Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 829


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШОҠРАЙЫУ
Кемгәлер насар йоғонто яһау. □ Плохо повлиять на кого, что. Шойҡаны тейҙе улыма. ■ Һиңә шойҡаным теймәҫ, ә кәрәк бу лыу ым ихтимал. Т Ғарипова. Бәлки, көндөҙгө янғын болаһының да шойҡаны тейгәндер: ҡалдырып китһәң, был малайҙың тағы әллә нәмәләр ҡуптарыуы бар бит. Б. Бикбай. Рәсәй менән Япония араһындағы мөнәсәбәттәр ахыр сиккә етеп ҡырҡыулашты, һәм уларҙың халыҡ-ара хәлдәргә лә шойҡаны теймәй ҡалманы. И. Ноғманов.
ШОК (шогы) [фр. choc ‘этәреү’] (Р.: шок; И.: shock; T.: şok) и.
1. мед. Ҙур психик кисереш ауырлығына, төрлө физик имгәнеүгә, ныҡ ауыртыуға реакция рәүешендә кеше организмында барлыҡҡа килгән, үлем ҡурҡынысы булған хәл; бәйлән. □ Шок. / Шоковый. Травматик шок. Ауыртыу шогы. Анафилаксия шогы. ■ Шок бөттө, бармаҡтар йәнә элеккесә тыңлаусанға әйләнде, һәм Камалова куренер-куренмәҫлек хәрәкәттәр менән «морзянка»ны туҡылдатты. И. Абдуллин. Нервы шогы, - тине врач, ағаһына ҡарап. Т. Ғарипова.
2. Аптырап ҡалыу, шаңҡыу. □ Шок, безмерное удивление. ■ Әсәһенең ҡаты тауышы уны шоктан сығарҙы, буғай. Т. Сәғитов.
ШОКОЛАД [нем. Schokolade] (Р.: шоколад; И.: chocolate; T.: çikolata) и.
1. Какаоға шәкәр һәм башҡа тәм-том ҡушып яһалған онтаҡ йәки масса. □ Шоколад. / Шоколадный. Шоколад онтағы. Шоколад фабрикаһы. ■ Мин эшләнем, - тине ул [Манатов], - Цюрихта шоколад фабрикаһында улсәусе булып эшләнем. Р. Байымов.
2. Шул массанан әҙерләнгән кәнфит йәки плитка рәүешендәге кондитер изделиеһы. □ Шоколад. / Шоколадный. Шоколад ашау. Шоколад кәнфите. М Бушыраҡ саҡта улар өсәуләп позициянан арттараҡ ятҡан урманға инеп ултыралар ҙа Галина килтергән шәкәр киҫәктәре, шоколад һыныҡтары менән шаяра-көлөшә сәй һемерәләр. Р. Байымов. Магазинға инеп, портфеленә виноград һуты, кәнфит, шоколадтар тултырҙы ла Туҡай урамындағы дауаханаға йугерҙе [Шамил]. Н. Мусин. Шоколадты икегә булеп бирҙеләр, беҙгә ул да етә! Ә. Бикчәнтәев. • Шоколад ашап теш сыҡмай. Әйтем.
3. Шул онтаҡ һалып ҡайнатылған эсемлек. □ Шоколад (напиток из тёртого какао, сахарной пудры, масла какао и воды). Кайнар шоколад. Шоколад эсеу.
ШОКОЛАД АҒАСЫ (Р: шоколадное дерево; И.: cocoa tree; T.: kakao ağacı) и. бот.
Шоколад һәм какао эшләү өсөн сеймал булған мәңге йәшел тропик ағас. □ Шоколадное дерево (лат. Theobroma cacao). Шоколад ағасының орлоҡтарынан шоколад эшләйҙәр.
ШОКОЛАДЛЫ (Р: шоколадный; И.: chocolate; T.: çikolatalı) с.
Шоколад ҡушылған. □ Шоколадный. Шоколадлы торт. Шоколадлы туңдырма. М Беҙҙең, ҡыҙҙар кеуек, шоколадҡа, шоколадлы кәнфиткә бик иҫебеҙ китмәй. Ә. Бикчәнтәев.
ШОҠАН и. диал. ҡар. шойҡан. Берәй алама кешенең шоҡаны тейә курмәһен уҙегеҙгә.
ШОҠОМ (Р: хитрый; И.: siy; T.: kurnaz) с. диал.
Хәйләкәр, мут (кеше тураһында). □ Хитрый, плутоватый (о человеке). Шоком кеше. Шоком бала. Шоком ҡараш.
ШОҠОМЛО (Р: симпатичный; И.: comely; T.: sevimli) с. диал.
Һөйкөмлө, мөләйем. □ Симпатичный, обаятельный, миловидный. Шоҡомло йөҙ. Шоҡомло ҡыҙ.
ШОҠОМҺОҘ (Р: неказистый; И.: uncomely; T.: sevimsiz) с. диал.
Төҫө, килбәте йәмһеҙ, шөкәтһеҙ, килбәтһеҙ. □ Неказистый, невзрачный. Шоҡомһоҙ кеше. Шоҡомһоҙ ҡиәфәт. Шоҡомһоҙ булыу. ■ Тыштан шоҡомһоҙ куренгән.. кәҫ өйҙөң эсе бик иркен. С. Кулибай.
ШОҠРАЙТЫУ (шоҡрайт-) ҡ. йөкм. ҡар. шоҡрайыу, понуд. от шоҡрайыу. Һыуыҡ тәнде шоҡрайта.
ШОҠРАЙЫУ (шоҡрай-, шоҡрая) (Р: съёживаться; И.: shrink; crumple; T: büzülmek) ҡ.
Кәүҙәне, аяҡ-ҡулды йыйып, йомарланыу; бөршәйеү. □ Съёживаться, сжиматься. Шоҡрайып ултырыу. Шоҡрайып ятыу. Шоҡрайып ҡатыу. К Вагондан төшкәс, Бәхтийәров ҡапыл килеп бәрлеккән ҡырҡыу февраль еленә башҡа пассажирҙар һымаҡ шоҡрайманы. Ш. Янбаев.
829