шомло
ШОМЛО (Р.: тревожный; И.: restless; uneasy; T.: endişeli) с.
1. Күңелгә шом һалған, хәүеф-хәтәрле, ҡурҡыныс. □ Тревожный; зловещий; страшный. Шомло төн. ■ Фәтих ағайға был тынлыҡ оҡшаманы, ул йәшенле ямғыр алдынан була торған шомло тынлыҡ һымаҡ йөрәкте иҙҙе. И. Абдуллин. Дошман уратып алған шомло ҡара урман эсендә яңғыҙы ҡалған Ишбулды ауыр тойғо, ҡурҡыныс уйҙар кисерҙе. Ғ. Аллаяров. Киске эңерҙә Сатураның йөҙөнә сыҡҡан шомло күләгәне шәйләгән кеше булманы. Р. Вәлиев. Өҫтә - бөләңгертләнгәндән-бөләңгертләнә барыусы икһеҙ-сикһеҙ күк көмбәҙе, аҫта - буръяҡланып аҡҡан шомло йылға. Ә. Хәкимов.
2. Шом белдергән, ҡурҡып хәүефләнгән; хафалы. □ Жуткий; тревожный, беспокойный. Шомло тауыш. Шомло уйҙар. Шомло хәбәр. М Улар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә шомло яңылыҡтарҙы һөйләй башланылар. И. Абдуллин. Баҡһаң, был шомло урындың үҙ тарихы бар икән. Н. Алсынбаев. Әсәһенең был шомло һүҙҙәре Айһылыуҙы тәрән уйға ҡалдырҙы. 3. Биишева. Ауыл урамдарын шомло һағышҡа күмеп, әсе буран ыжғырҙы. Ә. Байрамов.
ШОМЛОҠ (шомлоғо) (Р: дурное дело; И.: predicament; concern; T: kötü iş) и.
1. Ҡасан да булһа зыяны тейә торған яҙыҡ эш. □ Дурное дело. ■ Әллә берәй шомлоҡ һиҙәме икән? Ә. Бикчәнтәев. Беҙ, балалар, ерһеҙ ҡалдыҡ бөгөн ятып, ниндәй шомлоҡ быға сәбәп булды икән? Бәйеттән.
2. Ошондай эштең шауҡымы һәм шуның һөҙөмтәһе рәүешендә килгән бәхетһеҙлек; бәлә-ҡаза. □ Бедствие, беда; напасть. Шомлоҡ килде Тыуған илгә. М Урлаған тауар алып өҫкә кейер хәл юҡ, барыбер уның шомлоғо булмай ҡалмай. А. Таһиров.
3. диал. Нимәнәндер хәүефләнгән ҡурҡыу тойғоһо; шом. □ Опасение, тревога. Шомлоҡ һалыу. Уйға ҡапыл шомлоҡ төштө. ■ Атаһынан айырылып, ҡуйы ағастар араһынан бер аҙ барғас, Мораттың йөрәген ҡапыл ғына ниндәйҙер шомлоҡ биләп алды. Р. Байбулатов. Кемдер һүҙ ҡушһа, тауыш сығарһа, күңел тыныслана, эскә йылы инә: төн шомлоғо ла, ят ер һағайтыуы ла юғала.
Р. Низамов. Айбулатҡа был геүләү шул тиклем күңелһеҙ тойолдо, бәхетһеҙлек хәбәре булып, күңеленә шомлоҡ һалды. Һ. Дәүләтшина.
4. Аҫтыртын яуызлыҡ; шом. □ Злой умысел. Шомлоҡ уйлау. Шомлоҡ менән йөрөү. М Ҡыуат старшинаның бындай шомлоҡтарҙан [Бараҡ солтандың ҡанлы ҡулынан һәләк булыуҙар] тетрәнеп инаныстары ҡаҡшаны, йөрәге ҡара янды. Ғ. Хөсәйенов. Был инде Ҡолморҙа старшина юлбашсылығы аҫтында һатылған ерҙә, Навалихин ҡулына тапшырылғандан һуң беренсе тапҡыр алтын приискыһы һалынып юҡһылдарҙы иҙергә йүнәлдерелгән шомлоҡтоң башланғысы ине. Т. Хәйбуллин. Ҡыпсаҡтарҙың намыҫлы бер батыры ине. Мәсем хандың шомлоғонан үлеп ҡалды. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ШОМЛОЛОҠ (шомлолоғо) (Р: тревожное состояние; И.: anxiety; T: endişe) и.
Нимәнәндер хәүефләнеү тойғоһо. □ Тревожное состояние, тревожность. Төндөң шомлолоғо. М һуңғы көндәрҙә йөрәгем, ниндәйен шомлолоҡ менәндер, хистәр өйөрмәһе аҫтында тулҡынлана. Ғ. Хәйри.
ШОМОҠА(Р.: смирный; И.: meek; gentle; T: uslu) с. диал.
Йыуаш, баҫымсаҡ, буйһоноусан, шым. □ Смирный, безропотный. / Молчун. Шомоҡа бала.
ШОМОРТ (Р: черёмуха; И.: bird cherry tree; T: idris) и. диал. ҡар. муйыл.
Муйыл ағасы һәм емеше. □ Черёмуха (дерево и плоды) (лат. Padus). Шоморт ултыртыу. Шоморт йыйыу. Кипкән шоморт. Шоморт сәскәһе. ■ Әле яңы ғына бөрөләнеп өлгөргән ҡайын, шоморт, акация ағастары, киләсәк тормоштары тураһында серләшкән кеүек, шаулашалар. Ә. Чаныш. Өй артында шомортом, шоморттары бешәлер. Д. Исламов. Күҙҙәре тамам бешкән эре шомортто хәтерләтәләр. X. Мохтар. Баҡсабыҙҙа бар: сейә, алма, шоморт ағастары, ҡып-ҡыҙыл булып тора һалынып миләш тәлгәштәре. Ш. Бабич.
ШОМОРТ ҠАРА (Р: абсолютно чёрный; И.: pitch black; T: simsiyah) c.
Бик ныҡ ҡара; ҡап-ҡара; сөм ҡара. □ Абсолютно чёрный, совершенно чёрный. Шоморт ҡара сәстәр. Шоморт ҡара күҙ. ■
832