Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 830


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ШОҠРАЙЫШЫУ
ШОҠРАЙЫШЫУ (шоҡрайыш-) ҡ. урт. ҡар. шоҡрайыу, взаимн. от шоҡрайыу. Таң һарыһынан яҙ-көҙ тимәй, ҡыш тимәй, автобуста шоҡрайышып ултырып, уҡырға йөрөгән уҡыусыларҙы күрәһең дә, йөрәк һыҙлай.
ШОМ I (Р.: опасение; И.: fear, anxiety; T.: endişe) и.
1. Күңел тыныслығын боҙған, ҡурҡыу тойғоһо уятҡан нәмә; хәүеф. □ Опасение, тревога, страх, предчувствие беды. Шомға ҡалыу. Күңелгә шом һалыу. ■ Ул [Сергей] бүтәндәргә тулыһынса аңлатып бирә алмаҫлыҡ шом эсендә йәшәй һәм күңеленә аҫыл, ынйы һүҙҙәрҙе һеңдерә бара ине. А. Абдуллин. Йөрәккә шом һалды бит был ҡарт, -тине ул [Фәтих ағай], атын ҡуҙғатып, -на-ааа, малҡай! И. Абдуллин. Күңелде тел менән әйтеп бирә алмаҫлыҡ шом биләп алды. Р. Ханнанов. Карт үҙе юҡ булды ла ҡуйҙы, ти. Был егеткә шом төшә хәҙер. Әкиәттән.
2. Бәлә-ҡаза килтергән ҡурҡыныс нәмә; дәһшәт. □ Опасность, угроза; беда, напасть; страшилище, чудовище. Үлем шомо. һуғыш шомо. ■ Донъя ниндәйҙер шом, ғәрәсәт көтә кеүек. Р. Байымов. Ил өҫтөнә ниндәйҙер шом ятты. Р. Өмөтбаев.
3. Шик, шөбһә, икеләнеү хисе. □ Сомнение, подозрение. ■ Йөрәк өҙгөс әсе һыҙғырған ҡоторонҡо буран Емештең уйына тағы ла ҡатыраҡ шом өҫтәне. 3. Биишева. Ғәбиҙулланың һөйләгәндәре күңелгә шом һала. Р Низамов.
4. Аҫтыртын яуызлыҡ; шомлоҡ. □ Коварство. Шом уйлау. ■ Карағөлөмбәттең күҙенә ҡан һауып, асыуланып килгәнен халыҡ күреп: «Зинһар, батыр, ҡаршы тор. Булмаһа, ул һеҙгә бер шом уйлап килә», - тине. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ШОМ Ис. диал. ҡар. шомбай I, 1-3. Шом кеше. Шом малай булды әле был Әхәт.
ШОМАҠА (Р: скрытный; И.: secretive; wicked; T.: içine kapanan) с. диал.
Аҫтыртын, уҫал. □ Скрытный, коварный, злой. Шомаҡа кеше.
ШОМАҠАЙ КӨПШӘ (Р: дягиль; И.: wild angelica; T.: melekotu) и. диал.
Шыма көпшә, шыма ҡурай. □ Дягиль, дудник лесной (лат. Archangelica). Шомаҡай көпшә урман-ҡырҙарҙа үҫә. Шомаҡай көпшәнән ҡурай ҙа яһайҙар.
ШОМ АН (Р: короб, плетёный из луба или прутиков; И.: bast pack; T.: ıhlamur iç kabuğundan yapılan kutu) и. диал. ҡар. шүмән.
Ҡабыҡтан йәки талдан үреп яһалған тәпәшәк алап (мал тиҙәге, әүрәү ташыу өсөн ҡулланыла). □ Короб, плетёный из луба или прутиков (для вывоза навоза или требухи). Шоман менән әүрәү ташыу. Мал тиҙәген баҡсаға шоманға һалып ташыныҡ.
♦ Тишек шоманға ултыртыу алдау, һемәйтеү. □ соотв. Оставить с носом; обвести вокруг пальца; посадить в калошу. ■ Ниғмәтулла минең ҡаным менән байыны. Төпһөҙ тишек шоманға ултыртты мине. Я. Хамматов.
ШОМА ТОЯҠ (тояғы) (Р: лентяй; И.: idler; T.: tembel) и. диал.
Ялҡау кеше. □ Лентяй, лодырь. Шома тояҡ бит ул егет.
ШОМБАЙ I (Р: молчаливый; И.: secretive; taciturn; T.: sinsi) с.
1. Аҫтыртын ғына үҙенекен эшләп йө-рөүсән; сәйер, өндәшмәҫ. □ Молчаливый, скрытный; чудаковатый. Шомбай кеше. ■ Улар шулай бер кашауайҙа ултырып йөрөүҙәренә ҡарамаҫтан, хәҙер икеһе лә «шомбай балыҡ»ҡа әйләнеп, һөйләшмәҫ булдылар. Р. Өмөтбаев.
2. Ҡырыҫ тәбиғәтле; томһа. □ Молчаливый, суровый. ■ [Гөлниса] минең килбәт-һеҙлектән, ҡаушауҙан көлә: «Эй ҡырағай! Шомбай!» - ти. 3. Биишева.
3. диал. Булдыҡһыҙ, йүнһеҙ. □ Бестолковый. Шомбай малай. ■ Минең хәҙерге шомбай малайҙар менән алышырлыҡ хәлем юҡ. М. Садиҡова. Һуғышҡа киткәндә бер шомбай ғына кеше ине, сит ерҙәрҙә йөрөп кеше лә йышылалыр, күрәһең. Р. Өмөтбаев.
ШОМБАЙ II (Р: молчун; И.: eccentric, strange or unusual person; T.: tuhaf adam) и.
1. Өндәшмәҫ. □ Молчун. Шомбай ауыҙынан һүҙ тартып алып булмаҫ.
2. диал. Сәйер, һармаҡ, ҡыҙыҡ ҡына кеше. □ Чудак. ■ Ә был ике шомбай, алды-артты ҡарамай, үҙҙәренекен ҡайыра. М. Кәрим. Һай, шомбай, иллә шул сепрәккә хирес кеше булды һуң! - тип уны Исҡаҡ ҡарт битәрләп тә ташланы. В. Исхаҡов.
830