Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 828


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШОБАҒА
ШОБАҒА и. диал. ҡар. шыбаға I. Шобаға буйынса эләгеу. Шобаға тотошоу. Шобаға һалыу. Шобағаға сығыу.
ШОБОР (Р: подражание шуму льющейся жидкости; И.: onomatopoeic word; T.: şırıl şırıl) оҡш.
Ҡойолоп торған һыу тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание шуму льющейся жидкости. Шобор итеп ағыу. Шобор иткән тауыш.
ШОБОРЛАТЫУ (шоборлат-) ҡ. йөкм. ҡар. шоборлау, понуд. от шоборлау. Шоборлатып эсеу. М Самауырҙан шоборлатып сәй яһаған Мәликә баш һелкеп көлдө. Я. Хамматов. Шәулиә Ғәниҙең һуҙен тыңламаны. Сәйнуктәге һыуҙы шоборлатып биҙрәгә тукте. Р. Низамов.
ШОБОРЛАУ (шоборла-) (Р: литься с шумом; И.: flow noisily; T.: şırıldamak) ҡ.
Шобор-шобор итеү, шобор-шобор килеү. □ Литься с шумом. Шоборлап ҡойолоу. Шоборлап аҡҡан һыу. Шоборлап ямғыр яуып утте.
ШОБОР-ШОБОР, шобор ҙа шобор (Р: подражание повторяющемуся шуму льющейся жидкости; И.: sound imitative word; T.: şırıl şırıl) оҡш.
Ҡабат-ҡабат шобор иткән тауышты (аҡҡанда, тугелгәндә, ҡойолғанда) белдергән һүҙ. □ Подражание повторяющемуся шуму (о льющейся жидкости, высыпании зерна и т. д.). Шобор-шобор итеу. Шобор-шобор килеу. Шобор ҙа шобор килеп ярма тугелә.
ШОВИНИЗМ [фр. Chauvinisme ‘Шовен’, ярым мифик һалдат исеменән] и. сәйәси, ҡар. шовинислыҡ. Милли шовинизм. Бөйөк дәуләтселек шовинизмы. М Милли шовинизм, бунт сәйәсәте - беҙҙең революцион теорияның ҡапма-ҡаршыһы. Ғ. Хисамов. Тәуҙә мейеһе шовинизм менән томаланған йәш Андраш Франц Иосифтың «Бөйөк Австро-Венгрия» империяһы өсөн ҡан ҡойорға уҙе лә ашҡынып тора ине. И. Абдуллин. Милли шовинизм һуҡырайтамы кешене, әллә ҡайһы бер наҡыҫ аҡыллы кешеләр ошо юл менән уҙ исемен тарих битенә теркәп ҡалдырырға итәме? Н. Мусин.
ШОВИНИСЛЫҠ (шовинислығы) (Р: шовинизм; И.: Chauvinism; T.: şovenizm) и. сәйәси.
Милләтселектең бер милләтте икенсеһенән өҫтөн ҡуйыуға, милләттәр араһында дошманлыҡ һәм күрә алмаусылыҡ идеяларын таратыусы иң агрессив формаһы. □ Шовинизм. Шовинислыҡта ғәйепләу.
ШОВИНИСТ [рус.] (Р: шовинист; И.: Chauvinist; T.: şoven) и.
Шовинизм яҡлы кеше; агрессив милләтсе. □ Шовинист. Шовинист булыу. М Сәлимйән Мәскәуҙең Башҡортостандағы ике вәкилен куҙ алдына килтерҙе: Самойлов - наҙан, Сергеев Артём - мәғрифәтле шовинист, икеһе лә автономияға ҡаршылар. Й. Солтанов. Элек башҡорт халҡының ҡанын эсеп өйрәнгән шовинистар хәҙер беҙҙән шул республиканы кире тартып алмаҡсы булалар. И. Насыри.
ШОВИНИСТИК (Р: шовинистический; И.: chauvinistic; T.: şoven) с.
Шовинизмға мөнәсәбәтле. □ Шовинистический, шовинистский. Шовинистик ҡараш. Шовинистик сығыш.
ШОЙҠАН (Р.: влияние; И.: influence; effect; T: etki) и.
1. Берәй эш-хәлдең ниндәйҙер һөҙөмтә биргән тәьҫире; йоғонто, шауҡым. □ Влияние. ■ Шулай итеп, леспромхоз менән ҡушылыу мәсьәләһенең шойҡаны тормоштоң һәр яғына ҡағыла торҙо. Н. Мусин. Ике-өс сәғәткә һуҙылған көсөргәнешле әңгәмәнең шойҡаны ине. Ә. Хәкимов.
2. Ниндәйҙер йоғонто, тәьҫирҙән килгән зыян, зарар (нимәнеңдер икенсе бер нәмәгә ҡағылышлы мөнәсәбәте). □ Вред, наносимый под каким-л. или чьим-л. влиянием. Шойҡан һалыу. Шойҡанһыҙ булыу. М Тик сәсендә генә биш-алты бөртөк аҡ бар, - унан зарар юҡ; ул да тик ана Ишбулат ҡайғыһының ғына шойҡаны. Һ. Дәүләтшина. Иң тәуҙә сәй эстеләр, ләкин [Аҡназар менән Ҡотлоюл], куршеләрҙәге ҡырҡыу еҫле спирт быларҙың тамаҡтарын ҡытыҡланы, әллә ниндәй урындарын ҡымырйытты ла уҙ шойҡаны аҫтына ала башланы. Ғ. Дәүләтшин. Тирә-яҡтағы уҙгәрештәрҙең шаңдауы ишетелмәҫ, шойҡаны бында ла килеп етмәҫ тимә. Ә. Хәкимов.
ШОЙҠАНЫ ТЕЙЕҮ (шойҡаны тей-) (Р.: плохо повлиять на кого; И.: affect adversely; T.: kötü etkili olmak) ҡ.
828