Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 827


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШНУРЛЫ
ШЛЯМБУР [нем. Schlagbohrer} (Р.: шлямбур; И.: jumper; T.: delgi) и. тех.
Таш йәки бетон стенаға ҙур булмаған тишек яһау өсөн ҡулланыла торған бер башы тешле ҡорос торба; тишкес. □ Шлямбур. Шлямбур менән тишек тишеү.
ШЛЯХТА [пол. szlachta ‘ырыу’] (Р.: шляхта; И.: szlachta; T.: üst tabaka) и. тар.
Үҙәк Европалағы ҡайһы бер илдәрҙә (Польша, Литва һ. б.) хаким итеүсе синыф (ваҡ дворяндар ҡатламы). □ Шляхта. Польша шляхтаһы. Литва шляхтаһы.
ШЛЯХТИЧ [рус.] (Р: шляхтич; И.: Polish gentleman, a noble; T: Polonya asilzadesi) и. тар.
Шляхта кешеһе. □ Шляхтич. Шляхтич ғаиләһенән.
ШМУЦТИТУЛ [нем. Schmutztitel] (Р: шмуцтитул; И.: fly-title; T: yarım başlık) и. полигр.
Китаптың титул бите йәки айырым бүлектәре алдында урынлаштырылған, ниндәйҙер башлыҡ ҡуйылған йәки һүрәт төшөрөлгән бит. □ Шмуцтитул. Шмуцтитул-дары куп. Шмуцтитулға пейзаж ҡуйыу.
ШНИЦЕЛЬ [нем. Schnitzel < schnitzen ‘телеү, киҫеү’] (Р.: шницель; И.: schnitzel; Т: şnitsel) и.
Тапаған йәки төйөлгән иттән бешерелгән йоҡа котлет (йоҡа телемләп йә уткәреп әҙерләнгән ит ризығы). □ Шницель, һыйыр итенән бешерелгән шницель. Шницель бешереү өсөн тәуҙә итте телемләп киҫергә, унан һуң тапап йомшартырға кәрәк.
ШНУР [нем. Schnur ‘бау’] (Р: шнур; И.: cord; T: kordon) и.
1. Үреп, ишеп эшләнгән нәҙек бау. □ Шнур, шнурок (плетёная или кручёная тонкая верёвка). Ботинка шнуры. Үлсәү шнуры. Шнур менән бәйләү. ■ Рәхмәтуллин, ботинка шнурын сисеп торған еренән башын күтәреп, күңелле йылмайҙы. Б. Рафиҡов. Штатский костюм кейгән оло йәштәрҙәге кеше билдәһеҙ нәмәне ҡаплап торған аҡ күлдәк-сарафандың шнурынан тартасаҡ, һәм аҡ япма ашыҡмай ғына йыйырылып аҫҡа төшәсәк. И. Абдуллин. Илдар, ҡар өҫтөнә тубыҡланып, бер аҙ ҡалтыранған ҡулдары менән Гөлнурҙың
ботинкаһын саңғыһына кейҙереп ҡараны ла ҡыҫҡысын йәһәт кенә шнур менән бәйләп ҡуйҙы. Р. Байбулатов.
2. Изоляциялаған көптә электр сымы. □ Шнур (электрический провод в изолирующей оболочке). Телефон шнуры. Үтектең шнуры. Шнур һуҙыу. М Әнид һикереп торҙо ла электр шнурын тартып алды һәм, ишекте шап иттереп ябып, урамға атылды. Ғ. Хисамов. Мәҙинә ханым .. самауырҙың шнурын розетканан тартып алды һәм, сәй яһаған арала, Надяның баяғы һүҙҙәренә яуап итеп һөйләп алып китте. А. Мағазов. Шул күн һауыттан сыҡҡан шнур сәкән кеүек кәкре башлы оҙон трубкаға тоташа. Н. Мусин.
3. Уртаһы дарынан булып, осҡондо шартлаусан матдәгә ебәреүсе махсус сым, жгут. □ Шнур (провод, специальный жгут с сердцевиной из пороха для передачи искры взрывчатому веществу). Яндырыу шнуры. ■ Зарядтарҙы детонация шнуры менән тоташтыра башлағанда инде йылғаның һул яҡ ярындағы урман эсенән килгән танкылар гөрләүе йөрәктәрҙе туңдырып ебәрҙе. Ә. Байрамов.
ШНУРЛАНЫУ (шнурлан-) ҡ. төш. ҡар. шнурлау. страд, от шнурлау. Ботинка шнурланған. Шнурланған китап.
ШНУРЛАТЫУ (шнурлат-) ҡ. йөкм. ҡар. шнурлау. понуд. от шнурлау. Ботинкаһы шнурлатылған.
ШНУРЛАУ (шнурла-) (Р: шнуровать; И.: lace; T.: bağını sıkmak) ҡ.
1. Үреп, ишеп эшләнгән нәҙек бау менән бәйләп ҡуйыу. □ Шнуровать. // Шнурование, шнуровка. Шнурлап ҡуйыу. Корсетты шнурлау. ■ Үзбәк өндәшмәйенсә генә ботинкаһын яңынан шнурлап ҡуйҙы. Д. Исламов. Ул [Өлфәт] сүгәләне лә, һис тә кәрәкмәһә лә, ботинкаһының шнурын ашыҡмай ғына һүтеп, тағы бәйләй башланы. Ғ. Лоҡманов.
2. Шнур менән тегеү. □ Шнуровать (прошивать шнуром). Китапты шнурлау.
ШНУРЛЫ (Р: имеющий шнур; И.: having a cord; T: bağlı) с.
Шнуры (1) булған. □ Имеющий шнур или шнурок; со шнуром; шнуровой. Шнурлы ботинка. Ҡара шнурлы итек.
827