ШОҢҠАР
ШОҢҠАР (Р.: кречет; И.: gerfalcon; Т.: sungur) и. зоол.
1. Ыласындар ғаиләһенә ҡараған күкшел буҙ йәки аҡ төҫтәге, ҡарғанан ҙур йыртҡыс ата ҡош. □ Кречет (лат. Falco rusticolus). Аҡ шоңҡар. Кук шоңҡар. Шоңҡар менән ауға сығыу. ■ Бында борҡот, шоңҡар, ҡыйғыр, ҡарсыға .. бар. С. Бәҙретдинов. Ҡөҙрәтле ғәскәр ағымынан шағир тағы ла тәьҫирләнеберәк китте, шикелле, уҙе баҫҡан ҡалҡыулыҡтан осорға әҙерләнгән шоңҡарҙай талпына. Р. Байымов. [Егет]башҡорт ғәҙәте буйынса, бәләкәйҙән йылҡы әйҙәр, һунарға йорор, шоңҡар сөйор, уҡ юныр .. булған. Ә. Вахитов. • Аттың бары толпар булмаҫ, ҡоштоң бары шоңҡар булмаҫ. Мәҡәл. Ҡошта - шоңҡар, йылҡыла толпар аҫыл. Әйтем. Ҡарға, маҡтанып, шоңҡар булмаҫ, ишәк, маҡтанып, толпар булмаҫ. Мәҡәл.
2. кусм. Ғәйрәтле, батыр ир. □ Молодец, удалец. ■ Мең араһынан толпар сығыр, йөҙ араһынан шоңҡар сығыр. Мәҡәл. Шоңҡар юҡта ябалаҡ майҙан тота. Мәҡәл. Ике шоңҡар талашһа, бер ҡарғаға ем булыр. Әйтем.
3. миф. Башҡорттарҙа шоңҡар - изге ҡош, тотем, тоҡом башы. □ Кречет (священная птица; тотем, прародитель, первопредок). Шоңҡар - изге ҡош.
ШОҢҠАРСЫ (Р: человек, обучающий ловчих кречетов; И.: falconer; T.: doğancı) и. тар.
Шоңҡар сөйөргә өйрәтеүсе; шоңҡар менән аулаусы кеше (һунарсы). □ Человек, обучающий ловчих кречетов; охотник с кречетом. Борон иң оҫта шоңҡарсылар ғына шоңҡар сөйә алған.
ШОПОР (Р: подражание звуку, возникающему при прихлёбывании жидкости; И.: sip, sup; T.: şapır şupur) оҡш.
һыу йәки шыйыҡ ашамлыҡты ныҡ тартып, һемереп эскәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, возникающему при прихлёбывании жидкости. Шопор иткән тауыш сығарыу.
ШОПОРЛАТЫУ (шопорлат-) ҡ. йөкм. ҡар. шопорлау, понуд. от шопорлау. Шопорлатып эсеу. ■ Шопорлатып бер стакан һалҡын сәи генә эсте лә .. Дөмпөш янаған һөжумде кире ҡағырға әҙерләнде. Й. Солтанов.
ШОПОРЛАУ (шопорла-) (Р: производить прихлёбывающий звук; И.: produce a lapping sound; T.: şapırdamak) ҡ.
Шопор-шопор тигән тауыш сығарыу, шопор-шопор килеү. □ Производить прихлёбывающий звук. Балалар һурпаны шопорлата.
ШОПОР-ШОПОР (Р: подражание повторяющемуся звуку, возникающему при прихлёбывании жидкости; И.: sip, sup, onomatopoeic word; T.: şapır şupur) оҡш.
Ныҡ тартып, һемереп эскәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание повторяющемуся звуку, возникающему при прихлёбывании жидкости. Шопор-шопор итеу. Шопор-шопор сәй эсеу.
ШОР I (Р: шорец; И.: the Shors; T: Şor) и. этн.
Рәсәйҙең Кемерово әлкәһендә йәшәгән халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе (төрки телдәренең береһендә һөйләшә). □ Шорец. / Шорский. Шор халҡы. Шор ҡатыны. Шор теле. ■ Ғалим булараҡ, иллеләп телдең (башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, узбәк, уйғыр, яҡут, монгол, шор, хакас, тува, төрөк, ғағауз, караим һ. б.) асылын белә [Сәлим Шаһиәхмәт улы]. С. Поварисов.
ШОР II (Р: подражание громкому шмыганью носом; И.: onomatopoeic word; T.: burun çekme sesi) оҡш.
Танау тартҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание громкому шмыганью носом. Егеттең шор итеп танауын тартыуы ерәндерҙе.
ШОРАС (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡумрык-табын ырыуының бер аймағы исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир рода кумрук-табын; шурас. Шорастарҙың биләмәләре. Шорастар шәжәрәһе.
ШОРБАҠ (Р: длинный; И.: lanky; T.: uzun) с. диал.
Һонтор, оҙон (буйға ҡарата). □ Длинный (о росте). Шорбаҡ кәуҙәле. Улы бигерәк шорбаҡ кәуҙәле булып уҫеп киткән.
ШОРҠОЛДАУ (шорҡолда-) (Р: пришлёпывать; И.: slop, squish; T.: şap şap yürümek) ҡ. ҡар. шурҡылдау.
834