангыһы булған. □ Шланговый, со шлангом. Резина шлангылы кер йыуыу машинаһы. Туҡыма шлангылы янғын һүндереү машинаһы килеп етте. а Шлангылы противогаздан башлап резина итеккә тиклем бар бында. И. Нурғәлиев.
ШЛЕЙФ I [нем. Schleife] (Р: шлейф; И.: train; T.: uç, kuyruk) и.
1. Ҡатын-ҡыҙ күлдәгенең арттан һөйрәлдереп тегелгән итәк осо. □ Шлейф (подол женского платья). Шлейфы үтә оҙон күлдәк. а [Күлдәктең] оҙон шлейфы креслоның өҫтөн ҡаплап тора. Ғ. Хөсәйенов.
2. Нимәнеңдер артынан һуҙылып, йәйелеп ҡалыусы нәмә. □ Шлейф (то, что тянется, стелется за чем-л.). Газ шлейфы. Катер артынан ҡалған һыу шлейфы, а Штурмовик төтөн шлейфын һуҙып ҡолауын дауам итте. А. Мағазов.
ШЛЕЙФ II [нем. Schleife] (Р: шлейф; И.: drag; T.: tarla tırmığı) и. а. х.
Эшкәртелгән ер өҫтөн тигеҙләү өсөн ҡулланыла торған яйланма; һөйрәтке. □ Шлейф, волокуша. Тракторға тағылған шлейф. Ерҙе шлейф менән тигеҙләү.
824