ШОУ
1. Шурҡ-шурҡ тигән тауыш сығарыу, шурҡ-шурҡ килеү. □ Пришлёпывать, хлюпать. Итек һыуҙан шорҡолдап китте.
2. диал. Бүлкелдәү. □ Булькать, плескаться. Биҙрә эсендә нимәлер торҡолдай.
ШОРҠ-ШОРҠ оҡш. ҡар. шурҡ-шурҡ.
Еүеш итек шорҡ-шорҡ килә.
ШОРОЛДАТЫУ (шоролдат-) ҡ. һөйл. йөкм. ҡар. шоролдау. понуд. от шоролдау. Танауын шоролдатып тарта.
ШОРОЛДАУ (шоролда-) (Р.: громко шмыгать носом; И.: sniff loudly; T.: burnunu çekmek) ҡ.
Танауҙы шор-шор итеп тартыу. □ Громко шмыгать носом. Танауы шоролдап тора.
ШОРП (Р: подражание звуку громкого хлебания; И.: onomatopoeic word; T.: şapır şapır) оҡш.
Шыйыҡсаны һемереп йотҡанда сыҡҡан өҙөк тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку громкого хлебания. Һыуҙы һурып алып шорп та шорп итеп ашығып эсеу.
ШОРПОЛДАТЫУ (шорполдат-) ҡ. йөкм. ҡар. шорполдау, понуд. от шорполдау. М Ул Ғәфур байға сәләм бирҙе. Бай тура ҡарамай ғына уның сәләмен кире ҡайтарҙы ла шорполдатып сәйен эсә башланы. И. Көҫәпҡол.
ШОРПОЛДАУ (шорполда-) (Р: громко хлебать; И.: lap loudly; T.: şapır şupur içmek) ҡ.
Шорп-шорп тигән тауыш сығарыу, шорп-шорп килеү. □ Громко хлебать. Тиҙерәк эс, шорполдап ултырма.
ШОРП-ШОРП, шорп та шорп (Р: подражание звуку многократного громкого хлебания; И.: sound imitative word; T.: şapır şupur) оҡш.
1. Шыйыҡсаны һемереп йотҡанда сыҡҡан өҙөк-өҙөк тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку многократного громкого хлебания. Шорп-шорп итеп эсеу. Шыйыҡ ашты шорп-шорп эсеу.
2. Ҙур аяҡ кейемен һөйрәп атлағанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку пришлёпывания. Шорп-шорп килеу. Шорп та шорп атлау.
ШОРТЫ [ингл. short ‘ҡыҫҡа’] (Р: шорты; И.: shorts; T.: şort) и.
Тубыҡҡа тиклем оҙонлоҡтағы ҡыҫҡа салбар. □ Шорты. Шорты кейеү. Шорты алыу.
ШОР-ШОР, шор ҙа шор (Р: подражание звуку многократного громкого хлебания или многократному громкому шмыганью носом; И.: sound imitation of sniffing; T.: burun çekme sesi) оҡш. һөйл.
Күп итеп һемереп эскәндә йәки ныҡ итеп танау тартҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку многократного громкого хлебания или многократному громкому шмыганью носом. Шор-шор итеу. Танауҙы шор ҙа шор тартыу.
ШОССЕ [фр. chaussee] (Р: шоссе; И.: highway; T.: şose) и.
Таш, асфальт йәки бетон түшәлгән юл; таш юл. □ Шоссе. / Шоссейный. Ҙур шоссе. Асфальт шоссе. Гудронлы шоссе. Бетон шоссе. Шоссе юл. ■ Өлкән гвардия лейтенанты Новиковтың машинаһы ситтәрәк, шоссе юлын күҙәткән ҡалҡыулыҡта.. тора. Ғ. Аллаяров. Аҫтағы юл тәуҙә урман эсенә керә, шунан кул буйлап бара, аҙаҡ, шоссеға сыҡҡас, куп тә үтмәй, ҙур трактҡа ҡушыла. Д. Бүләков. Машина сәғәтенә һикһән биш километр тиҙлек менән асфальт шоссе буйлап осто. X. Мохтар. Бетон шоссе өҫкә емерелергә торған бейек ҡаяларҙы аралап бормалана-бор-малана ла кескәй генә таш күпергә барып төртөлә. Ә. Хәкимов.
ШОТЛАНД (Р: шотландец; И.: the Scots; Scotsman, Scotswoman; T.: Iskoçlar) и. этн.
Шотландияның һәм уға тоташҡан утрауҙарҙың төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе. □ Шотландец. / Шотландский. Шотланд халҡы. Шотланд ҡатыны. Шотланд теле. Шотландтарҙың күбеһе кельт телдәренең береһендә һөйләшә. ■ Моң байлығы һәм һүҙҙәре матурлығы менән бөйөк Бетховендың «Шотланд йырын» хәтерләткән был грузин йыры күңелдә күтәренкелек тыуҙырҙы. Ә. Чаныш.
ШОТЛАНДКА [рус.] (Р: шотландка; И.: full plaid; T.: ekose) и. туҡ.
Йөндән, ебәктән, шулай уҡ мамыҡтан һуғылған шаҡмаҡлы туҡыма. □ Шотландка (пёстрая клетчатая ткань). Шотландка һатып алыу. Күлдәклек шотландка. Тауарҙарҙан хәҙер шотландка модала.
ШОУ [ингл. show ‘күрһәтеү’] (Р: шоу; И.: show; T.: şov) и.
835