Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 825


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШЛИФОВКА
ШЛЕЙФЛАУ (шлейфла-) (Р: шлейфовать; И.: drag; T.: taramak) ҡ. а. х.
Эшкәртелгән ер өҫтөн тигеҙләү. □ Шлейфовать. // Шлейфование. Туңға һөрөлгән ерҙе шлейфлау.
ШЛЕЙФЛЫ (Р.: шлейфный; И.: with а train; T.: kuyruklu, tarla tırmığı takılan) c.
Шлейфы (I) булған, шлейф (II) тағылған.
□ Шлейфный; шлейфовый; со шлейфом. Шлейфлы кулдәк. Шлейфлы трактор.
ШЛЕЙӘ [рус. шлея] (Р: шлея; И.: breech band; T.: atın arkasından geçen eyerin kayışı) u. һөйл. кар. ышлыя.
Сбруйҙың бер өлөшө: тауҙан төшкәндә алға шылмаһын өсөн ҡамыт менән тоташ ат кәүҙәһенә кейҙерелә торған яҫы ҡайыш бау.
□ Шлея. Ҡайыш шлейә. Суҡлы шлейә. Шлейә тегеу. ■ Шул тәңгәлдә шлейә ҡайышын рәтләп, инде дилбегәне ҡулына алам тигәндә, Ҡорбан ҡарт, болдорҙа ҡыҙыҡһынып ҡарап торған Раузаны куреп, ҡуҙғалырға ынтылған атты кире туҡтатты. Ш. Янбаев.
ШЛЕМ [рус.] (Р: шлем; И.: helmet; Т.: miğfer, başlık) и.
1. Башты бәрелеү, һуғылыуҙан һаҡлар өсөн хеҙмәт иткән хәрбиҙәрҙең махсус баш кейеме. □ Шлем (танкиста, пилота). Танкист шлемы. ■ Танкист, шлемын бер аҙ кутәрә төшөп, ҡулы менән маңлай тирен һыпырҙы. Ғ. Аллаяров. Танкынан ҡара комбинезон, ҡара шлем кейгән йәш кенә лейтенант һикереп тошто. И. Ғиззәтуллин.
2. Тәүҙәрәк армияла хәрби форма итеп индерелгән махсус баш кейеме. □ Шлем (элемент формы одежды солдат). Шлем кейеу. Я Башына шлем, өҫтөнә шинель кейгән был кешене Фатима башта таныманы. Б. Бикбай. Шлемының тас маңлайында -өлкән итеп кук соғанан тегелгән биш осло ҡыҙыл йондоҙ. Ғ. Дәүләтшин.
3. иҫк. Һуғышта кейә торған ҡорос баш кейеме; торҡа. □ Шлем (старинный металлический воинский головной убор). Ҡорос шлем. ■ Доңғорҙап торған латтар, тимер шлемдар, тәре тотҡалы ҡылыстар уны [Сәғитте] рыцарҙар заманына, уландарҙың, гусарҙарҙың суҡлы кейемдәре Наполеон һуғышы осорона ҡайтарҙы. И. Ғиззәтуллин.
4. Көндәлек тормошта, спорт ярыштарында башты бәрелеүҙән, һуғылыуҙан һаҡлаусы махсус баш кейеме. □ Шлем (используемый в повседневной жизни, в спорте). Водолаздар шлемы. Мотоциклист шлемы. Хоккейсылар шлемы. ■ Шуны ғына көткән Гөлфиә, өҫтөнә джинсы салбар һәм куртка кейә һалып, соландан ике шлем тотоп сыҡты ла ике тәгәрмәсле мотоциклын ҡыҙҙыра һалды. Р. Байбулатов. Шофёр, шлемын һалып, маңлайына сыҡҡан тир бөртөктәрен һөртөп алды. Б. Дим.
ШЛЕМЛЫ (Р: с шлемом; И.: helmeted; Т.: miğferli) с.
Шлемы булған. □ С шлемом. Ҡорос шлемлы һалдат. Шлемлы мотоциклист.
ШЛЕМОФОН [рус.] (Р: шлемофон; И.: earphone-headset; T.: dinleme başlığı, kulaklık) и. махс.
Осоусылар, космонавтар, танкистар кейә торған тауыш алғыс ҡуйылған шлем һәм тауыш алғыстың үҙе. □ Шлемофон. Шлемофон кейеу. Осоусылар шлемофоны. Космонавтар шлемофоны. ■ Моторист ҡайҙа? - тип ҡыҙыҡһынды Краснов, самолёт кабинаһында ҡалдырған шлемофонын ҡулына алыу менән. А. Мағазов. Шлемофонда командирҙың туҡтауһыҙ: «Алға! Атакаға!» - тигән тауышы ишетелә. Н. Мусин.
ШЛЁНКА [рус.] (Р: шлёнка; И.: kind of sheep breed; T.: bir çeşit koyun) и. һөйл.
Нәҙек йөнлө һарыҡ тоҡомо һәм шул һарыҡтың йөнө. □ Шлёнка (овца тонкошёрстной породы), а также её мех или шерсть. / Шлёнский. Шлёнка һарығы. Шлёнка урсетеу. Шлёнканан бәйләнгән свитер.
ШЛЁПАНСЫ [рус. шлёпанцы] и. һөйл. ҡар. шипатай. Шлёпансы кейеу. Шлёпансы һатып алыу. Ялан аяҡ шлёпансыла йөрөу.
ШЛИФ [нем. Schliff] (Р: шлиф; И.: slide, thin rock section; T.: slayt) и. геол.
Микроскоптан ҡарап тикшереү өсөн бик йоҡа итеп телеп шымартылған минерал йәки берәй төрлө тау тоҡомо киҫәге. □ Шлиф. М Шлифтың ҡалынлығы 0,02-0,03 миллиметр ғына була. Интернет селтәренән.
ШЛИФОВКА [рус.] (Р: шлифовка; И.: grinding; T.: perdahlama) и.
1. Ышҡып шымартылған нәмә. □ Шлифовка. / Шлифовальный. Яҡшы шлифовка. Шлифовка станогы.
825