ШОМЛАНЫУ
3. диал. Шымсы. □ Шпик, шпион. Шомбай темеҫкенеп куҙәтә, тиҙәр. ■ Минең уйҙарымды уҡып киләме әллә был шомбай? Яр. Вәлиев.
ШОМБОР (Р.: бултых; И.: plop!; Т.: cumbur!) оҡш.
һыуға ҡапыл ауыр нәмә төшкәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Бултых (подражание шуму падения чего-л. в воду). Шомбор итеп ҡалыу. Һыуға төшкән таш шомбор итеп ҡалды.
ШОМБОРЛАТЫУ (шомборлат-) ҡ. йөкм. ҡар. шомборлау, понуд. от шомборлау, һыуҙы шомборлатыу.
ШОМБОРЛАУ (шомборла-) (Р: бултыхаться; И.: flounder about; T.: cumburdamak) ҡ.
Шомбор иткән тауыш сығарыу. □ Бултыхаться. һыуҙа шомборлау. Шомборлап төшөп китеу. ■ Иғтибарлыраҡ торһаң, бының бер ҙә суртан тугел, яҙғы һыу йыуыуҙан әле тегендә, әле бында шомборлап ярҙан ишелеп төшкән кәҫ икәнен курерһең. Р. Солтангәрәев. Дөмөктөрәйем әле быны, - тип ғәйрәтләнеп, ҡойо эсенә һикерҙе лә [Арыҫлан] шунда шомборлап батты ла улде, ти. Әкиәттән.
ШОМБОЯ (Р: заразиха; И.: broomrape; T.: canavar otu) и. бот.
1. Ҡайһы бер ҡырағай һәм культуралы үҫемлектәрҙең тамырына йәбешеп, уларҙың һуты менән туҡлана торған төҫһөҙ паразит үҫемлек. □ Заразиха (лат. Orobanche). Аҡ шомбоя. Тармаҡлы шомбоя. Помидор тамырында уҫкән шомбоя. ■ Ана кесерткәнгә сырмалған шомбояны ғына ҡара. Ул да, ерҙә, бер генә тамыры булмаһа ла, буй уҫтерә. Һирәк-Һаяҡ ҡына ҡалған ҡурай еләк һабаҡтары, шомбоя сырмап ташлағанлыҡтан, тонсоғоп барған кесерткәнлек өҫтөндә, бына-бына һәләк булабыҙ тигәндәй, һерәйешеп торалар. Р. Ғабдрахманов.
2. кусм. Бүтәндәр елкәһендә, ғәҙәттә, зыян килтереп, улар иҫәбенә йәшәгән, туҡланған кеше тураһында. □ Паразит (о человеке, который живёт за счёт других). Шомбоя булып йәшәу. ■ [Гөлниса апай - Лилиәгә:] Шомбоя һин, шомбоя, башҡа бер ни ҙә тугел. Р. Ғабдрахманов.
ШОМЛАНДЫРЫУ (шомландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. шомланыу, понуд. от шомланыу. Урамдан килгән тауыш шомландырып
ҡуйҙы. ■ Былай ҙа куңелһеҙ офоҡто шомландырып, бер нисә урындан ҡарағусҡыл төтөн өйөрмәһе борхолдай. И. Абдуллин. Утрауҙан сығарып, Әминәнең йәшелсә баҡсаһына кумелгән хазиналар беренсе көндән ук куңелемдә шик-шөбһә ҡуҙғатып, шомландырып торҙо. Р. Вәлиев. Тик бынау ирәуән киңлектәрҙең дауыл көткән төҫлө сәйер өнһөҙлөгө, бер ерҙә лә әҙәм заты, йән эйәһе куренмәу әҙерәк шомландыра. Ә. Хәкимов.
ШОМЛАНЫУ (шомлан-) (Р: тревожиться; И.: be troubled; feel uneasy; T: endişelenmek) ҡ.
1. Күңелдә шом (I) уянып, ҡурҡыуға ҡалыу, хәүефләнеү. □ Тревожиться, опасаться; бояться. // Тревога. Сит кешенән шомланыу. ■ Юҡ, улай шомланма, Морат! Р. Байбулатов. Рәмзиә улы менән курешергә тип баҫҡыстан төшөп барғанда хатта шомланып ҡуйҙы. X. Зарипов. Ишйегеттең дә куңеле шомланып, кескәй йөрәге дөпөлдәп тибә башланы. М. Ғиләжев. Ул алда .. һөйләшеуҙәрҙе куҙ алдына килтереп шомлана, ләкин шул уҡ ваҡытта ғорурлана ла ине. М. Ғиләжев.
2. Ҡурҡып һағайыу. □ Опасаться, бояться. // Опасение, боязнь. Сит кешенән шомланыу. ■ Бына хәҙер, Нәфисә апай булмағас, Уғатар ағай, тәуге тапҡыр дәрес уҙғарған студент һымаҡ, класҡа ниңәлер һағайып, хатта шомланып инә башланы. Р. Байбулатов. Кисен бөтә шомланыуҙар йәһәннәмгә осто - зәңгәр сәскәле аҡ кулдәк кейгән Миңһылыу, уҙенә һиҙҙермәһә лә, Саръянды ҡаршы алырға тип, Кайынлыҡул тауы башына сыҡҡайны. Ә. Байрамов. Был хәлде тамаша куреп тә, шомланып та урамға һибелгән халыҡ алдында манараға ҡыҙыл флаг элеп ҡуйҙы [Хәсән].
3. Биишева.
3. Шик-шөбһә уятыу; шикләнеү. □ Сомневаться в чём, подозревать кого, что. М Сәми менән Хәләф ул төндө лә шулай ҡуҙғалырға ҡурҡып, ҡайғынан бөгөлөп төшкән Миңзифа апай янында шомланып уткәрҙеләр. Р. Байымов. Был тиктәҫкә тугел, - тине шомланып килгән Саҙрый. И. Ғиззәтуллин. Лавка алдына йыйылып торған ауыл байҙарын куреп, Шәмсиә апайҙың куңелен шомланыу биләп алды. В. Исхаҡов.
831